Һирәгәйә бара сафтарыбыҙ02.06.2017
Һирәгәйә бара сафтарыбыҙҠорҙашым Ирек Кинйәбулатов көслө рухлы шәхес булып бик күптәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Ғүмеренең һуңғы йылдарында бик ҡаты ауырыуға дусар булһа ла, ул барыбер сафта ҡалды. Уның бик күп көндәре юлда үтте. Өфөлә генә түгел, республика райондарында һәм сит өлкәләрҙә әҙәби кисәләрҙә. Ижади осрашыуҙарҙа иң йыш ҡатнашҡан ҡәләмдәштә­ребеҙҙең береһе, һис шикһеҙ, Ирек Кинйәбулатов булғандыр.
Олоғая барған һайын уның күберәк ваҡыты сәфәрҙә уҙа торғайны. Ижад эштәре менән көндәлек тормоштан айырылып торғанда ла, ул ижади мөхи­те­беҙҙәге һәр яңылыҡты белеп йәшәне. Ҡулында – яңы гәзит һәм китап, кү­ңе­лендә һәр саҡ шиғри моң булды. Уның өсөн иң мөһиме әҙәби хәлдәр, миллә­те­беҙҙең рухи яҙмышын ҡайғыртып йәшәү ине.
Ирек бик күп ҡәләмдәштәребеҙ менән яҡындан аралашты, баш­ҡа­ларҙың уңышына ихлас ҡыуана белде. Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге тураһында хәстәрлек уны бик күп­тәрҙең ижадына иғтибарлы итте. Бигерәк тә йәштәр менән ижади бәйләнештә йәшәне, һәр һәләтле яңы исемдең уңыш­тарына ысын күңелдән ҡыуана белде.
Замандаштарыбыҙ аҙая, сафта­ры­быҙ һирәгәйә. Бигерәк тә Ирек Кин­йәбулатов һымаҡ тоғро юлдаш­тарҙы юғалтыу нығыраҡ юҡһын­дырасаҡ әле. Иңен төрлө ауыр­лыҡтар баҫҡанда ла, ул тормош юлдарынан ғорур атлап үтте. Матур кеше, яҡты йөҙлө, тапҡыр һүҙле ҡәләмдәш ине Ирек Кинйә­булатов. Уның ирониялы ҡарашы, кинәйәле теле һағындыра.
Был шиғыр Ирек Кинйәбу­ла­тов­тың вафатын ишетеүҙән бөтә булмышым тетрәнеп ҡалғанда яҙылды, дуҫым менән бәхилләшкән саҡта уҡылды.

Өстаған
Ҡорҙаштарым Тимер Йосопов менән Ирек Кинйәбулатовтың яҡты иҫтәлегенә

Ниндәй йыл был?!
Донъя емерелгәндәй
Һүрелгәндәй яҡты ҡояшы.
Ашыҡтылар ҡайҙа?
Бер-бер артлы
Китеп барҙы ике ҡорҙашым.

Беҙҙе – өс тиҫтерҙе Өфөләргә
Алып килде юлдар йыраҡтан.
Бер яғымда Тимер дуҫым булды,
Ирек дуҫым булды бер яҡта.

Өсөбөҙ ҙә һуғыш балалары,
Дәһшәт менән килде, эй, заман.
Бер-беребеҙгә беҙ таяныс булдыҡ,
Был тормошта булдыҡ өстаған.

Ҡорҙаштарым – халҡым ғорурлығы,
Әйтте шағир һүҙен, ир һүҙен.
Өстағандан ҡалдым бер яңғыҙым,
Өстағандан ҡалдым бер үҙем.

Ғәзиз ҡорҙаштарым!
Һеҙ киткәндә
Зиһендәрем китте таралып.
Күңелебеҙ һыҙлай,
Һыҙыла һағыш,
Башҡорт иле бөгөн яралы.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.



Вернуться назад