Янып йәшәгән шағир иҫтәлегенә13.06.2017
Янып йәшәгән шағир иҫтәлегенәЙылдағыса районыбыҙҙа Яҡташ яҙыусылар аҙналығы гөрләп үтте – үҙәк район, балалар һәм ауылдарҙағы китапханаларҙа урындағы яҙыусылар менән осрашыуҙар, китапхана сәғәттәре, китаптарҙың исем туйҙары, матур әҙәби-мәҙәни саралар ойошторолдо. Аҙналыҡты үҙәк район китапханаһында яҡташтар – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, драматург Әминә Яхина, Фәнис Сирбаев һәм яңы танылыу яулай барған Насип Һаҡмаров менән осрашыу асты. Кисәлә шулай уҡ “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәләре ағзалары Рәйсә Иҫәнбаева һәм Борис Хәйретдинов ҡатнашты. Улар менән осрашыуға Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары килде. Кисәлә ҡунаҡтар үҙҙәренең тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы, әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Урындағы берекмә ағзалары ла шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе.
Аҙналыҡ сиктәрендә районыбыҙға баш ҡаланан ҡунаҡтар – “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, күренекле драматург Рәлиф Кинйәбаев, уның урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, баҫманың проза бүлеге мөдире Сабир Шәрипов килде.
Сыңғыҙ ауылында Рәйес Түләктең хәтер кисәһен үткәреү тураһында килешкәс, Интернет селтәрендә был хаҡта хәбәр таралып та өлгөрмәне, оло шәхесебеҙҙе хөрмәт иткән яҡташтарҙан, уның элекке һабаҡташтарынан, коллегаларынан ҡатнашырға теләк белдереүселәр артты. Ауылдың “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле ҡунаҡтарҙы тыштан уҡ үҙҙәре сығарған дәртле таҡмаҡтары менән йырлап-бейеп ҡаршы алды.
Рәйес Түләк... Һыҙланыуһыҙ был исемде әйтеп тә, уның ижадын байҡап сығып та булмай... Ә ул йәшәргә тейеш ине... Һуңғы 10 йыл ғүмеребеҙ унһыҙ үтте... Әммә ул беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Уның ижады беҙҙе һаман да һоҡландыра, ғашиҡ итә, уйландыра, тетрәндерә... Алып барыусылар Миңзәлә Шахморатова менән Зәлиә Уразбаева районыбыҙҙың иң бөйөк шәхестәренең береһе, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктең биографияһына байҡау яһаны. Шағирҙың балалыҡ дуҫы Әхмәр Үтәбай шағирҙың күп ҡырлы шәхес булыуын билдәләп үтте.
Янып йәшәгән шағир иҫтәлегенә– Мәктәптә уҡығанда йәш техниктар түңәрәгендә шөғөлләндек, бумеранг, лампалы приемниктар эшләп ҡараныҡ. Шул ваҡытта уҡ беҙ кеҫә телефоны менән һөйләшә инек. Беҙгә “радиохулиган” тип исем таҡтылар. Беренсе Этҡолға бергә йөрөп уҡыныҡ. Өфөгә лә ауыл хужалығы институтына бергә юлландыҡ. Рәйес көнө-төнө ижад утында яна. Трамвайҙа бер ҡыҙҙы күреп ҡалһа, һуңғы туҡталышҡа тиклем уға ҡарап барырға риза. Һуңынан төн уртаһында йәйәүләп ҡайтып инер ине. Бер ваҡыт шиғырҙары менән блокноты тулып китте. “Мостай Кәримгә уҡытам да, ул былай шиғыр булмай тиһә, ҡайтам да китәм”, – ти. Икәүләп Мостай Кәримде эҙләп Матбуғат йортона киттек. Нишләптер ул шунда ултыралыр, тип уйлағанбыҙ. Унда кәрәкле кешебеҙҙе тап итә алманыҡ, әммә “Башҡортостан” гәзитенең ауыл хужалығы бүлегендә яҡташыбыҙ Аҫылғужа ағайҙы осраттыҡ. Ул Рәйестең шиғырҙарын алып ҡалды, ҡабаттан килергә ҡушты. Тәғәйен көнгә барғайныҡ, ағайыбыҙ Рәйестең яҙғандарын пыран-заран тәнҡитләп ташланы. Күңеле төшкән Рәйес, ысынлап та, ҡул һелтәп ауылға ҡайтып китте.
Беҙҙе тормош төрлө юлдарҙан йөрөттө. Ул “Ҡашмау” поэмаһын яҙғас, тағы осраштыҡ. Мин: “Башҡорт әҙәбиәтендә Рәйестең “Ҡашмау”ы бар сағында миңә поэзияла делать нечего!” – тип прозаға күстем. Һәр шағирҙың йондоҙло әҫәре була. Рәйестең ундай әҫәре – “Яныу” поэмаһы. Ошо поэмаһы менән халҡыбыҙҙы төрлө яныуҙарҙан – эскелектән, төрлө дини секталарҙан иҫкәртергә теләне. Уның тәғәйенләнеше шул булғандыр, – тип яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Әхмәр Ғүмәр улы.
