Бында берәй баланың өҙә баҫып бейеүен күрһәң, “Ҡайҙа өйрәнгән икән?” тип баш ватаһы түгел. Ни тиһәң дә, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышындағы өҫтәмә белем биреү мәктәптәренең иң танылғандарының береһе Мәсетлелә урынлашҡан.
Районда Балалар сәнғәт мәктәбе үткән быуаттың 70-се йылдарында асыла. Тәүге осорҙа ул Пионерҙар йортоноң ике бүлмәһендә урынлаша. Хәҙер инде ул саҡтар фотоальбомдарҙа ғына һаҡлана. Әммә шул ваҡыттан уҡ мәктәп Мәсетле районының мәҙәниәт үҙәге булып китә.Баштағы йылдарҙа унда утыҙлаған ғына бала уҡыһа ла, хәҙер уҡыусыларҙың һаны өс йөҙгә етә. 2001 йылда исеме Балалар музыка мәктәбе тип үҙгәртелә. Мәғариф программалары ла киңәйә. Был йәһәттән унда хәҙер сәнғәт һәм художество-эстетик йүнәлештәрҙә өҫтәмә белем бирелә. Уҡыусылар “Рәсем сәнғәте”, “Хореография”, “Музыкаль башҡарыу”, “Фортепиано”, “Башҡорт фольклоры” менән таныша. Өҫтәүенә ундан ашыу ансамбль һәм коллектив үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Үҙҙәре бигерәк тә өлгөлө “Көнбағыш” хоры һәм “Өлгөр” бейеү ансамблдәре менән ғорурлана. Ә яҡшы йыһазландырылған бүлмәләрҙә уҡып, мәктәптең концерт залында сығыш яһаған балалар ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге фестивалдәрҙә, бәйгеләрҙә тамашасыны һоҡландыра улар. Тормошта ла үҙҙәрен сәхнәләге кеүек тоталар.