Халҡыбыҙҙың тарихын белеү, йолаларын тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу — һәр кемдең изге бурысы, тиҙәр. Ә ошоларҙы атҡарыу беҙгә нәҡ ауыҙ-тел ижады, йыр-моң аша килә түгелме? Был юҫыҡта миҫал эҙләп алыҫ йөрөйһө түгел, Башҡортостаныбыҙҙың көньяҡ-көнбайыш райондарына күҙ һалыу ҙа етә. Мәҫәлән, Федоровка халҡы ла быны үҙ миҫалында аныҡ иҫбатлай. Районға ғына түгел, бөтә республикаға даны таралған фольклор ансамблдәре биҙәй төбәктең мәҙәни тарихын. Бында йәшенән алып олоһона тиклем йыр-моң, башҡорт халҡының мәҙәни йолаларына таянып көн күрә. Яңы Яуыштың “Айгүзәл” халыҡ ансамблен генә алайыҡ. Төркөм ошо ауылдың борондан килгән мәҙәни мираҫына таянып төҙөлгән. Халҡыбыҙҙың милли байлыҡтарын бында йәшәгән оло йәштәге инәйҙәр үҙ хәтере һандығында һаҡлап килгән һәм хәҙер килеп йәш быуынға ихлас тарата. Улар ярҙамында Яңы Яуыш ауылының мәҙәни тормошо ла күҙгә күренеп үҫешә.
Урындағы ғына түгел, район кимәлендәге сараларҙа ла һәр ваҡыт беренселәрҙән булып йөрөгән “Айгүзәл” халыҡ ансамбле 2002 йылда ойошторолған. Уны республикала төбәк халыҡ ижады фестивале призеры, “Салауат йыйыны” конкурсында, Ырымбурҙа үткән “Республика көндәре” байрамында ҡатнашҡан, Стәрлетамаҡта уҙған “Ашҡаҙар таңдары” фольклор байрамында лауреат исемен яулаған, урындағы хакимиәттең ҡиммәтле бүләктәре һәм дипломдары менән бүләкләнгән, үҙенсәлекле репертуары менән дан тотҡан ансамбль булараҡ беләләр. Шуға ла төркөмгә 2007 йылда “халыҡ” исеме бирелгән. Райондың бер байрамы ла “Айгүзәл”дәрһеҙ үтмәй тиһәк тә хаталанмаҫбыҙ, тап уларҙың сығыштары боронғо йолаларҙы сағыу кәүҙәләндерә.
Унан ҡала, Батыр ауылының тормошон күҙ менән ҡаш араһында тотҡан оло йәштәге инәйҙәре лә йәш быуынға үҙҙәренең әйтер һүҙен еткереү маҡсаты менән изге эш башлаған. Улар “Ағинәйҙәр” клубы булдырып, райондың фольклор фондын тулыландыра. Был инәйҙәрҙең һүҙҙәре генә түгел, һәр сығышы күңелгә үтемле, тиҙәр райондаштары улар тураһында. Араларынан Әлмира Ғәбдрәшитова — “Иман нуры” республика бәйгеһе лауреаты. Әйткәндәй, әле был ағинәйҙәр ауылда яңы мәсет төҙөтөү эше менән ныҡлап шөғөлләнә. Ошондай үрнәк күрһәтер өлкәндәр булғанда, әлбиттә, йәш быуындың да рухы сәләмәт, әхлаҡи идеалдары яҡты.
Уларҙың “Ынйылар” балалар фольклор ансамбленә тиңдәр юҡтыр. Төркөм — Яңы Яуыш ауылы мәҙәниәтенең төп бағаналарының береһе. Ул мәктәп кенә түгел, район, республика кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Үҙҙәрен “Халыҡ уйындары”, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр” һәм башҡа республика бәйгеләре лауреаты булараҡ беләләр. Әйткәндәй, Яңы Яуыш мәктәбендә 30 ғына бала уҡыһа, уларҙың яртыһы ошо фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Етәкселәре уҡытыусы Тәскирә Ғәлина булһа, “Айгүзәл” төркөмөнөкө — Ишморат Маликов. Береһе ансамблдәрҙең сығышы өсөн сценарийҙар яҙһа, икенсеһе балаларҙың телмәрен үҫтереү, сәхнәлә үҙен тоторға өйрәтеү менән шөғөлләнә. Улар, район кимәле булһынмы, республикамы, һәр бәйгелә ансамблдәрҙе ҡатнаштырыуҙы мөһим һанай, сөнки был үҫешәм, камиллашам тигән артистарҙың ижадына тәжрибә генә өҫтәйәсәк.