Артабан сәхнә түренә бына 10 йыл инде Рәйес Түләк исемен йөрөткән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары – Баймаҡтан Борис Хәйретдинов, Ниғәмәттән Рәйсә Иҫәнбаева һәм Тәслимә Рәхимова, Ғүмәрҙән Әлфиә Юлыҡ, Темәстән Рәзинә Бикташева сыҡты. Берекмә етәксеһе булараҡ, мин 10 йыл эсендә яуланған уңыштар – ошо йылдарҙа донъя күргән йыйынтыҡтар тураһында ҡыҫҡаса бәйән иттем. Берекмә ағзалары Рәйес Түләккә арналған һәм уға ауаздаш шиғри, йырлы-моңло күстәнәстәрен еткерҙе. Һәүәҫкәр композитор Борис Хәйретдинов шағирҙың “Баймаҡҡа йыр” исемле шиғырына яҙылған йырының премьераһын яңғыратты.
Рәйес Түләктең бихисап шиғырҙарына йырҙар ижад иткән һәүәҫкәр композитор Әминә Бикташева: “Яҡташыбыҙ “Яныу” поэмаһы менән битарафлыҡтан да иҫкәрткәндер, тип уйлайым. Халыҡ ауылдан китһә, маңҡортҡа әйләнә. Шуға күрә атай нигеҙен һаҡлаһаҡ ине”, – тип өндәште йәштәргә. Әминә Рәүеф ҡыҙы авторҙың “Нигеҙ” шиғырына бик матур йыр ижад иткән. Был йырҙы Сибай педколледжының 2-се курс студенты Наил Солтангилдин йөрәккә үтерлек итеп башҡарып, тамашасы һөйөүен яуланы. А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артистары Вадим Ғилманов менән Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурзиә Әбдрәшитова ла Хәтер кисәһендә ҡатнашырға ҙур теләк менән килгәйне. Вадим Ғилманов йәне булған һәр кемде тетрәнерлек итеп авторҙың “Яныу” поэмаһынан өҙөктө һөйләне, ә Нурзиә ханым матур хәтирәләре менән уртаҡлашып, ауылда Рәйес Түләктең һыуынып бөтмәгән нигеҙен кәртәләп алып, шунда матур-матур сәскәләр үҫтерергә тәҡдим итте. Район шиғыр һөйләүселәр бәйгеләре лауреаты Мәҙинә Туйсина “Оран” поэмаһынан өҙөктө тасуирлағанда залда себен осҡаны ла ишетелерлек ине. Шағирҙы хөрмәтләп туғандары, класташтары, хатта Әбйәлил районынан килгән һабаҡташтары Радик Өмөтҡужин менән Вәғиз Сабитов сәхнәгә күтәрелеп, яҡты иҫтәлектәрен еткерҙе. “Уның менән иң һуңғы интервьюм вафатынан алда алынды. Уны ике көн буйы диктофонға яҙҙырттым. Ул: “Гәзиткә бирмәй тор, тағын өҫтәрбеҙ”, – тине. Ләкин өлгөрмәне... Интервью “Киске Өфө”лә үлгәндән һуң ғына сыҡты. Хәҙер ҙә хайран ҡалам – ул хушлашыу булған бит. Һуңғы китабында ла хушлашҡан кеүек”, – тине Радик Өмөтҡужин. Вәғиз Сабитов шағирҙың яратҡан “Ҡыҙыл балан” исемле йырын башҡарҙы. Ауылдашы Мөнирә инәй Хәмитова шағирға арналған “Юҡһыныу” шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар Рәлиф Кинйәбаев менән Сабир Шәрипов бергә эшләгән матур йылдарҙы һағынып телгә алды. “Ул яҡты донъялар менән хушлашып, бер ай үткәс кенә кемде юғалтҡанды аңланым. Рәйес Баймаҡтың ғына шәхесе түгел, уның ижады – Рәсәй шиғриәтенең сағыу өлгөһө ул. Шиғырҙарын иламайынса уҡый алмайым, улар шул тиклем ныҡ тетрәндерә”, – тине Рәлиф Кинйәбаев. Сабир Шәрипов: “Рәйестең “Яныу”ы – халҡыбыҙҙың бөгөнгө башҡорт матбуғатына яҙылмай яныуы ул”, – тип нарыҡланы.
Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Мәхмүзә Сәғәҙәтова Рәйес Түләктең бик яҡшы уҡытыусы, тәрбиәсе булыуын, Әхмәр Шахморатов уның Буранбай мәктәбендә балаларға ҡурай серҙәрен бик оҫта өйрәтеүен телгә алды.
Шағир, ҡурайсы, йырсы, техник, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ғөмүмән, ер кешеһе... Бер кешелә ошо тиклем һәм башҡа бик күп һөнәрҙәр нисек һыйышып йәшәне лә нисек ул йөрәк тетрәтер әҫәрҙәр ижад итә алды икән? Ә бит ошо бөйөк шәхесте юғалтҡас ҡына беҙ үҙебеҙҙең “Йәнгүҙәй” берекмәһенә уның исемен алырға йөрьәт иттек. Тере кешенең исемен алырға ярамай микән ни? Ун йыл буйы берекмәбеҙ уның исемен йөрөтә икән, тимәк, уның рухын үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ, уның йөрәге беҙҙең йөрәктәрҙә тибә!


Вернуться назад