Ҡара сер16.06.2017
Рәйес менән Финат күрше генә йәшәй. Тормоштары, яҙмыштары оҡшаш. Йәш аралары ике генә йыл булған ауылдаштар урта мәктәпте тамамлап торманы, һиге­ҙенсенән һуң күрше райондағы һөнәрселек училищеһында ир-егет өсөн кәрәк һөнәр­ҙәрҙе үҙләштерҙе, йәштәре еткәс, әрме хеҙмәтенә саҡырылды. Совет армияһы сафынан ҡайтып төшкәс, Рәйес колхоз идараһына бухгалтерлыҡҡа эшкә килгән күрше ауыл ҡыҙы Гөлдәр менән ҡауышты, фельдшер белемен алып ҡайтҡан ауылдаштары Сәүиә Финаттың икенсе яртыһы булды. Ҡаҙна кейемен тракторҙа, комбайнда кейеп туҙҙырған йәштәрҙе хужалыҡ идараһы комсомол туйы яһап тормош юлынан атлатты. Икеһенә лә ауыл уртаһындағы иҫке ике йортто һүтеп, урындарына яңыһын һалырға ла ярҙам итте хужалыҡ етәкселеге.
Тормоштары матур, яйлы барҙы. Бер-бер артлы ауаз һалған ике ғаиләләге ҡыҙҙар, малайҙар үҫеп етеп килгәндә генә тормош кәрәкмәгән яҡҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ауыл хужалығы продукцияһына хаҡ төштө, сәнәғәт тауарҙарына, киреһенсә, артты, хужалыҡ бурысҡа батҡандан-батты. Күп тә үтмәне рәйесте алыштырҙылар, сит ауыл кешеһен килтереп ҡуйҙылар. Сит кеше сит кеше инде. Урындағы халыҡтың зарына ҡолаҡ һалып барманы. Хеҙмәт хаҡын түләүҙә тотҡарлыҡтар башланды. Эштә “көн үткәреп” йөрөгән Финат менән Рәйестең “оҙон сәстәре” ҡәнәғәтһеҙлек белдерә башланы. Ҡатындарҙы ла аңлар­ға була: ике ғаиләлә лә өсәр бала үҫеп килә, уларҙың өҫ-башын яңыртырға, мәктәп кәрәк-ярағы алырға, мал-тыуар аҫрап йәшәгән ауыл кешеһенә бесәне, фуражы — барыһы ла кәрәк. Колхоз идараһы онотҡанда бер “тамыҙып” килгән 500—800 һум аҡса менән йыраҡ китеп булмай. Йыл буйы эшләгәндәре һалам, бесән, фураж, техника хеҙмәтенә инеп барғас, күңелле түгел. Ауыл эшсәненә түләргә аҡса юҡ, ә етәксе йыл һайын еңел машина алмаштыра, йылына кәм тигәндә ике-өс тапҡыр сит илдә булып ҡайта. Ғаилә ағзалары менән. Бының серен аңлай Финат менән Рәйес. Баҫыуҙан игендең йөк-йөк һатылыуын да, фермала һимертергә ҡуйылған малдарҙың күпләп ситкә оҙатылыуын да күрә ауыл кешеһе. Өндәшә генә алмай.

