“Өмөт” өмөт уята10.04.2012
“Өмөт” өмөт уятаТамашасы, ғәҙәттә, үҙенә оҡшаған тамашаны аяҡ баҫып алҡышлай. Йәштәр ундай саҡта һыҙғыра, кемдер “бис!..” йә “афарин!..” тип һөрәнләй. Ауырғазы районындағы “Алтын тирмә” халыҡ театрҙары фестивалендә сығыш яһаған Архангел районының “Өмөт” халыҡ театры коллективы спектакленең аҙағы тап ошондай мөнәсәбәткә лайыҡ булды. Спектаклгә килгән һәр кем, баш эйергә сыҡҡан артистарҙы сәхнәнән ебәрмәй, оҙаҡ ҡул сапты.
“Алтын тирмә” халыҡ театрҙары фестиваленең жюри етәксеһе Тәнзилә Ҡалмырҙинаны беҙ төш мәлендә, спектаклдәр ҡарап сыҡҡандан һуң ғына, осрата алдыҡ.
— Эш күп бөгөн, — тине ул, йылмайып. — Иртәнсәк Ауырғазы районының “Хыял” исемле сыуаш халыҡ театрының “Ҡәйнә” (авторы — Ефим Никитин), ошо райондың татар халыҡ театрының “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” (авторы — Флорид Бүләков) спектаклдәрен ҡараныҡ. Төштән һуң тағы өс халыҡ театры тамашаларын ҡарарға тура киләсәк. Әле Архангелдән “Өмөт”төң “Аты барҙың – дәрте бар” спектаклен ҡарағас, кәйеф күтәрелеп китте. Бик һәйбәт тамаша әҙерләп алып килгәндәр. Күренеп тора, һәләтле актерҙар уйнай, бүтән коллективтарҙан бер башҡа айырылып тора. Хатта ҡайһы бер урындарҙа уларҙың уйыны профессиональ театр сығышынан һис тә кәм түгел. Театр етәксеһе Вәлимә Өмөтбаеваның хеҙмәте бушҡа китмәгән, үҙешмәкәр артистар уның өмөтөн аҡланы. Театрҙың исеме лә — “Өмөт”. Минеңсә, киләсәктә улар, бик күп сәхнәләрҙе шаулатып, матур тамашалар ҡуясаҡ…
— “Өмөт” театры 1973 йылда Абҙан ауылында ойошторолдо, — тине театрҙың етәксеһе һәм әлеге спектаклдең режиссеры Вәлимә Өмөтбаева. — Үҙешмәкәр түңәрәк булғас, күберәк мәҙәниәт яратҡан кешеләр, уҡытыусылар шөғөлләнә. Мал-тыуарҙы ҡарап, йорт эштәрен тамамлайҙар ҙа клубҡа йүгерәләр. Әле фестивалгә Наил Ғәйетбайҙың “Аты барҙың – дәрте бар” тигән комедияһы менән килгәйнек. Халыҡҡа оҡшаны. Әхәт Хәсәнов Ҡотлобайҙы, уның ҡатыны Миңһылыу Хәсәнова — Балбикәне, Ғимран Дәүләнов — Һатыбалды, уның ҡатыны Факиһа Дәүләнова — Шәмсебикәне, Хәмзә Әлимғолов – Закирйәнде, Фидәлиә Кинйәғолова Октябринаны уйнаны. Спектаклде ҡуйырға музыкаль биҙәүсе Илдус Баянов менән Закир Өмөтбаев, рәссамдар Дилә Бикбулатова менән Лена Швецова, яҡтыртыусы Әлфир Миңлеғолов һәм режиссер ярҙамсыһы Алмас Хужин ярҙам итте.
Был комедия әлеге заманда ауылда барған фажиғәне аса. Автор ғүмер буйы ауыл кешеләренең терәге булған аттарҙың юҡҡа сығыуына әсенә. “Ир-ат” тигән һүҙҙең бер өлөшө булмаһа, һүҙҙең мәғәнәһе юғала. Ә ат йә ир булмаһа, тормоштоң да мәғәнәһе юҡҡа сыға, ауыл ҡороясаҡ, тормош һүнәсәк… Бына шул фекерҙе тамашасыларға илтеү, улар мейеһенә һеңдереү — үтә лә яуаплы эш. Шуға ла бөтә коллектив бар һәләтен һалып уйнаны.
Залдағы тамашасының күбеһе йәштәр, үҫмерҙәр ине. Ә улар — үҙенсәлекле халыҡ. Шуға күрә йәштәр күңеленә хуш килерлек тамаша ҡуйыу ҡайһы саҡ профессиональ театрҙар өсөн дә оло проблемаға әйләнә. Ә бында улар, спектаклдән алған тәьҫораттан янған күҙҙәрен сәхнәләге артистарға төбәп, оҙаҡ ҡул сапты…
Сөләймән Латипов.
Архангел районы.


Вернуться назад