Танылған йырсы, һәүәҫкәр композитор, оҫта башҡарыусы Риф Бикбаев быйыл да Көйөргәҙе ауылы халҡын үҙенең ҡабатланмаҫ йыр-моңдары менән ҡыуандырып китте. Сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалауҙы күҙ уңында тотоп төҙөлгән концерт программаһы барыһының да күңеленә хуш килде.
Был сараның мәктәп уҡыусылары өсөн айырым музыкаль проект булыуы бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Йыр-моң ярҙамында халыҡ менән ихлас күңелдән һөйләшеү, күңелде елкендергән уй-тойғо, кисерештәр, ҡабатланмаҫ хәл-ваҡиғалар тыуҙырған хистәр хаҡында музыка һәм шиғри юлдар менән һөйләп биреү оҫталығы бирелгән һәләтле йырсы Риф Бикбаевҡа.
Авторҙың таланты айырыуса “Гармун моңдары”, “Дуҫтар булып ҡалайыҡ”, “Булмаһын юғалтыуҙар”, “Хушлашыу” йырҙарында асыҡ сағыла. Ул йырҙарға көйҙө үҙе яҙа, үҙе йырлай, гармунда ла бик оҫта итеп уйнай. Тәбиғи һәләт уға халыҡ араһында башҡорт, татар музыкаһын пропагандалауҙа киң мөмкинлектәр аса. Һәүәҫкәр композитор һәр ваҡыт тынғыһыҙ ижад менән йәшәй, тормош менән бергә атлай. Ауылдарҙа, мәктәп уҡыусылары алдында матур концерттары менән сығыш яһап, уларға күңелле ял минуттары бүләк итергә форсат таба. Әлеге кисәлә йырсы үҫеп килеүсе йәш быуынға сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеге тураһында һөйләне, тырышып уҡырға, киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫергә саҡырҙы.
Концерт шаян һүҙҙәр, төрлө мауыҡтырғыс уйындар менән бергә үрелеп барҙы. Мәктәп уҡыусылары, бөтә уйындарҙа ла бик теләп ҡатнашып, күңелдәренә дәрт һәм илһам алды. Әлбиттә, етеҙҙәр һәм состар махсус приздарға лайыҡ булды, рәхәтләнеп йырлап-бейеп, күңел асты. “Шихан” төркөмө егете Валерий Ғималовтың да сығышы бик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы, йырҙарын бик яратып тыңланылар. Талантлы егет башҡарған һәр йыр үҫеп килеүсе быуын күңелендә тормошҡа, хеҙмәткә, кешеләргә оло һөйөү, ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгәйне.
Райхана НИҒМӘТУЛЛИНА.
Көйөргәҙе районы.