Урау юлдар аша үтеп...30.05.2017
Башҡорт эстрада сәнғәтендә нәфис һүҙ оҫтаһы булып танылған Рәйфә Садиҡованы республикабыҙҙа белмәгән кеше һирәктер. Йыр-моң, бейеү менән үрелеп барған тамашаны илһөйәрлек рухындағы һәм шиғырҙар, көлкөлө сығыштар менән байыта йор һүҙле, мөләйем ҡиәфәтле актриса.
Урау-урау юлдар үтеп килә ул сәнғәткә. Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында Ғәрифә менән Фәтхелислам Садиҡовтар ғаиләһендә донъяға килә. Рәйфәнән һуң тағы ла өс һеңлеһе тыуа. Өлкән апай булараҡ, уларҙы ҡараша, артабан ғүмер буйы кәңәшсе, терәк булып йәшәй.
Ауылда һигеҙенсе класты тамамлаған Рәйфә киләсәктә актриса булырға теләй. Артист һөнәрен етди итеп ҡарамаған атаһы ҡырҡа ҡаршы төшә. “Бик эшләгең килһә, һауынсы булып эшкә сыҡ, улар ауылда почетта, аҡсаһын да, игенен дә бирәләр”, — тигәс, атай һүҙен йыҡмай фермаға бара үҫмер. Өйҙәге кеүек бер түгел, егерме һыйыр тапшыралар уға. Һауын ҡул көсө менән башҡарыла ул ваҡытта. “Әһә, килдеңме, һылыуҡай, күрмәгәнеңде күрһәтәбеҙ инде хәҙер үҙеңә”, — тип ҡарағандай тойола буралай һыйырҙар. Бер минут та тик тора белмәйҙәр, туҡтауһыҙ мөңрәйҙәр, “эш боҙалар”, ҡойроҡтары менән килтереп биткә һуғалар. Бер һыйыры һөт тулы күнәгенә аяғын тыҡҡас, ҡысҡырып илап ебәргән ҡыҙ янына һауынсы апайҙар килеп етә. Һыйырҙың аяғын күнәктән алалар ҙа, һөттө һөҙөп, феләккә ауҙаралар. “Был бысраҡ һөттө ҡала кешеләре эсә бит”, — тип тағы илай Рәйфә. “Эй, балам, һыйыр бысратҡан һайын һөттө түгә башлаһаң, планыңды нисек үтәрһең”, — тиҙәр. “Ярар, өйрәнер әле”, – тип йыуаталар. Һауынсы булып бер көн эшләгәндән һуң, шуға төшөнә — уның урыны бында түгел.
Иртәгәһенә таң менән әйберҙәрен еңелсә төйнәп, шкафтан әсәһенең өс тәңкә аҡсаһын ала ла, бер кемгә лә әйтмәй, Өфөгә юллана. Ниәте — башта берәй ерҙә аҡса эшләп алыу һәм артабан мотлаҡ артист булып театрҙа уйнау. Баш ҡалала уны берәү ҙә көтөп тормай, әлбиттә. Бер танышы ла юҡ. Көнө буйы ҡала буйлап йөрөп, фатирға индереүҙәрен һорап, тамам хәлдән тая Рәйфә. Инде көн дә кисләп бара. Үҙәк баҙар янында арыған, асыҡҡан ҡыҙ баланың илап торғанын күреп, бер мәрйә әбей йәлләп, үҙенә алып ҡайта. Ашата, йоҡлата ла, почтамтҡа барырға кәңәш итә. Унда ауылдан килгән ҡыҙҙарҙы һөнәре булмаһа ла эшкә алалар икән.
Шулай почтала эшләй башлай, ятаҡтан урын да бирәләр. Урыҫ телен дә йүнләп белмәгән ҡыҙ ҙур ҡалаға тиҙ өйрәнеп китә. Түрәләрҙең өйҙәренә иртәнге гәзиттәрҙе тарата. Эштән һуң мәҙәниәт һарайына театр түңәрәгенә йөрөй башлай. Баш ҡалала мөхәббәтен дә осрата Рәйфә. Яратып, Хәбир исемле егеткә кейәүгә сыға. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары тыуа.
