Төркиҙәрҙең тарихы уртаҡ14.06.2017
Төркиҙәрҙең тарихы уртаҡМәғлүм булыуынса, Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар мәжүсилектә булған. Ә ул ниҙән ғибәрәт һуң?
Төрки халыҡтар күҙалла­уын­са, донъя аҫҡы, урта һәм өҫкө өлөштәргә бүлен­гән. Бындай донъя картина­һы “Урал батыр” эпосында ла һүрәтләнә. Шул өс донъяны тоташтырып, Байтирәк исемле ҙур ағас үҫер булған. Тамыр­ҙары аҫҡы донъяла йәйел­гән. Бында ҙур йылғаларға баш биргән шиш­мәләр сыға, шулай уҡ яуыз көстәр туплана. Бай­тирәктең иң осонда — ике башлы бөркөт ояһы. Ул ике яҡҡа ҡарап, Тәңре ҡушҡан эштәрҙең үтәлеүен күҙәтеп ултыра...
Мәжүсилектән ҡалған бер аҙ йолалар Ислам диненә үтеп, үҙгәрештәр кисереп, һаҡланып ҡалһа, борон­ғоларҙың донъяға ҡарашы, уны күҙаллауы күптән тарих биттәрендә генә инде. Һәм шул тарих үҙе лә, Байтирәк кеүек, өс донъяны тоташтыра: үлгәндәрҙе, тереләрҙе һәм әле тыумағандарҙы. Нәҡ шул берҙәмлек сылбырын өҙмәүгә өлөш индереү өсөн Таулы Алтай респуб­ликаһында ун беренсе йыл рәттән “Филология. Рәсәй Федерацияһы халыҡ­та­рының телдәре һәм әҙәбиәт­тәре (төрки телдәр төркөмө)” Бөтә Рәсәй олимпиадаһы уҙғарылды. Башҡор­тостан­дың юғары уҡыу йорттары ла унда әүҙем ҡатнаша һәм лайыҡлы урындар биләй. Быйыл да беренсе урын беҙҙә, уны М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары яуланы. Аҡмулла шәкерттәре үҙҙәрен шәхси беренселектә лә һынатманы: III курс студенты Наҙгөл Сәлимйәнова II урын алды. Шулай уҡ фәнни эштәр конкурсында ла тәүге урындар беҙҙе­келәрҙә. Был һөҙөмтәләр бик ҡыуандыра: үҙебеҙҙе генә түгел, милләтебеҙҙе лә күрһәттек. Әйткәндәй, олимпиада йыл һайын Рәсәй төбәктәренән йыйылған төрки халыҡтар вәкилдәрен берләштерә. Быйыл да төрлө республикаларҙан ете команда ҡатнашты.
Олимпиада һорау­ҙа­рында боронғо төрки рун яҙмаларын тәржемәләргә тейешле эш бар. Белгес Лариса Тыбыкова билдәлә­үенсә, бер нисә йыл элек Орхон-Йәнәсәй яҙма телен белгән студенттар һаны бик аҙ булған, быйыл иһә рун тамғаларын һәр ҡатна­шыу­сы белә, таный, уҡый һәм яҙа ала. Шулай итеп үле тел­­дәр иҫәбенә ингән бо­ронғо төрки телде лә кире­нән сафҡа ҡайтара алдыҡ.
Тарих – ул иҫкергән бөгөнгөлөк, тиҙәр. Тимәк, ҡасандыр быуаттар шаңын­да күмелеп ҡаласаҡбыҙ. Әммә башҡарылған эштәр, ҡылған изгелектәр тарих биттәренә мәңгелеккә яҙыласаҡ.



Вернуться назад