Туғандарҙың табышҡан сағы14.06.2017
“Атайсал” төбәк гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән йылдарым. Бер көндө Йылайыр районының Матрай ауылынан шылтыраталар. “Балапан ауылында йәшәгән Хәлфетдин ағайҙың үтенесе буйынса, – ти таныш булмаған апай. – Ул беҙҙең яҡтарға килеп сығыуығыҙҙы һорай. Ҡустының үҙен күреп һөйләйһе һүҙҙәрем бар, юлы төшһә, инеп сығырға тырышһын әле, тине”. Ишетмәгән-белмәгән кешенең миңә ниндәй сере булыуы мөмкин икән? Тиҙҙән шул тарафтарға эш сәфәренә юлландыҡ.
Хәлфетдин ағайҙың йортон табыуы ауырлыҡ тыуҙырманы – ауылдың бер яҡ ситендә әллә ҡайҙан балҡып, күренеп ултыра ул. Барып ингәндә ағай диванда ята, ә ҡатыны аш-һыу менән булыша ине.
– Һаумыһығыҙ, миңә ошо йортта һеҙҙе көтәләр, тигәндәр ине. Сибайҙан булам, – тип үҙем менән таныштырам. Хәлфетдин ағай эйәк ҡағып ҡына иҫәнләште лә урынында ҡалды.
– Аһ, Хәлфетдин, Мотал ҡустың килгән бит. Эй-й-йй, ағайың биленән ҡуҙғала алмай ята әле... – ҡатынының ҡапылғара үрһәләнеүенә аптыраған ағай һораулы ҡарашын уға төбәне.
– Эҙләгән ҡустың килгән, тим... Ағайың ҡолаҡҡа ҡатыраҡ шул.
Аҙна тирәһе түшәктән торғаны юҡ тигән ағайыбыҙ еңел генә тороп ултырҙы.
– Ипләп, атаһы... Бына һиңә кәрәк булһа, бая күтәрмәләгәндә лә тора алмай бер була ине... – Ире янына ашыҡҡан ҡатынына ҡул ғына һелтәне уныһы.
– Күптән көткән ҡустым килгәндә... бил генә нимә ул... Әйҙә, әйҙә, түрҙән уҙ, – Хәлфетдин ағай сабырһыҙланып янына саҡырҙы һәм аяғөҫтө баҫып күрешергә ҡулын һуҙҙы. – Бына, Мөсәлиә, мин һөйләгән, әммә бығаса икебеҙ ҙә күрмәгән ҡәйнешең ошо була инде...
Күңеле тулып, ситкә боролған ағайым бер аҙға өнһөҙ ҡалды. Ул арала Мөсәлиә еңгәй етеҙ хәрәкәттәр менән табын хәстәрләй ҙә башланы.
– Күңелем һиҙгән кеүек бөгөн иртә менән аш һалғайным шул, ауыҙың һалыҡ йөрөй икән, ҡәйнеш. Яңғыҙ түгелһеңдер, моғайын, бар, юлдаштарыңа ла өндәш.
Аш табыны янында Хәлфетдин ағай тотош бер китапҡа торорлоҡ тарих һөйләне. Баҡһаң, беҙ яҡын ғына туғандар икән: уның атаһы Зәйнулла олатай менән минең ҡәрсәйем Хәнифә бер туған булған. Тик иртә килгән етемлек уларҙы айырған. Хәнифә ҡәрсәйемде Аҡсура (Үрге Ғәле) ауылына ҡыҙлыҡҡа алғандар һәм ул бер туғандарын башҡаса күрмәгән. Шуға ла атайымдар әсәләрен етем үҫкән туғанһыҙ бала итеп белгәндәр.
– Хәнифә апайымдан башҡа Фәғилә исемле һеңлеһе лә була атайымдың. Тик ул телһеҙ ҡыҙ булып буй еткерә. Үҙен йәшләй генә ҡаҙаҡтар яғына алып китәләр – ҡайҙа, ни хәлдә йәшәгәндер, беҙгә ҡараңғы... Ә Хәнифә апайымды иҫән сағында бер нисә тапҡыр ғына күрергә насип булды, ул да йәшләй китеп барҙы. Аҙаҡ донъя баҫтымы, әллә башҡа сәбәп менәнме, уның балалары менән аралаша алманым. Уның ҡарауы, шөкөр, бына һинең менән танышырға насип булды...
Шул көндән алып бына ике мөсәл йыл инде Хәлфетдин ағай менән хәбәрләшеп, уңайы сыҡҡанда осрашып торабыҙ. Ултыраҡ аҡыллы, төплө уйлы, аҡыллы ағайым булыуына ҡыуанам. Ара-тирә осрашҡанда Мөсәлиә еңгәйем дә уйынлы-ысынлы шаян һүҙҙәрен ҡушып ала. Етеш донъяла кинйәләре Ильяс менән бергә йәшәй улар.
