Бәхет көтә06.04.2012
Бөгөн Өфөләге Конгресс-холда йырсы Хәлимә Ғәббәсова “Яҙмыштан бәхеттәр көтәм” тигән тәүге концерт программаһын тәҡдим итә.
Ул башҡарған йырҙарға моң ҡатыш һағыш тойғоһо хас.
— Булмышымдан ҡаса алмайым. Ижадымда күберәк моңһоулыҡ өҫтөнлөк итә икән, берүк мине шулай ҡабул итегеҙ, — ти йырсы. — Бәлки, күңелем тулы һағыштыр ҙа. Был хаҡта үҙемә лә әйткәндәре бар. Йырҙарымда үткән тормошомдоң һағыштары ла, шатлыҡтары ла сағылыш тапҡан, быны һис кенә лә йәшермәйем.
Хәлимә Ғәббәсованың моңон үҙ итеүселәр, концертҡа рәхим итегеҙ.
А. АБҘАҠОВ.


Вернуться назад