Федоровка районы башҡорт рухлы, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли мәҙәниәтен белгән, уны халыҡҡа арымай-талмай еткерә белгән ижади төркөмдәргә, һәүәҫкәр артистарға бай. Сәхнә оҫталарына уңайлы шарттар тыуҙырыу, урындағы халыҡтың мәҙәниәтен күтәреү маҡсатында күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, Бала Сытырман ауылының мәҙәниәт һарайы 1971 йылда уҡ сафҡа ингән була. Шунан алып бер ниндәй ҙә йүнәтеү эше күрмәгән бинаның түбәһе ваҡыт үтеү менән иҫкереп, эскә һыу үтә башлай. Аҙ-маҙ ғына ремонтланған ҡыйыҡ бөтөнләй эшлектән сыға. Һәм былтыр республика бюджетынан Бала Сытырман мәҙәниәт һарайының матди-техник хәлен нығытыу өсөн 8,5 миллион һум аҡса бүленә. Мәләүез ҡалаһының “Вавилон” төҙөлөш компанияһы ремонт эшен үҙ өҫтөнә ала. Әле иҙәнде алмаштырыу, штукатурлау, буяу, ике яҡлы ҡыйыҡ ҡуйыу эштәре бара. Пластик тәҙрәләр, бүлмәләр араһындағы ишектәр урынлаштырылһа, янғын сигнализацияһы, яңы елләтеү системаһы ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ бүлмәләрҙе төҙөкләндереү бара. Мәҙәниәт һарайының ҡоролмалары, сәхнә кейемдәре, йыһазы тулыһынса яңыртыласаҡ, спорт тренажерҙары ла алынған.
Бала Сытырман ауылының мәҙәниәт һарайы халыҡҡа “Күп функциялы ауыл клубы” булараҡ тапшырыласаҡ. Ул тейешле бөтә талаптарға тап килгән, заманса йыһазландырылған район музыка мәктәбенең филиалын, тренажер, бейеү залдарын үҙ эсенә аласаҡ. Шулай уҡ бында ял итеү урыны булдырыласаҡ, унда кешеләр яңы гәзит-журнал менән танышыу мөмкинлеген аласаҡ. Әҙәби берекмә ултырыштары, осрашыуҙар, презентациялар уҙғарыу ҙа күҙ уңында тотола.
Бында ауыл китапханаһы ла үҙ эшен алып барасаҡ. Балалар өсөн майҙансыҡ булдырылып, тейешенсә йыһазландырыласаҡ, кескәйҙәрҙең үҫешенә йоғонто яһарлыҡ уйын ҡорамалдары ҡуйыласаҡ. Клубты компьютер техникаһы менән тулыландырыу һәм унда электрон китапхана, Интернет менән ҡулланыу мөмкинлеген булдырыу күҙаллана.
Ҡыҫҡаһы, барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә башҡарыла. “Голосок”, “У прясла” вокал, “Умырзая”, “Карамелька” хореографик, “Замандаш” фольклор, “Шатлыҡ” әҙәби, “Битлек” театр коллективтарына тағы ла илһамланып, дәртләнеп эшләргә генә ҡала. Ә артабан инде күп функциялы клуб тормошо нығыраҡ гөрләйәсәк, үҙенә халыҡты һәм республика артистарын күпләп йәлеп итәсәк.
Йыр-моңдо аңлай, матурлыҡты баһалай белгән халыҡтың киләсәге яҡты, тиҙәр. Был йәһәттән район халҡына милли ансамблдәре, төҙөкләндерелгән мәҙәниәт усаҡтары булыуына шөкөр итергә генә ҡала.