...Хәлфетдин ағай ошо уҡ ауылда Зәйнәп инәй менән Зәйнулла олатай Килдеғоловтарҙың дүрт баланан торған ишле ғаиләһендә буй еткерә. Күрше Матрай ауылы мәктәбенә йөрөп, ете класты тамамлай. Ҡәһәрле һуғыш ул заман балаларын ваҡытынан алда бәлиғ яһай. Хәлфетдин ағайға ла иртә йәштән колхоз эшенә егелергә тура килә. Аслы-туҡлы, “ҡоро таяҡҡа” эшләгән йылдарын таң алдынан күргән ҡурҡыныс, аяныслы төш һымаҡ хәтерләй бөгөн аҡһаҡал. Эреле-ваҡлы балаларын оло йәштәге ата-әсәһе ҡарамағында ҡалдырып, Мөсәлиә еңгәй менән Хәлфетдин ағай таң һарыһынан ҡара кискә ҡәҙәр колхоз эшенән бушамайҙар. Фәҡәт 1961 йылда ғына ҡулдарына тере аҡса алып, ҡәҙимгесә йәшәй башлай улар.
Туймазы районының ял итергә килгәндәрҙе аҡ тулҡындары менән арбаған, һушын алған гүзәл Ҡандра күле буйында ултырған Үрмәкәй ауылы ҡыҙы Мөсәлиә иһә бала ғына көйө үкһеҙ етем ҡала һәм ҡустыһы Фәнүз, һеңлеһе Сәриә менән бергә балалар йортонда тәрбиәләнә. Илебеҙҙә сиҙәм дәүере ҡанат йәйгән осорҙа Мөсәлиә тиҫтерҙәре менән элекке Матрай районына килеп юлыға һәм ғүмерлеккә ошонда төпләнеп ҡала. Кисәге татар ҡыҙы бөгөн башҡорт әбейе булып, алты балаһының һәр береһенән ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй...
Донъялары бер аҙ ипкә килгәс, һөнәрселек училищеһында ветфельдшер һөнәренә эйә булған Хәлфетдин Зәйнулла улы утыҙ йыл дауамында ауылда һәм күрше ауылдарҙа малдарҙы ауырыу-сырхауҙарҙан дауалай, халыҡ араһында хаҡлы абруй ҡаҙана. Икеһенең дә хеҙмәт кенәгәһендә яҙыу бик ҡыҫҡа – колхоз, артабан совхоз эшендә ғүмер үткәргәндәр. Заманында коммунист исеменә тап төшөрмәгән ағайыбыҙ үҙен һәр ваҡыт тик ыңғай яҡтан ғына күрһәткән. Бөгөн ул яҡын-тирәлә арҙаҡлы дин әһеле булараҡ танылған.
Кинйәләре Ильяс атаһының юлын дауам итә – Матрай ауыл хакимиәте биләмәһендә мал табибы булып эшләй. Ата-әсәһенең төп таянысы ул. Ҡатыны Миңһылыу ҙа ҡайны-ҡәйнәһе өсөн өҙөлөп тора. Егерме йыл бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәү дәүерендә килен менән ҡәйнәнең бер-береһенә ҡырын ҡарағандары ла юҡ.
Килдеғоловтарҙы Балапан ауылында ғына түгел, тотош Йылайыр районында күп ғаиләләргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Ихаталары тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Ишле малды бесән һәм башҡаһы менән тәьмин итеү өсөн үҙ тракторҙары, уға башҡа тағылма ҡорамалдары бар. Гараждарындағы заманса еңел машина йәйен-ҡышын юл аҙаптарынан ҡотҡара.
– Тормошта ике генә үкенесем ҡалды, – ти Хәлфетдин ағай. – Сәләмәтлегем етмәү сәбәпле, әрме хеҙмәтенә алманылар һәм һуғыш килтергән ауырлыҡ арҡаһында белем алыуҙан мәхрүм ҡалдым...
Хәлфетдин Зәйнулла улы менән Мөсәлиә Асраитдин ҡыҙы, иңдәрен – иңгә, йәндәрен йәнгә терәп, 66 йыл бергә-бергә татыу ғүмер кисерә. Туғыҙынсы тиҫтәләрен тултыра инде улар оҙаҡламай. Һуңлап ҡына табылған туғандарымдың мул тормошона, ағайым менән еңгәйемдең тигеҙ ҡартлыҡтарына ҡарап һөйөнәм.



Вернуться назад