Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре үтәсәк07.04.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов быйыл 26 — 28 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сара республиканың Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән хеҙмәттәшлеген нығытыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында уҙғарыла.
Документҡа ярашлы ойоштороу комитеты төҙөлдө. Уға сараларҙы үткәреү планын раҫларға ҡушылды. Башҡортостандың рәсми делегацияһы сәфәре барышында ике төбәк хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.