***

Ул көндө ике күршенең дә ҡатыны иртәнән кәйефһеҙ ине. Һыйыр малдарын кө­төүгә ҡыуырға сыҡҡан Сәүиә, һүҙ ара­һын­да һүҙ сығарып, күршеһенә күңелен бушатты:
— Кисә семинарҙа булып ҡайттым, Гөлдәр. Әй, кешенең кейенеүе, алтын-көмөштәргә күмелеп йөрөүе. Мин дә халыҡ араһындамын бит. Уҡыған саҡта һуңғы курста алған итегемде кейеп барғайным. Ғәрләнеп ҡайттым...
— Мин дә район үҙәгенә барған һайын баҙарҙы урап ҡына сығам. Кеҫәңдә “ел уйнағас”, хәлле кеше ҡатындары кеүек иркен тотоноп булмай. Әле ике көн элек класташым Әлиә осрап, үҙҙәренә сәй эсергә саҡырғайны. Керҙем. Артыма ауа яҙҙым ундағы байлыҡты күреп. Ул мебель, ул өйҙөң эсе! Гөлдәре лә әллә ҡайҙан алып ҡайтып үҫтерелгән, һауыт-һабаһы ла затлынан... Һинең менән минең ир кеүек колхозда көн үткәреп йөрөмәй шул уларҙыҡылар. Аҡсалы эштә...
Арпа уңышын һуғырға йыйынған Финат сәйен эсеп кенә бөтөргәйне, Сәүиә һүҙ башланы:
— Былай йәшәп булмай, Финат. Бала­лар­ҙы аяҡҡа баҫтыраһы, тормошто алып бараһы...
Һуңғы арала йышайған бындай һөйлә­шеүҙәр ирҙе лә уйландыра башлағайны:
— Аңлайым, беләм дә бит, Сәүиә, нимә генә эшләй алам һуң?
— Ана, кемдәрҙер йөгө менән урлап оҙата. Күргән кеше лә юҡ. Һеҙ ҙә урлағыҙ. Ҡулығыҙҙа бит иген...
Ир өндәшмәне, тороп йыйынды ла сығып китте.
Рәйес менән ул көндө Имәнлек буйы баҫыуындағы арпа уңышын һуғырға тейештәр ине. Бишенсе миҙгел эшләгән “Дон”дарын ҡабыҙып, ауылдан бер километр аралағы баҫыуға иртә менән килеп еттеләр. Ысыҡ кипкәнсе имән ышығында ултырып һөйләшеп алдылар.
— Ҡатын менән телгә килдек әле... — Рәйестең кәйефе юҡ ине.
— Нимә өсөн?
— Нимә булһын, уныҡы билдәле инде: өйгә аҡса алып ҡайтмайһың, ти. Аңламай бит ул, аңламай. Их, ҡатыныңдан күберәк алып эшләһәң икән ул, әй.
— Ҡарале, былар нимә, һүҙ ҡуйыш­ҡандармы әллә? Минеке лә шул уҡ һүҙҙе һөйләй. Етмәһә, һеҙ ҙә урлағыҙ, ҡулығыҙҙа бит, исмаһам, игене бушҡа булыр, ти...
Ергә һуҙылып ятып, ҡулында ҡыяҡ үлән әйләндергән Рәйес елт итеп күтәрелде:
— Әллә, Финат, тәүәккәлләйбеҙме?
Күршеһе лә оҙаҡ уйлап торманы:
— Беҙ ҙә был ергә ике йәшәргә килмәгән. Бер-ике бункерҙы тотабыҙ ҙа ситкә бушатып ҡалдырабыҙ, төндә килеп тейәп алырбыҙ...
— Дөрөҫ әйтәһең!
Ике дуҫ һөйләшкән арала ҡояш та күтәрелеп өлгөрҙө. Ҡеүәтле техника, ир-егеттәргә буйһоноп, баҫыуҙы иңләй башланы. Иртәнге ысыҡтан төнгөһөнә тиклем баҫыуҙа эшләгән игенселәр киләсәген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, һөйләшкәнсә, ике бункерҙы урман ситенә илтеп бушатты ла өҫтөнә һалам өйөп ҡуйҙы.
— Был баҫыуға кеше аяҡ баҫмай. Төн беҙҙеке. Ҡатындарҙың күҙен маңлайҙа­рына мендерәйек әле...

***

Вәли ҡарт — ауылдағы өлкән йәштәге кешеләрҙең береһе. Ғүмер буйы колхозда йылҡы ҡараны. Йәше етмеш туғыҙҙа булһа ла, йортонда ат аҫрай, һыйыры, танаһы, һарыҡтары, ҡош-ҡорто етерлек. Көн һайын Алмасыуарын егеп, урман-ҡырҙарҙы йөрөп әйләнә. Арбаһына салғыһын һалып алып китә лә, юл, соҡор буйҙарынан һелтәнеп, йәшел үлән тейәп ҡайта. Унан Алмасыуарын баҡса артындағы һаҙлыҡҡа сығарып арҡанлай.
Ул көндө лә ҡарт иртә менән ҡуҙғалды. Күп ерҙәрҙе әйләнде. Бесәнлектәрен ҡара­ны. Күл буйында атын эсереп, үлән сабып алды ла ошо көндәрҙә генә уңышы йыйып алынған Имәнлек буйы баҫыуы аша ҡай­тырға юлланды. Урман ситендә Алмасыуары һиҫкәнеп ҡуйҙы ла һалам өйөмөнә тартылды, бышҡырып алғас, ерҙән ниҙер сүпләй башланы. Ҡарт аптырап ҡалды. Арбаһынан төшөп, сүмәләгә яҡын килһә, ни күрһен: эргә-тирәлә арпа бөртөктәре таралып ята. Алмасыуар тартылып ашай башлағас, эштең ниҙә икәнле­генә төшөндө Вәли ҡарт. Ян-яғына күҙ һал­ды ла өйөмдө асып ҡараны. Ундағы байлыҡ!.. “Бындай табышты юғалтырға ярамай. Ҡайтыу менән ҡапсыҡтар тейәп килеп алырға...” Вәли атын ауылға ҡарай саптырҙы. Мәлихаһы ҡайтыуына өлгөрткән ҡайнар ашты ашаны ла туғарып та торма­ған Алмасыуарын ҡыуалап тағы сығып китте.
— Ул-былға осрай күрмә бер үк, һаҡ йөрөй күр, — тип артынан ҡапҡаны ябып ҡалды ҡарсығы.
Көсө урғылып торған Алмасыуары егелгән төҙөк, ҡараулы арбаға тейәлгән һигеҙ тоҡ арпаны “ыһ” та итмәй алып та ҡайтты.
— Бына, ҡарсыҡ, бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр. Бик дөрөҫ әйткән беҙгә тиклемгеләр. Сыҡмаған, йөрөмәгән булһам, ниндәй байлыҡтан ҡолаҡ ҡағыр инек бит, ә?
Мәлихаһы ла ҡартын ҡеүәтләне:
— Шулай, Вәли, шулай.
Ҡартының атын туғарырға йыйынмауын күргәс, сәйерһенеп ҡуйҙы Мәлиха:
— Бәрәкалла, тағы берәй ергә бармайһыңдыр бит?
— Как бармайым? Барам. Унда бит әле өйөмдөң бер сите генә кителде. Кискә табан көн дә һүрелә төшә. Хайуанға ла еңелерәк булыр. Булғас, булһын, ҡарсыҡ, бар әйбер эсте тишмәҫ. Тананы ла ҡуйырбыҙ. Сәйҙәләрҙең, үҙең беләһең, бигерәк мәшәҡәтле саҡтары. Яңы йорт бөтөргәндә иш янына ҡуш булыр, — тип һөйләнә-һөйләнә ҡапҡанан сығып баҫыу яғына юлланды ҡарт.
Нәфсе тигәнең әҙәм балаһын ниндәй генә юлдар менән һынамай... Тапҡанына шөкөр итергә ашыҡмай, Вәли ҡарт тағы һигеҙ тоҡ алып ҡайтыу иҫәбе менән килде табыш урынына. Һуңғыһын тейәгәндә күҙ бәйләнә башлағайны. Ҡарт ашҡынды, ҡа­ба­ланды. Имәнлек араһынан үҙен күҙәтеп торған икәүҙе һуң ғына шәйләне. Алмасыуары ла, нимәгәлер борсолғандай, йыш-йыш бышҡырғылап ҡуйҙы. Ҡарт күтәрелеп ҡараһа, ҡаршыһында әзмәүерҙәй ике шәүлә тора.
— Һе-һе, әллә кеше бар инде? Эйе... — тине лә тынып ҡалды.
— Нимә, ҡарт көнөңдә урлашып байырға булдыңмы? — Финат йоҙроҡ­тарын төйнәп алға сыҡты.
— Ә? Нишләп урлашайым ти? Бына күрҙем дә килеп тейәнем... — Ҡарт ҡурҡыуынан йыш-йыш тын алды.
— Һиңә кем ҡушты ул арпаны тейәргә? — Рәйес тә бәхәскә ҡушылды. Ҡарт бирешергә теләмәне:
— Ә һеҙ үҙегеҙ кем? Ҡараҡтар! Бына кемдәр! Кәрәк икән, үҙегеҙҙе рисуай итәм! Күреп тороғоҙ!
— Тррр! Ашыҡмай тор, ҡартлас! Һөйлә­шәйек, аңлашайыҡ, ә? — Финат менән Рәйес икеһе ике яҡтан килеп, ҡарттың ҡулдарын ҡайырҙы. Ҡысҡырырға ла ирек бирмәй, башына һуғып һушын алдылар, унан типкеләргә тотондолар. Ҡарт тәүҙә ыңғырашты, бер аҙҙан... тынып ҡалды...
Алмасыуарҙы яҡындағы имәнгә бәйләп ҡуйып, икеһе ике мотоциклда бер нисә рейс яһанылар ҙа, ҡайтырға ҡуҙғалғас, атты ысҡындырып ебәрҙеләр. Ҡарттың йәнһеҙ кәүҙәһе, ике ҡулы дилбегәгә уралып, ерҙән һөйрәлеп барыуын күргәс, йөрәктәре һыҡрап ҡуйһа ла, бәләгә тарыуҙан ҡотолоу хаҡына әллә ниндәй аҙымға ла әҙер ине улар был минутта.

