Йәшәһен Торатау!09.06.2017
Ҡобайыр
“Юрматылар ғәмһеҙ” тигән
Таралмаһын яманат.
Торатауҙы һаҡлап ҡалыу
Ҡанбабанан аманат.
Эй, Торатау, Торатау –
Ер кендеге Торатау.
Күҙ ҡараһындай һаҡларбыҙ
Ата-баба мираҫын.
Ошо изге тауыбыҙҙың
Ебәрмәй ҡот-ырыҫын.
Эй, Торатау, Торатау –
Ил ҡалҡаны Торатау.
Сәскә еҫтәре аңҡыта
Туғарсалған күл буйын.
Шул саҡтарҙа ары торһон
Француздарҙың хушбуйы.
Эй, Торатау, Торатау,
Бармы тағы бындай тау?!
Тауҙың ҡиммәтен күтәрә
Әүлиәләр ҡәбере.
Уларҙың рухы ҡурсалай,
Ебәрмәй тау ҡәҙерен.
Эй, Торатау, Торатау –
Боронғонан изге тау.
Килер быуын бирер һорау:
“Ҡайҙа изге тауыбыҙ?”
Бөгөнгөһөн сарыф итһәк,
Яуап ҡайҙан табырбыҙ.
Эй, Торатау, Торатау –
Тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Ил ағаһы беҙҙе яҡлап
Ишеттерҙе бер ауаз:
“Мин башлыҡта торған саҡта
Һис бер кем ҡулын һуҙмаҫ”.
Эй, Торатау, Торатау –
Ер кендеге Торатау.
Һәр әҙәмгә төбәп әйтәм:
Торайыҡ тау һағында.
Фатихабыҙ насип булһын
Килер быуын хаҡына.
Эй, Торатау, Торатау,Рәйлә ҠОЛМЫРҘИНА.
Бармы тағы бындай тау?!