Сәлимәнең “Яңы риүәйәт”е09.06.2017
Сәлимәнең “Яңы риүәйәт”еБөгөн ул биҙәгән кейемдәр менән ҡыҙҙар ҡайҙа ғына сығыш яһамай ҙа ниндәй генә сәхнәләргә сыҡмай. Әгәр мин уның йыраусы Нәфисә менән ҡурайсы Марат Тулыбаевтарҙың ҡыҙы икәнен белмәһәм, мотлаҡ рәүештә был баланың ата-әсәһе кем һуң, тип һорар инем. Сөнки милли нағышҡа булған тәрән һөйөү, мөнәсәбәт бишектән, хатта әйтер инем ҡан менән тәрбиәләнергә тейеш төҫлө.
Һәр хәлдә Сәлимә Усманова эштәренә ҡараһаң, шундай фекер уяна.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художестволы графика факультетын тамамлаған, милли кейемдәрҙе биҙәгән замандашыбыҙҙан үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләүен һораным.
– Ҡасан тыуҙы был ҡыҙыҡ­һыныу, Сәлимә?
– Башҡорт этнографияһына вузда уҡыған­да уҡ күңелем тартылды. Диплом эшем “Үҫәргән ырыуы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме” тип аталды, етәксем Тәлғәт Хәсән улы Мәсәлимов булды.
Сәлимәнең “Яңы риүәйәт”е
Башҡорт халҡының милли кейеме, кәсептәре, аш-һыуҙары хаҡында мин, әлбиттә, уҡыу йортона килгәс кенә ҡыҙыҡ­һына башламаным. Был хаҡта ишетә, күрә йөрөнөм, ғаиләмдә лә милли йолалар тотола. Ә инде бөгөн ижад иткән коллекциямды былтыр көҙ һис көтмәгәндә Азамат Юлдашбаев менән осрашҡанда уйлап, башлап ебәрҙек. Етен күлдәктәрҙе бик тырыш ҡыҙҙар менән бергә тегәбеҙ, аҙаҡ инде үҙем ҡул менән тамбур сигеүен һалам. Бына ошо рәүешле ярты йыл эсендә “Яңы риүәйәт” коллекцияһы тыуҙы ла инде.
– АҠШ сәхнәләренә лә сыҡты һинең күлдәктәр. Унда тап һинең эскиздарҙы ҡулланды бит танылған яҡташыбыҙ тамашасы алдында?
– Эйе, эскиздар һәм стиль минеке ине. Был хәл былтыр йәй булды. Актриса Лиана Хәбибуллинаны Голливудта уҙған Азия киноһы фестиваленә почетлы ҡунаҡ итеп саҡырғас, ҡатнашыусылар ғәйәт ҙур ҡәнәғәтлек менән үтергә яратҡан “ҡыҙыл келәм юл”дан атлағанда кейер өсөн уға образ, күлдәк әҙерләнем. Гүзәл Ҡазбулатова менән бергәләп ике аҙна эсендә кейемде тегеп, Учалы йәшмәһенән биҙәүестәр тағып, Асия Ғәйнуллинаның стилләштерелгән һаҡалын файҙаланып, үҙебеҙгә ҡалһа, үҙенсәлекле образ эшләнек. Минең ижадым – бына ошо башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейемдәре. Шул тиклем оҡшай үҙемә был эшем – көндәр буйына онотолоп китеп эшләй, сигә, уйлай алам.
Сәлимәнең “Яңы риүәйәт”е
– Тағы ла ниндәй яңы образдарың бар?
– Шәп яңылыҡ – ул күптән онотолған боронғолоҡ, тигән кеүегерәк әйтем бар бит әле. Шуның кеүек, миңә халҡыбыҙҙың тарихи кейемендә эҙләнеү ҡыҙыҡлы. Этнографияға таянып, көньяҡ-көнбайыш башҡорттарына хас еләнде стилләштереп эшләнем. Яурынса (эполет), бөйөрлөк һәм башҡа деталдәргә заманса интерпретация яһаным. Сигеү, тегеү эштәрем менән халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара фәнни конферен­цияларҙа ҡатнашып торам.
– Милли кейем хаҡында мәғлүмәтте ҡайҙан алаһың?