***

—Вәли ҡарт кисә кистән сығып киткәндән ҡайтмаған, ҡарсығы ла ҡайҙа табан киткәнен белмәгән. Иртән аты үле кәүҙәһен һөйрәп ҡайтҡан!.. — Көтөү оҙатырға сыҡҡан ауыл кешеһенең теленән төшмәгән хәбәрҙе Финат менән Рәйескә ҡатындары еткерҙе.
— Һе, тапҡанһың аптырар нәмә, көнө еткән көн дә үлә... — тине Финат, тыныс булырға тырышып.
Рәйес тә хистәрен йыя алды:
— Ҡарт көнөндә ат егеп йөрөмәһә лә булыр ине инде... Әжәлен дә аттан тапҡан икән!..
Көтөү артынан күк йөҙөн ҡара болот ҡаплап, ҡойоп ямғыр яуып үтте. Баҫыу эшсәндәренең эшен туҡтатҡан яуымға күңелдәренән рәхмәт уҡып, Финат менән Рәйес машина-трактор паркында көноҙоно техниканың төҙөклөгөн ҡат-ҡат күҙ уңынан үткәрҙе. “Былай булыуы беҙҙең файҙаға. Эҙгә төшә алмаҫтар исмаһам...” Үткән төндәге ҡылыҡтары һаман баштарынан сыҡманы. “Башҡа төрлө була алмай инеме? Әгәр ҙә ҡартты ебәргән булһалар? Баштары төрмәлә серер ине!”
Төш алдынан участка милицияһы менән прокуратура хеҙмәткәренең машина-трактор паркына табан атлауын күргәс, кү­ңел­дәренә шик йүгерҙе. “Былай булғас, бөттө! Иң дөрөҫө — ғәйепте таныу!” Ике­һенең дә башынан бер уй йүгереп үтте.
— Тәк, ағайҙар, хәлдәр нисек, эштәр барамы? — тип сәләм бирҙе йәш кенә капитан егет.
— Һәйбәт, бара... — тине игенселәр.
— Беҙгә бер нисә минут ваҡытығыҙҙы бүлеп, һорауҙарға яуап бирмәҫһегеҙме?
— Бирербеҙ. Ниңә бирмәҫкә? — тиеште бер-береһенә ҡарашҡан ир-егеттәр.
Кисә ҡайһы баҫыуҙа эшләүҙәре, ниндәй сәғәттә ҡайтыуҙары, егеүле ат менән Вәли ҡарттың баҫыу юлында күренеү-күренмәүе тураһында һорашты ла, ир-егеттәрҙең аңлат­маһына “Беҙ бер нәмә лә күрмәнек, бер нәмә лә белмәйбеҙ” тип яҙҙырып, им­за ҡуйҙырып, рәхмәт әйтеп китеп барҙы ка­пи­тан. Прокуратурала практика үтеүсе тик­шереүсе егет һорау ҙа биреп торманы.
— Ә нимә булған һуң Вәли ҡартҡа? — тип һораны Финат погонлынан.
— Нимә булһын, урлашырға барған да, аты тулап, һөйрәлеп ҡайтҡан...
Улар артынан Финат менән Рәйес еңел һулап ҡуйҙы. Вәли ҡарттың ат малының психологияһын кешенекенән яҡшы белеүе ауылдағы һәр кешегә мәғлүм ине...

