“Етемдәр” Мәскәүҙе яулай!20.06.2017
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Хыялға ҡаршы” пьесаһы (режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев) Рәсәйҙең иң яҡшы ете спектакле исемлегенә индерелгән. Шул айҡанлы, башҡорт актерҙары сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк “Артмиграция” Бөтә Рәсәй йәштәр форум-фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
“Артмиграция” фестивале – илебеҙҙә уҙғарылған абруйлы мәҙәни сараларҙың береһе. Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы унда ҡатнашыу өсөн төрлө төбәктәрҙән иң лайыҡлы эштәрҙе һайлап ала. Ойоштороусылар белдереүенсә, был исемлеккә инергә йөҙҙән ашыу йәш режиссерҙың эше дәғүә иткән.
Беҙҙекеләрҙән тыш, Мәскәү сәхнәһендә Красноярск крайының, Бүрәт һәм Ҡарасәй-Черкес республикаларының, Кемеров, Киров өлкәләренең, шулай уҡ Екатеринбург ҡалаһының театрҙары үҙ әҫәрен күрһәтәсәк.
Әйткәндәй, Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса ҡуйылған тамаша республикабыҙҙа ҙур уңыш менән бара. Етем балаларҙың көнитмешен ысынбарлығында сағылдырған әҫәрҙе Башҡортостандан тыш, Татарстанда, Бүрәт ерендә лә ҡарап өлгөрҙөләр. Ә инде 26 июндә ошо ижади төркөм “КОЛЯДА – PLAYS-2017” XI халыҡ-ара заман драматургияһы фестивале сиктәрендә Екатеринбург ҡалаһында сығыш яһаясаҡ.