Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында билдәле яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабының исем туйы үтте.
Мәүлит Байгилде улы уҡыусыларға ике тиҫтә китабы аша таныш: улар араһында шиғри йыйынтыҡтар, роман-повестар, әкиәттәр, эпос-дастандар ҙа бар. Әммә әҙиптең был эше айырым иғтибарға лайыҡ, сөнки донъялағы миллионлаған кешеләрҙең уртаҡ ҡомартҡыһы булған изге китапты тәржемә итергә йөрьәт итеү – үҙе үк оло яуаплылыҡ, ә инде уның мәғәнәһен юғалтмайынса шиғри аңлатма биреү рухи батырлыҡҡа тиң. Ҡөрьән-Шәриф – Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаһу-ғәләйһис сәләм аша Аллаһ Тәғәләнең кешеләргә ебәрелгән изге китабы, төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән тора. Рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән, сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленгән. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, алты меңдән ашыу аят бар.
Ислам диненең нигеҙен тәшкил иткән изге китап – баһалап бөткөһөҙ рухи, мәҙәни хазина, иман сығанағы, унда тормоштағы барлыҡ ғәмәлдәр, кешелек өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр телгә алынған.
Әлбиттә, бындай ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәтте тиҙ арала башҡарыу мөмкин түгел: Мәүлит Ямалетдин изге китаптағы сүрәләрҙе шиғри юлға һалыу буйынса эште сирек быуат дауамында алып барған, 2002 йылда Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты фатихаһы менән 50 сүрә биш мең дана тираж менән тәүге тапҡыр “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә донъя күргән, ул мәктәптәргә, китапханаларға таратылған.
“Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма”ның артабанғы яҙмышы Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән изге ниәтле, булдыҡлы кешеләр ҡулына эләккән тиһәк, һис тә яҙыҡ булмаҫ. Эш шунда: китап ҡабаттан донъя күрһен, тағы ла күберәк уҡыусыларға барып етһен өсөн матди яҡтан хәстәрлекте республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәле эшҡыуарҙар, хәйриә һәм меценатлыҡ эшмәкәрлеге менән киң танылған арҙаҡлы милләттәштәребеҙ Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтар үҙ өҫтөнә алған. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, баҫма уларҙың ҡулына килеп эләккәс, бының ни тиклем мөһим күренеш, рухи хазина икәнлеген тәрән аңлаған Фазлетдиновтар 50 сүрәне тағы ла 300 дана тираж менән баҫтырырға ҡарар итә. Ошо айҡанлы 2014 йылдың сентябрендә Учалы районының Рафиҡ ауылындағы “Әбдрәхим” мәсетендә тантана ойоштора, баҫманы халыҡҡа тарата. Ул ғына түгел, шиғри аңлатмаларҙың авторы Мәүлит Ямалетдин менән артабан да хеҙмәттәшлек итергә, шиғри ҡалыпҡа һалынған сүрәләр һаны артһа, тағы ла китап баҫтырыуҙы хәстәрләргә ниәтләй. Һөҙөмтә булараҡ, 2015 йылда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты фатихаһы менән 76 сүрәнән торған – 500, быйыл иһә тағы 1000 дана баҫма донъя күргән. Ошо урында “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәте хеҙмәткәрҙәренең оло хеҙмәтен дә телгә алып үтеү фарыз: китапты баҫмаға әҙерләүҙе тап улар тормошҡа ашырған.
Һис шикһеҙ, Фазлетдиновтарҙың уникаль баҫманы халыҡҡа еткереү, милләтебеҙҙең рухи киләсәген хәстәрләү йәһәтенән башҡарған эше бик сауаплы, һәр яҡтан юғары баһаға лайыҡ. Ғөмүмән, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы һәм Ҡадурий Әбдрәхим улы күп яҡлы эшмәкәрлеге менән хайран ҡалдыра. Улар – Башҡортостандың иҡтисади-ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан билдәле шәхестәр, танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Ғаилә ойошторған “Семигорье” һәм “Румикс” фәнни-етештереү фирмалары – халыҡ-ара кимәлдә һәм Рәсәйҙә үткәрелгән абруйлы конкурстарҙың еңеүсеһе, төрлө юғары баһаларға лайыҡ. Бынан тыш, Фазлетдиновтар республикала бер нисә мәсет төҙөткән, шул иҫәптән тыуған яҡтарында – Учалы һәм Әлшәй райондарында ла.
Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендәге сара ла уларҙың ҡатнашлығында ойошторолған. Тамашасыларҙы уникаль рухи хеҙмәтте башҡарған арҙаҡлы замандашыбыҙ, баҫманың авторы Мәүлит Ямалетдин менән осраштырыу, артистарҙың аһәңле сығыштары аша китаптың баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтен халыҡҡа еткереү йәһәтенән был иманлы сара киләсәккә рухи ишара, ыңғай өлгө булып торҙо.
Тамашаны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән. Рәүис Заһитов, Нурия Ирсаева, Миңзәлә Хәйруллина, Гүзәл Маликова, Светлана Хәкимова, Алһыу Бәхтиева, Илдар Ғүмәров, Ирек Булатов, Гөлнара Әмирова, Рәзифә Динмөхәмәтова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров, Сәғиҙулла Байегет, Радик Динәхмәтов һәм башҡа билдәле сәхнә йондоҙҙары Ҡөрьән сүрәләренең шиғри аңлатмаларын уҡып ишеттерҙе, мөнәжәттәр яңғыратты, иманлы йырҙар менән күңелде нурланы. Мәүлит Байгилде улына дин әһелдәре, ҡәләмдәштәре, яҡташтары бик күп йылы һүҙҙәр еткерҙе, милләтте, туған телебеҙҙе данлаған оло хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы исеменән милләтен эше менән данлаған уҙамандың иңенә хөрмәт йөҙөнән һөлгө япты. Әйткәндәй, сараны ойоштороуға күп көс һалған Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште:
– Китаптың исем туйы көтөлгәндән дә шәп, бер тынала үтеп китте. Рухиәтебеҙҙе байытҡан, күңелдәрҙе нурлаған сауаплы күркәм кисәне Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙғарыу форсаты биргән өсөн уның етәксеһе Олег Закир улы Хановҡа айырыуса ҙур рәхмәт. Тамаша режиссеры булараҡ, Хөрмәтулла Ғаззали улының да юғары профессионал, үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген тағы бер билдәләһәм, икенсенән, уның кеүек ипле, итәғәтле, иманлы кешеләр һирәк тип әйтер инем. Ҡөрьән сүрәләренең шиғри аңлатмаларын танылған актерҙар уҡыны, изге тәғлимәттәр тамашасыларға бар тәрәнлегендә, тулы мәғәнәһендә барып етте – бының өсөн уларға ла ҙур рәхмәт. Йәнә, сәхнә әһелдәре кейгән күркәм кейемдәрҙе иғтибарға алып үткем килә. Актрисаларҙың юғары зауыҡ менән тегелгән күлдәктәрен, баш кейемдәрен күреп һоҡланып ултырҙым. Минеңсә, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары гел шундай күркәм ҡиәфәттә йөрөргә тейеш! Тамашасылар араһында йәштәр күп ине: уларҙың күңелендә лә ошондай тәүфиҡлы, матур күренешкә ҡарата ыңғай тойғолар тыуғандыр, тип уйлайым.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты вәкиле, баш ҡаланың “Йәмиғ” мәсетенең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәт Әхмәров иһә Мәүлит Ямалетдиновты, Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтарҙы ойошманың абруйлы бүләге – миҙалдар менән наградланы. Был дәрәжәле билдә Ватан мәнфәғәтендә күп йыллыҡ хеҙмәт күрһәткән, йәмғиәттең рухи нигеҙҙәрен тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән, ата-бабаларҙан ҡалған тарихи һәм рухи мираҫты һаҡлаған шәхестәргә бирелә.
Күркәм тамаша иһә әһәмиәтле, символик мәғәнәгә эйә булған матур ғәмәл менән йомғаҡланды: Ҡадурий Фазлетдинов сауаплы сарала ҡатнашҡан барлыҡ сәхнә әһелдәренә “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” баҫмаһын бүләк итте, шулай уҡ йәш быуын вәкилдәренә – балаларға ла тапшырҙы.