– Китаптарҙан, Интернет селтәренән алынған мәғлүмәт кенә аҙ, шуға күрә ирем, ҡайһы саҡ атайым менән Башҡортостан райондары буйлап экспедицияларға сығып китәбеҙ. Ысын хазина ул халыҡ күңелендә, хәтерендә, әгәр инде юлың уңышлы булһа, һандыҡ төбөндә ята. Ғаиләлә биҙәүестәрҙе, таҫтамалдарҙы, балаҫтарҙы, милли кейем өлгөләрен бик ҡәҙерләп һаҡлаған төбәктәр бар.
– Сәхнәнән тыш, көндәлек кейем дә бар бит әле һинең коллекцияла?..
– Этник стилдә тегелгән көндәлек милли күлдәкте һәр кем яратып кейер тип уйлайым, сөнки ҡара төҫтәге арзан күлдәктәрҙән кешеләр арыны. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, урамда ҡараңғы төҫтәге кейемлеләр йышыраҡ осрай. “Һоро масса” тип тә атайҙар уны урыҫтар. Рәссам булараҡ, шуға сағыу биҙәктәр, асыҡ төҫтәр индергем килә.
Сәлимәнең “Яңы риүәйәт”е
– Эшең үҙеңә оҡшай, ә бына шул ижад барышында ниндәй уйҙар кисерәһең?
– Этнография буйынса фәнни мәҡәләләр ҙә яҙа башлағанда күңелдә бик ауыр тойғолар йөрөнө. Сөнки мәғлүмәт аҙ, хатта ҡайһы бер кейемдәрҙең юғалып барыуын күреп йөрәк һыҙланы. Ә бит башҡорт милли кейеменең музейҙарҙа, ҡараңғы мөйөштәрҙә, шәхси коллекцияларҙа ғына түгел, ә көндәлек тормошта ла йәшәргә хаҡы бар. Был байлыҡты халыҡҡа кире ҡайтарырға кәрәк, тигән маҡсат менән ең һыҙғанып тотондом эшкә. Эскиздар төшөргән көндәлек кейемдәр нисегерәк килеп сығасағы аңлашылмай ҙа ине, әммә яңыраҡ “Һомай” студияһы ҡыҙҙарына кейҙереп, фотосессия эшләнек. Бик матур күренеш икән дә! “Этно-маркет”тың матур-матур биҙәүестәре, муҡсалары, папкалары менән этник, милли кейем өлгөләре тағы ла көсәйеп китә.
Донъяның хәҙер бик күп төбәктәрендә халыҡ үҙенең милли кейемен тергеҙә, шуның менән һатыу итә. Минеңсә, был бик ыңғай һәм беҙҙе милли тамырҙарыбыҙға бәйләгән күренеш. Был миңә оҡшай! Был – минең юлым!
– Атай-әсәйҙең баланы хуплауы аңла­шыла, ә башҡалар тарафынан ярҙам булдымы?
– Бер йыл элек Учалыға конференцияға барғайным. Уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты Азат Ғарипов менән таныштым, һәм бөгөнгә тиклем ул минең башланғыстарыма ышанып, ярҙам итеп тора.
Баймаҡ районының Кәрешкә ауылынан Гөлнур Йәнтилина әсәһенең күлдәгенә оҡшатып еңдәрен, итәген әҙепләп боронғо күлдәкте тергеҙгән, башҡа ҡул эштәренә лә шәп. Баймаҡта йәшәгән Рәмзә менән Тимерйән Хәлитовтар быуындан быуынға күсеп килгән селтәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Улар миңә ярҙам итеп ебәрҙе. Баймаҡ, Темәс, Сибай, Иҫәнғол, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Учалы, Өфө музейҙары етәкселәренә һәм фонд хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде еткерәм!
Ейәнсура районының Юнай ауылында йәшәгән өләсәйем Фәниә Вәлиева бала саҡ хәтирәләрен һөйләп үҫтерҙе. Әсәһенең ҙур тәңкәле сәсмәүеренең сылт-сылт иткән тауышына уяна торғайныҡ, тип һөйләй. Камзул, күлдәктәрҙең балитәкле булыуы хаҡында ла унан ишеттем. Ошолар хаҡында тыңлап үҫкәс, нисек ғашиҡ булмайһың инде халҡыңдың һәр биҙәгенә!


Вернуться назад