Төҙөүсе, балта оҫтаһы булған ирен Монголияға, Дархон ҡалаһын төҙөргә ебәрәләр. Энә ҡайҙа, еп шунда, тиҙәр. Рәйфә лә алыҫ илгә юллана. Ватандаштарыбыҙ күп була унда. Ҡатын өйҙә генә ултырмай, кино күрһәтеүсе булып эшләй. Үҙешмәкәрлектә ҡатнашып, яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһай. Монголияның профессиональ артистары менән дә күп тапҡыр концерттарҙа ҡатнаша. Ундағы телевидениеға ла төшөрәләр.
Монгол илендә өс йыл йәшәп ҡайтҡас, ҡайҙа ғына эшләмәй Рәйфә. Тиҙ арала бер нисә курс тамамлай: парикмахер, лифтер, секретарь-машинист, бухгалтер, келәт мөдире, электр лампалары заводында яҡтыртыусы. Кем генә булып эшләһә лә, үҙешмәкәр сәнғәттән айырылмай.
Тормош иптәше Хәбир йөрәк өйәнәгенән вафат булғас та, ул ҡайғы-хәсрәтен сәнғәт менән баҫырға тырыша. Бер күңел йыуанысы үҫеп килгән ҡыҙҙары булһа, икенсеһе — Химиктар мәҙәниәт һарайындағы Халыҡ театрында уйнау. Театрҙың режиссеры – Ҡазан мәҙәниәт институтын тамамлаған, Бүздәк районының Таулар ауылында тыуып үҫкән Рәлиф Мөхәмәҙиев. Һәүәҫкәр актерҙарға юғары профессиональ талаптар ҡуя режиссер.
Һомғол буйлы, сибәр Рәйфәгә спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе ышанып тапшыра. Үҙешмәкәр актрисаға башта еңел булмай, эҙләнергә, күҙ йәше түгергә тура килә. Ролгә инер өсөн Ә. Атнабаевтың “Ул ҡайтты”, Ш. Хөсәйеновтың “Зөбәйҙә — әҙәм балаһы”, Ф. Яруллиндың “Ана килә автомобиль” һәм башҡа спектаклдәрҙә иҫтә ҡалырлыҡ сағыу образдар тыуҙыра. Артабанғы яҙмышын да Рәлиф Мөхәмәҙиев менән бәйләй. Рәйфә Садиҡованың нәфис һүҙ оҫтаһы булып танылыуында ла ире Рәлифтең роле ғәйәт ҙур. “Ваҡытында профессиональ белем ала алмаһам да, өйҙәге уҡытыусым ғүмер буйы уҡытты һәм һаман да уҡыта мине”, — ти Рәйфә.
Үтә лә талапсан режиссер сәхнәнән яңғыраясаҡ һәр һүҙ, һәр монолог өҫтөндә ныҡлап эшләй. Актриса ғына түгел, нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ та даны таралған Рәйфә Садиҡованы Өфө Моторҙар эшләүселәр мәҙәниәт һарайының ул саҡтағы директоры Лев Пайкин үҙҙәренә эшкә саҡыра. Мәҙәниәт буйынса белеме булмағас, администратор итеп теркәйҙәр. Әйткәндәй, һүҙ ҡеүәһен белгән Лев Ефимовичтың уҡыусылары әле лә ҡала һәм республика күләмендәге шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә тик беренсе урындарҙы яулай. Конферансье менән бергә администратор ҙа булып эшләй Рәйфә. Бында ла һынатмай — Мәҙәниәт һарайында эшләп килгән хор һәм бейеү коллективтарының Урта Азия һәм Рәсәй буйлап гастролдәрен ойоштора.
Шулай бер ваҡыт телевидениеға төшөргә барғанда, ул ваҡытта музыкаль мөхәррир булып эшләгән Фәрит Бикбулатов Рәйфәгә иғтибар итә. “Һеңлем, үҙең дә, тауышың да бик матур, һинең урының профессиональ сәхнәлә булырға тейеш”, — ти. Һүҙ менән генә ҡалмай, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә урынлашырға ла ярҙам итә. Мәшһүр йырсы, үҙенең “Башҡортостан” концерт төркөмөн булдырғас, Рәйфәне лә үҙенә саҡыра. Гастролдәр менән республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең бик күп төбәктәрен гиҙеп сығалар. Ун йылдан ашыу эшләй ул был төркөмдә. Һуңынан яңы асылған Стәрлетамаҡ филармонияһында өс йыл эшләп ала Фәдис Ғәниев етәкселегендәге төркөмдә. Маҡтаулы исем биреү тураһында һүҙ ҡуҙғатыла. Әммә Өфөгә кире ҡайтыу сәбәпле, награда бирелмәй ҡала.
