Мин ҡайтырмын таңдар уятып13.06.2017
Мин ҡайтырмын таңдар уятыпҮҙ көнөмә ҡайтһам...

Үткән менән арам өҙөлмәне.
Күргән-белгән керә төшөмә,
Яуызлыҡмы, әллә изгелекме,
Ҡайһы тейҙе икән кешегә.
Ғәҙел булып ерҙә йәшәгәнгә
Ғорурланам ете ятҡа ла.
Ғәмһеҙлекте, көнсөллөктө белдем
Бинахаҡҡа уттар йотҡанда.
Бер вайымһыҙ малай төҫлө көлөп,
Юҡ-барға ла ихлас ышанам.
Бармаҡ һелкеп янаусылар ҙа күп,
Бер һин генәме һуң үс алған.
Сәстәремә һибелеп аҡтар төштө,
Күп ҡайғылар килде башыма.
Йылмайһам да, илаһам да, барыбер
Мин яуаплы ҡалам барыһына.
Үҙ көнөмә, үҙ хәлемә ҡайтам,
Онотманым, тотам иҫәптә.
Ел иҫһә лә, һыу аҡһа ла шаулап,
Уҙған көндәр мине киҫәтә.


Йыр кәрәк

Игенселәр иген үҫтерәләр,
Төҙөүселәр яңы йорт һала.
Геологтар йөрөй тайгаларҙа,
Баштарына боҙҙар яуһа ла.

Ғаләм караптарын осоралар,
Ир-егеттәр диңгеҙ кисәләр.
Был осорҙа ҡаһарманлыҡ ҡыла
Ихтыярлы, көслө кешеләр.

Тормоштағы бөтә мөғжизәләр
Тәүҙә уҙа кеше ҡулынан.
Сихри моңдар һыу ташҡыны булып,
Йәнебеҙгә килеп ҡағылған.

Ижад үрҙәренә атлағанда
Ҡанатланып тип һин, йәш йөрәк.
Шаһит бул һин беҙҙең тантанаға,
Һәр заманға матур йыр кәрәк.



Һалдат мөхәббәте

Ауылында саҡта гел уйланды:
Ул бары тик яҡын дуҫ ҡына.
Ил сигенә киткәс, инде үҙе
Күрше ҡыҙын никтер юҡһына.

Күңеленә тынғы бирмәй һис тә,
Ғазабына һала мөхәббәт.
Йөрәктәге һөйөү һағыштарын
Аңлата алмаҫ кеүек яҙған хат.

Зәңгәр төндә йондоҙҙарҙа күҙе
Йән юлдашын эҙләп егетең,
Төштә генә бары осраша ла
Бүләк итә сәскә букетын.

Ышаныстар ҡала киләсәккә,
Һүндерә алмай һөйөү өмөтөн.
Атҡан таңда һинең ҡарашыңды,
Илем күген һаҡлай егетең.

Ғазаптары, һөйөү шатлыҡтары
Ябай ғына, һөйләп бөтмәҫлек.
Мөхәббәткә, вәғәҙә, һағышына,
Һынауҙарға түҙем был йәшлек.


* * *
Рәми Ғариповҡа


Иҫән саҡта һирәк осрашһаҡ та,
Тормош хәлен минән һорашты.
Үҙ ҡәрҙәше кеүек яҡын күрҙе,
Күҙ алдымда тора ҡарашы.
Ҡара бөҙрә сәсен артҡа сөйөп,
Табындарҙы йәмләп ултырҙы.
Ҡыуаныслы булды осрашыуҙар,
Илһамланып шиғыр уҡыны.
Йәмле йәйҙә Дим буйына төшөп,
Офоҡтарға ҡараш төбәнек.
Үҫмер малайҙарҙай бер вайымһыҙ
Тулҡындарға ятып тирбәлдек.
Осрашыуҙар ҡалды хәтеремдә,
Ҡабул итмәй йөрәк күптәрҙе...
Ишетергә теләп шағир тауышын,
Йәнем тетрәп, дауыл күтәрҙе.



Ҡайындарға һөйләйем серемде

Һинең хатты күптән алғаным юҡ,
Күңелдәрем тамам һүрелде.
Сәхрәләргә сығып бер яңғыҙым,
Ҡайындарға һөйләйем серемде.
Күрешергә барыбер иҫәп тотам,
Өҙөлмәһен генә өмөтөм.
Ғүмер буйы көйөп, янып үҙем,
Был донъяның боҙон иреттем.
Ҡайындарым йәшел шәлгә төрөп,
Иркәләне, һөйҙө, яратты.
Башты эйеп, ауыр һулағанда,
Ҡайғы-һағыштарҙы таратты.
Осрашҡан юҡ, күрешкән юҡ күптән,
Хатыңды ла үҙең яҙмайһың.
Юлдар осо һиңә алып килмәй,
Төштә генә күрәм, наҙлайһың.
Ҡайындарым йәшел шәлен болғап,
Тороп ҡала офоҡ артында.
Минең хәлде улар аңлай төҫлө,
Йырлар көйләй, һөйөү хаҡында.


Икмәк

Мейестә бешкән икмәк еҫе сыҡты,
Миңә генә әллә танһыҡмы.
Беҙҙең быуын егеттәре күрҙе,
Татып үҫте ауыр аслыҡты.
Икмәк ҡәҙерен белеп үҫкән өсөн,
Йәштән тоттом һабан үрелеп.
Атай әҙерен миңә ҡалдырмаған,
Йәшәмәйем һис тә иренеп.
Ҡунаҡтарҙа йөрөйөм мәжлес күреп,
Күңел асам шаулы туйҙарҙа.
Икмәк өсөн күпме тир түгәбеҙ,
Табындарға уны ҡуйырға.
Дәртле йырҙар тыуа, икмәк булһа,
Ай шикелле йөҙҙәр яҡтыра.
Ҡанда уйнай йәшен уты кеүек,
Ҡеүәт-көстө тәндә арттыра.
Мохтажлыҡ юҡ, муллыҡ арта ғына,
Уйланамын бары үткәнде.
Сәйем ҡайнап, мейестә икмәк бешһә,
Байрам итәм мин дә ул көндө.


Вернуться назад