***

— Ғүмерҙә булмағанды, Алмасыуар ғына башына етте атайығыҙҙың... Их... — тип илап ҡаршы алды балаларын Мәлиха ҡарсыҡ. Ялан аҙбарҙа кешнәп, хужаһын юҡһы­ныуҙан арлы-бирле йөрөгән Алма­сыуарҙы туҡмарға сыҡҡан еренән, уйынан кире ҡайтып, әйләнеп инде район үҙәгендә йәшәгән хирург кейәүҙәре Ирек. Алмасыуар... күҙ йәштәрен ағыҙып илай ине...
— Ат ғәйепле түгел бында, ҡәйнәм!
— Кит, кейәү, ни һөйләйһең? Ауыҙың­дан ел алһын! Милиция тикшерҙе бит...
— Ярар, тикшерһен. Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ултыртыр. Көнө бөгөн түгел...
Ике көн тотоп ерләнеләр Вәли ҡартты. Енәйәтсене эҙләп мәшәҡәтләнеүсе булманы. Барыһы ла тауыш-тынһыҙ “онотолдо”. Ҡайныһын бик хөрмәт иткән хирург кейәү Ирек тәүҙә енәйәт эшен ҡуҙғат­ты­рыр­ға бик ҡыҙғайны. Үҙе лә кемдекенәлер ҡул һуҙған бит, их, тип, ул уйынан тиҙ арала кире ҡайтты.
Финат менән Рәйес кенә башта өйҙә­рендә, унан һуң ауылда үҙҙәрен сит кеше итеп тоя башланы. Хөкүмәт ишле ғаилә­ләр­гә балалар аҡсаһының күләмен арт­ты­расаҡ икән, тигән хәбәр ишетелгәс, Финаттың ҡатыны дүртенсегә бәпәй алып ҡайтты. Тик... Сабый ауырыу булып тыуҙы. ДЦП диагнозы менән донъяға килгән бәләкәс һөйләшә лә, хәрәкәтләнә лә алманы.
Финат менән Рәйес, арлы-бирле йөрөнә торғас, ситкә сығып эшләй башланы. Ғаиләләренә аҡсаны услап ҡайтарҙылар.
Тик ҡыуаныс ҡына кисермәнеләр. Тора-бара аҡсаға иркенлек тойған Гөлдәр менән Сәүиә ирҙәрен вахтанан мунса яғып, тәмле ризыҡтар әҙерләп көтәһе урынға, туҙраған өй, ҡарауһыҙ донъя, күңелсәк ҡиәфәттә ҡаршылай башланы. Баштараҡ яҡшылап әйтеп, һуңыраҡ йоҙроҡтарын төйнәп тә ҡаранылар — аҡылға ултырманы ҡа­тындар. Йылдар үтә торҙо. Мал-тыуарҙың, йорт-баҡса ерҙәренең бәрәкәте, ҡото китте, донъялары таралды, туҙраны. Сираттағы ҡайтыуында Рәйес өлкән ҡыҙы менән Гөлдәренең йөклө булыуын аңланы. Кемдән тиһәң, районға байҙарға йорт төҙөргә килгән үзбәктәрҙән! Күтәрә алманы был хурлыҡты ир — донъя менән алыш-бирешенә нөктә ҡуйҙы. Ике улы бер-бер артлы армия хеҙмәтенә саҡырылып, ”Башҡаса ауылға ҡайтмайбыҙ”, тип киттеләр ҙә башҡаса күренмәнеләр. Оло ҡыҙы үзбәгенә эйәреп сығып киткәс, Гөлдәр аҡылға зәғифләнеп, өйөнә ут төртөп, шунда янып һәләк булды.
Финаттың да яҙмышы тулы әрнеүҙәр менән үтте. Өс улының береһе лә игелек күрһәтмәне. Эш яратмаған егеттәр төш ауғансы йоҡланы, төнө буйы урамда кәйеф-сафа ҡороп йөрөнө. Аҡса таптырып, аталарын туҡманылар. Ә Сәүиә улдарына тел тейҙертмәне. Ата-әсә ауырыу балаһының пенсияһына көн күреп килде. Алтынсы йәшенә сыҡҡас, ул сабый ҙа күҙҙәрен йомдо. Өйҙәге һауыт-һаба, кейерлек әйберҙәр барыһы ла өс малай ҡулынан күрше ауыл кешеләренә баш төҙәтерлек араҡы, көмөшкә, һыра, шарап хаҡына осоп бөттө. Ҡаршылыҡ күрһәткән аталарының баш осонда әленән-әле йоҙроҡ уйнаны. Ҡабырғалары һынғансы туҡмалып, тештәре һынып бөткән хәлдә уны күршеләре “Ашығыс ярҙам” саҡыртып дауаханаға оҙатты.
Ауыр хәлдәге Финатҡа Ирек операция яһаны. Өс сәғәттән ашыу дауам иткән операциянан һуң иҫән ҡалыуы икеле ине ауырыуҙың. Эш сәғәте тамамланыуға яҡынлашҡанда, реанимацияға инеп хәлен белергә уйланы табип. Финат наркоздан айныған. Таныш йөҙҙө күреп, егерме йыл элекке серҙе систе:
— Вәли ҡартты Рәйес менән икәүләп туҡмап үлтереп, дилбегәһенә тағып ебәрҙек...
Ике тиҫтә йыл дауамында йөрәгендә һаҡлаған ҡара серҙе әйткәс, бер генә тартылып ҡуйҙы ла реанимация бүлмәһендә күҙҙәрен йомдо ир... мәңгегә...

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.


Вернуться назад