Гәзит туған телебеҙҙә һөйләй30.05.2017
Һыуыҡ икән, ҡолағыңды йәшер. Көрәшеп маташма. Тормошта беҙ йыш ҡына киреһен эшләйбеҙ шул. Был һауа торошона ғына ҡағылмай...
Була көрәшер урын, була яйлашыр урын...
***
Үлгән арыҫланға ҡуян да барып тибеп киткән, ти. Интернетта яҙылғандарҙы уҡығанда шул иҫкә төшә...
***
Рухи аҙыҡ тигәнде онота барабыҙмы әллә?! Ҡорһаҡты тултырыу менән генә йәшәй башлау күҙәтелә...
***
Башҡорт гәзит-журналдары тегене яҡтыртмай, быны яҡтыртмай, тиеүселәр бар. Был әйтелгәндәрҙе яҡтыртырлыҡ коммуникация саралары бихисап! Милли матбуғат мастер-класс бирә торған әсбап түгел дә инде, ул бары ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирә, тормошобоҙ тураһында ҮҘ ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘӘ һөйләй. Тик башҡортса ғына һөйләшә ала торған темаларҙы күтәрә. Ул шуның менән ҡиммәт.
***
Л. Кэрроллдың “Alice’s аdventures in Wonderland” (“Алиса в стране чудес”) тигән китабын башҡортсаға әйләндерҙем. Исемен туранан-тура инглизсәнән алып тәржемә иттем. Ҡалған өлөшөн Демурова менән Нестеренконан ҡарап – урыҫсанан тылмасланым. Әкиәтте “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары” тип атаным.
Мин быны инглиз телен яҡшы белгән кешенән консультациялар алып эшләнем. Инглизсә исеме – Элис, ул Әлис тип ишетелә. Әкиәттәге өс ҡыҙ: Elcie – инициал L.C., Лорина Шарлотта; Lacie – Алиса; Tillie – Матильда, Эдит. Мин уларға Әҙилә, Сәлиә, Дилә тип исем бирҙем. Сәлиә – Әлисәнең тулы анаграммаһы.
***
Мин ҡалаға уҡырға килгәс, педучилищелағы өлкән курс мәрйә ҡыҙҙарын тетя тип әйтеп аптыратҡаным булды. Әй көлдө инде шуны ишеткәндәр... Беҙҙә бит хатта үҙең менән бер йылғыларҙы ла, бер-ике айға алданыраҡ тыуған булһа ла, апай, ағай тип өндәшеү тәбиғи ине.
***
Һүҙлектәр менән эшләргә яратам. Иҫкеләрендә тәржемә ителмәй алынғандары күп. Яңы йыйынтыҡтарҙа мәғәнәһенә тап килгән һүҙҙәр табырға тырышҡандар. Ярайһы йыш компьютер терминдарын тәржемә иткәндә, төрлө төрки телдәрҙәге һүҙлектәргә, немец һүҙлегенә күҙ һалам. Тәү сиратта, әлбиттә, төркиҙәрҙекенә, унан немец, монгол телендәгеләргә лә ҡарап алам. Бигерәк тә немец телендәгеһен теләп ҡулланам, сөнки улар инглиздән һүҙмә-һүҙ алмай, бик теүәл генә итеп үҙ телендә һүҙ таба йә эшләп ала. Минең “нимессәм” шул икмәк-тоҙлоҡ ҡына ла, әммә һүҙлек ярҙамында осона сығып ҡуям, яңы һүҙ эҙләгәндә, уларҙың ысулын ҡулланған саҡтарым да булғылай.
***
Бер ҡыҙ “стихия” тигән һүҙҙе иҫке һүҙлектән ҡараған да яуап тапмаған. Мин йәнә шул немец һүҙлеген ҡарап, “Naturkraft” тигән алмашын күрҙем – тимәк, тәбиғи көс, тәбиғәт ҡеүәте. “Он в своей стихии – ул үҙ мөхитендә, яратҡан шөғөлөндә, үҙ ағымында; стихийное бедствие – тәбиғәт ғәрәсәте тип алырға була”, – тип яҙҙым да шунан башҡортса яңы һүҙлеккә лә күҙ һалырға булдым. Унда ла шулайыраҡ тәржемә ителгән, тик “ағымында” миҫалын тапманым.
***
Сит ил топонимикаһы тәржемә ителмәй, тик нисек бар, шулай башҡорт өндәре менән яҙылырға тейеш түгелме? Мәҫәлән, Галле немецса, ысынлап та, Һалле бит. Татар телендә Гонконг тигәнде Һоңкоң тип яҙғанды ла күргәнем бар.
***
Ҡара лебедь – Австралия һәм Тасманияла төйәкләнгән ҡош, беҙҙә ул булмаған, ағы аҡҡош тиелгән. Ҡараһы килеп сыҡҡас, яңы исем уйлап тормағандар, хәҙер ҡыҙыҡ яңғыраған ҡара аҡҡош атамаһы бирергә мәжбүр булғандар. Төҫ инде ҡоштоң айырылмаҫ атамаһына әүерелгән дә киткән.
Төрөктә – siyah kuğu, ҡаҙаҡта – қара аққу, ҡырғыҙҙа – кара ак куу, гугл-тәржемәселә үзбәксәһе юҡ – black swan тип инглизсә алған да ҡуйғандар.
***
Аҡҡош һүҙен башҡа төрки телдәрҙә сағыштырып, тамырында ҠУ тигән һүҙ ята тигән фекергә килеп ҡуйҙым әле. Ҡуныу – шунандыр. Әзериҙә аҡҡош – ҡу, ҡаҙаҡта – аққу, ҡырғыҙҙа – ак куу. Башҡорт һәм татар телдәрендә – ҠО-Ш, әлеге ҠУ-ҠО. Монгол телендә лә беҙгә ауаздашлыҡ байтаҡ бит, шуға уны ла ҡараным: аҡҡош – хун, ҡара аҡҡош – хар хун. Монгол телендә беҙҙең Ҡ, ғәҙәттә, һүҙ башында Х менән алмаша. Тимәк, баяғы ҠУ бында ла тамырҙа ята. Хар хун – ҡар(а) ҡун. Һүҙ беҙҙең телдә Ш, монголда Н ҡушылып яһалғанын да күрҙек. Бына монгол теленә асҡыс.
***
А.С. Пушкиндың А. Кернға арнап яҙылған “Я помню чудное мгновение” тигән шиғырын тәржемә иткәс: “Күп һүҙҙәре беҙҙең даирәнеке түгел, әле мин аңламайым, ә йәштәр ҡабул итерме икән? Был тәржемә үткән быуатҡа хас булыр ине”, – тип яҙҙылар.
Әҫәр 19-сы быуат башыныҡы бит, тәржемәлә йөкмәткеһен генә түгел, дәүер һулышын да биреү кәрәк, тип һанайым. Унан, кеше телебеҙҙе онота бара тип, улар артынан эйәрһәк, Эллочка-людоедочка шикелле 20 һүҙгә генә ҡалыуыбыҙ ҙа бар ...
***
Халҡыбыҙҙың алтын мираҫынан:
Барабан ҡаҡһалар –
барабан артынан,
Ҡумыҙ тартһалар –
ҡумыҙ артынан
Был беҙҙең хаҡта... Ҡор­бан етһә – Ҡорбан менән, Валентин етһә, валентинка менән ҡотлашабыҙ...



Вернуться назад