Артабан инде Рәйфә Садиҡова әлегә ҡәҙәр төрлө артистар менән эшләй. Юғары һөнәри оҫталыҡҡа өлгәшә. Тамашасы уның һәр сығышын яратып ҡабул итә. Артистар гастролдәргә гел Рәйфәне алырға тырыша. Хәсән Усманов, Резеда Әминева, Илдар Нурлы, Нурия Абдуллина һәм башҡалар менән ул һаман да юлда. Яңынан-яңы номерҙар өҫтөндә эшләй. Бер сәхнә әҫәре лә әҙер генә килеп инмәй артистың репертуарына. Һәр тексты яңынан эшләргә, темаһын бөгөнгөгә яраҡлаштырырға, яңы деталдәр өҫтәргә, “ит үрҙерергә” тура килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә эстрада сәхнәһе өсөн махсус яҙыусылар бик аҙ. Бер концертта ғына ла әллә нисә сүрәттә сыға ул тамашасы алдына. Йөрәктәргә үтеп инерлек итеп шиғырҙар һөйләй, сатирик монологтары менән тамашасыны һыны ҡатҡансы көлдөрә. Һәр образына тап килтереп костюмдарын да үҙе тегә. Шулай итеп, һәр эстрада номерынан бәләкәй спектакль килеп сыға. Бер миниатюраһында ул, инде өлкән йәшкә етһә лә, йәшәүҙән туймаған, күтәренке рухлы, тормошта күпте күргән шаян әбей, икенсе сығышында ҡасандыр типһә-тимер өҙөрлөк булған, хәҙер инде эсеүе арҡаһында ғаиләһен дә, кешелек йөҙөн дә юғалтҡан, ваҡытынан элек ҡартайған ир булып сыға. “Рәйфә” скетчында иһә байлыҡ, аҡса артынан ҡыуып, кешеләрҙе алдап, йышылып бөткән, хәйләкәр ҡатынды күрһәтә. “Димсе” сатирик миниатюраһында актриса, яңғыҙаҡтарға иш табам тип, үҙе көлкөлө хәлдәргә ҡалған димсе ҡатынды һүрәтләй.
Ҡайһы бер сығыштарына тамашасылар ҙа ҡушылып китә. Концертҡа килгән халыҡ бер артистың төрлө образға инеүенә хайран ҡала. Эҙләнеүсән, тынғыһыҙ актриса һаман да яңы концерт номерҙары өҫтөндә эшләй. Юлда йөрөгәндә лә йә шиғыр, йә яңы юмореска ятлап бара. Эстрада артистарының II Бөтә Союз фестивале лауреаты Рәйфә Садиҡованың гастроль сумаҙаны һәр ваҡыт әҙер.
Күп ваҡыты юлда үтеүенә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарына ла яҡшы тәрбиә бирә алған. Өс ейәнсәре лә өләсәйҙәрен уңыштары менән шатландырып тора. Ихлас, киң күңелле Рәйфә апайҙың дуҫтары ла бик күп. Өйөндә сағында был ҡунаҡсыл ғаиләнән кеше өҙөлмәй. Яҡташтары ла Рәйфәне онотмай, концерттар менән саҡырып тора, юбилейы һайын бүләктәр тапшыра. Шуға хайран ҡалам – Әлшәй районы етәкселеге, был яҡтан бик күп сәхнә кешеһе сыҡһа ла, береһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Яҡташтарының һәр береһен ҡәҙерләй белеүҙәре һоҡланырлыҡ, хатта көнләшерлек.
“Бәләкәй саҡтан артист булырға хыяллана инем. Урау-урау юлдар үтеп, теләгемә ирештем, — ти Рәйфә Садиҡова. — Байтаҡ ғүмер йәшәлде, күпме юлдар үтелде. Әммә һаман да барыһы ла алда булыр кеүек”.