Башҡорт киноһы килә!09.06.2017
Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы тәүге наградаһына лайыҡ булды. Башҡорт кинематогра­фис­тарының яңы эше Сыуаш Респуб­ликаһында үткән Х Халыҡ-ара кино фестивалендә ҡатнашты. Төп ролде — Уралды башҡарған Асҡар Нагаевҡа “Иң яҡшы актерлыҡ эше өсөн” “Анне” призы тапшырылды.
“Өфөнән һөйөү менән” фильмы Чебоксар ҡалаһындағы “Сеспель” кинотеатрында күрһәтелде. Фестивалгә фильмдың ҙур ижади төркөмө — режиссер һәм продюсер Айнур Асҡаров, ҡуйыусы оператор Тимур Ғәниев, төп ролдәрҙе башҡарыусылар Асҡар Нагаев һәм Полина Смыковская килгәйне.
Дебютант, йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның “Ҡырағай” фильмы ла “Иң яҡшы сценарий өсөн” призын алды.
Х Халыҡ-ара кинофестиваль барышында 100-ҙән ашыу кино күрһәтелде һәм ижади осрашыуҙар ойошторолдо.


Вернуться назад