Һылыуҙар һынау тота02.12.2011
11 декабрҙә Өфөлә, Ҡала мәҙәниәт һарайында сағыу сара – "Мисс Өфө-2011" гүзәллек бәйгеһе үтәсәк. "Премьера" моделдәр агентлығы әҙерләгән тамаша бик тә үҙенсәлекле булмаҡсы: ойоштороусылар, был бәйгене ҡарағандан һуң, тамашасыларҙың ошоға оҡшаш саралар тураһындағы фекере тамырҙан үҙгәрәсәк, тип белдерә. Эш шунда: шоуҙа ҡатын-ҡыҙ гүзәллеген бар тулылығында сағылдырырға заман ҡаҙанышы – 3D технологияһы ярҙамға киләсәк. Ҡыҙҙарҙың проекция образдарын тамашасылар махсус күҙлекһеҙ ҡарай аласаҡ. Әлбиттә, һылыуҡайҙар ҡәҙимге конкурстарҙа ла көс һынашасаҡ. "Өфө гүзәле" исемен яуларға теләгән йөҙҙәрсә ҡыҙ араһынан 15 кеше һайлап алынған – сәхнәлә тап уларҙы күрәсәкһегеҙ. Еңеүсе, ҡиммәтле таж һәм бүләктәр алыуҙан тыш, "Мисс Рәсәй" бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ.
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад