“Ҡорос”тар шулай сыныға09.06.2017
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһында үткән “Театр һәм балалар” төбәк-ара театрҙар фестивалендә ҡатнашты. Ижади бәйгелә “Ауылға ҡыҙҙар килде” спектакле беренселәрҙән булып синхрон тәржемәлә күрһәтелде.
Республикабыҙҙа танылыу яулап өлгөргән “Ҡорос”тар бындай сәхнәгә беренсегә күтәрелмәй, әлбиттә. Өс көн дауамында Ижевск халҡы Башҡортостан, Татарстан, Удмурт, Сыуаш, Марий Эл республикаларының, Архангел, Киров, Ярославль өлкәләренең береһенән-береһе талантлы, сағыу театрҙарының тамашаһын ҡараны. Ҙур сәхнәлә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән халыҡтарҙың сығышы, мәҙәниәте бар ҡаланы моңға сорнаны, сихри сәхнә донъяһына әйҙәне. Фәдис Иҙрисов башҡарыуындағы ҡурай көйҙәре, Әлиә Әбдрәшитованың дәртле бейеүҙәре, Гүзәлиә Миңлебаеваның моңло йырҙары удмурттарҙы битараф ҡалдырманы, улар һоҡланып тамаша ҡылды, ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырҙы. Киң күңелле, ҡунаҡсыл, алсаҡ удмурт халҡының туғандарса мөнәсәбәте барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы.
Ә инде бәйгегә килгәндә, тыуған Башҡортостаныбыҙға беҙҙең “Ҡорос” халыҡ театры буш ҡайтманы: башҡорт филологияһы факультетының V курс студенты Илһам Теләүбаев “Беренсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында еңеп сыҡты, ә коллективыбыҙ үҙе III урын яуланы. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа етәксебеҙ Илнур Лоҡмановҡа, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллинға, башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситоваға, уҡытыусыбыҙ Гөлсинә Килмәковаға һәм университетыбыҙҙың режиссерлыҡ белгесе Рәмзис Зәйҙуллинға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.