Әкиәт һөйлә әле, Улым!26.05.2017
Был конкурс хаҡында күп яҙғаным булды, әммә бер ҙә генә ҡатнашып ҡарарға башҡа килмәгән. Ярай әле иғтибарлы тәрбиәселәр бар: 167-се балалар баҡсаһына йөрөгән кесе улымды ошо сараға күрше төркөм тәрбиәсеһе Оксана Ялалова әҙерләне. Бына шунда күрҙем дә инде байрамдың эске донъяһын. Иҫ киткес матур, тәрән кисерешле, мөғжизәле бер тамашаға барып эләктек.
Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф ида­ралығы тарафынан башта башҡорт халыҡ, аҙаҡ донъя халыҡтары әкиәттәрен һөйләү буйынса ойошторолған был конкурста, ысынлап та, балалар бик теләп ҡатнаша, үҙҙәренең сәхнәгә сығыр мәлен талпынып көтөп ала. Быйыл да урыҫ, ҡырғыҙ, итальян, албан, үзбәк һәм башҡа халыҡтарҙың әкиәттәрен һөйләп кенә ҡалманы­лар, ә сәхнәләштерҙеләр ҙә, улар буйынса йәнһүрәттәр ҙә, ҡурсаҡтар ҙа, уйынсыҡтар ҙа эшләгәндәр. Ғәжәйеп бер ижади майҙан булып балҡып торҙо М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры­ның икенсе ҡатындағы фойеһы.
Өфө ҡалаһының 323-сө балалар баҡ­саһы тәрбиәләнеүселәре башҡорт хал­ҡы­ның “Ялҡау ҡыҙ” әкиәтен сәхнәләш­терһә, 122-се башҡорт гимназияһының фольклор коллективы итальян халҡының ошо уҡ исемле әкиәтен тәҡдим итте. Хәтәр килештереп ебәрә инде йәш артистар. Албан халҡының “Бүре менән ишәк” әкиәтен һөй­ләгән 99-сы мәктәп уҡыусыһы Линар Ҡот­ләхмәтовтың оҫта итеп тасуири уҡыуы һоҡ­ландырҙы. Ә инде үзбәк хал­ҡының “Бай менән ҡаҙый” әкиәтен алып килгән башҡорт йәкшәмбе мәктәбе уҡыу­сылары тамашасыны ихлас көлдөрҙө. Урыҫ халыҡ әкиәте “Тирмәкәй”ҙе сәхнә­ләштергән 51-се баш­ҡорт балалар баҡсаһы фольклор ансам­бленә ҡарап һоҡландыҡ. Ә инде “Атаһын тоҙ кеүек яратҡан ҡыҙ” башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләгән 292-се балалар баҡсаһы тәрбиә­ләнеүсеһе Йәмилә Хисаметдинова­ның тулҡынландырғыс, урыны-урыны менән йәлләткес тауышын ишетеп, күҙҙәргә йәш тә төйөлдө. Әйтерһең, Йәмилә бына үҙе­нең тарихын һөйләй инде! Афарин, бә­лә­кәс, юҡҡа ғына үҙеңә 1-се урын бирел­мә­не! М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Нурсилә Фазлетдинова “Шишмә йыры” тип аталған башҡорт әкиә­тенән бер матур композиция эшләгән: әле һөйләп ебәрә, әле бейеп китә, әле йырлай...
Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған кон­курстың еңеүсеһен Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов иғлан итте. Ул – 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Нургиз Ғәлиас­танов. Өс кенә йәшлек малайҙың оҙон әкиәтте тәмләп тороп, матур итеп һөйлә­үенә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Ана нисек ул башҡортса таҙа һөйләшә, өндәрҙе дөрөҫ әйтә! Ярышҡа әҙерләгән тәрбиәсеһе­нә генә түгел, ата-әсәһенә лә рәхмәт! Тел бит иң тәү сиратта ғаиләлә тәрбиәләнә.
Юҡҡа ғына баһалама ағзалары сарала әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләрҙе лә тәбрик­ләүҙе урынлы тапмағандыр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов Эниев­тарҙы, Ҡаҙаҡбаевтарҙы, Әхмәҙиевтәрҙе, Толом­баевтарҙы, Садиҡовтарҙы, Абдул­линдарҙы тәбрикләне.
Ябай ғына бер идеянан барлыҡҡа килгән был конкурс балаларҙа мөғжизәле әкиәткә ышаныс ҡына уятып ҡалмай, ә телде, тел­дең моңон тәрбиәләй. Ә ниндәй матур бү­ләктәр бирҙеләр уларға! Йомшаҡ уйынсыҡ­тарҙы балалар ҡосаҡлап уҡ алды. Нургиз Ғәлиастановтың айыуы үҙенән өс тапҡырға ҙурыраҡ ине! Баһалама рәйесе, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев әйткәнсә, был балаларҙың балалары әкиәтһеҙ үҫмәҫ, сөнки улар бала сағынан әкиәт һөйләй. Хәҙер мин дә рәхәткә сыҡтым әле: улым әкиәт һөйлә тиһә, әйҙә, улым, башта һин һөйлә, тим. Ул бүләк айыуын тотоп йүгереп килә лә: “Эт нисек үҙенә хужа тапҡан. Башҡорт халыҡ әкиәте”, – тип теҙә башлай...


Вернуться назад