– Бөгөн беҙҙең башҡорт иле өсөн – тарихи көн, иҫтәлекле ваҡиға: халҡыбыҙға Мәүлит Ямалетдиндың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма”ларын еткерә алдыҡ. Был сараны ваҡыт үткәс тә иҫкә алырҙар, әһәмиәтен йылдар бейеклегенән баһаларҙар, сөнки халҡыбыҙ мәңгелек рухи хазинаға, мәҙәни ҡомартҡыға эйә булды. Үҫеп килгән быуын иһә – беҙҙең киләсәгебеҙ. Улар күңеленә бәләкәй саҡтан иман орлоғо һалынып, ул артабан күкрәп үҫә икән, тимәк, беҙҙең милләттең, илдең киләсәге тыныс, ышаныслы буласаҡ, – тине Ҡадурий Әбдрәхим улы.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Рәшит ШӘКҮР, яҙыусы, ғалим:– Башҡорт халҡы уҙған ХХ быуат менән үҙенең туған телендә донъя күргән изге Ҡөрьән китабын ҡулына тотоп хушлашҡайны. Хәҙер бына яңы быуатҡа, яңы мең йыллыҡҡа беҙ, шөкөр, “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” тип нарыҡланған уникаль баҫма менән аяҡ баҫабыҙ. Был – яңы дәүерҙәге тарихыбыҙҙа һәм рухиәтебеҙҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур шатлыҡ һәм ҡыуаныс. Иманлы күңеле һәм илһамлы хеҙмәте менән халҡыбыҙға ошо шатлыҡты бүләк иткән өсөн оло талант эйәһе Мәүлит Ямалетдинға сикһеҙ рәхмәт. Аллаһ Тәғәлә уға артабан да яңынан-яңы ижади артылыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхеттәре насип итһен!Салауат РӘСҮЛЕВ, “Хаммат” мәсетенең имам-хатибы, Учалы районы:– Мосолман донъяһының танылған мәғрифәтсеһе Зәйнулла ишан Рәсүлевте, атаҡлы ғалим, Көнсығыш белгесе, академик В. Бартольд ваҡытында “үҙ халҡының рухи короле” тип атаған. Учалы тамырлы әҙип Мәүлит Ямалетдиндың “Ҡөрьән Кәримде” туған телебеҙгә шиғри формала тәржемә итеүе, шундай әһәмиәтле, яуаплы эште уңышлы башҡарып сығыуы атаҡлы фекер эйәһе Зәйнулла Рәсүлевтең рухи эшмәкәрлегенә ауаздаш, яҙыу стиле буйынса ла һис кәм түгел. Ғөмүмән, был ҙур эш ваҡыт үткәс, тағы ла юғарыраҡ баһаланасаҡ, рухиәтебеҙҙең нигеҙен тотоп торған терәктәрҙең береһенә әүереләсәк.
“Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма”ны уҡып сыҡҡас, вәғәздәр ваҡытында, аяттарҙа ошо китаптан шиғри юлдарҙы ла ҡулланыу һис тә яҙыҡ булмаҫ тигән фекергә килдем, сөнки тәржемә мәғәнәүи йәһәттән шундай оҫта башҡарылған, авторҙың һүҙ байлығы киң.
Китаптың дин әһелдәренең фатихаһын алғандан һуң күберәк тираж менән нәшер ителеүе бик яҡшы.
Әйткәндәй, мосолмандарҙың изге китабын шиғри юлдарға һалыу тәжрибәһе быға тиклем дә булған, тик рус телендә. Унан тыш, бөйөк рус шағиры Александр Пушкин Ҡөрьәнде уҡып сығып бик илһамланғаны, ошо рухи күтәренкелек нигеҙендә 33 сүрәне шиғыр рәүешенә һалғаны билдәле (“Подражая Корану” шәлкеме). Әммә бындай эштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә башҡорт телендә бөтөнләй беренсе тапҡыр башҡарылған. Шуға ла Мәүлит Ямалетдиндың эшен йәмәғәтселек, дин әһелдәре тейешенсә баһалар, тип ышанам. Азат КӨМӨШБАЕВ, “Йондоҙ” гәзитенең баш мөхәррире, Әбйәлил районының Ҡушый ауылы мәсете имам-хатибы:– Халҡыбыҙҙың билдәле шағиры Мәүлит Ямалетдинов, төрки донъяла беренсе булып Изге китапты башҡортсаға шиғыр рәүешендә тәржемә итеп, беҙҙе ҡыуандырҙы. Ҡөрьәндең төп нөсхәлә шиғри формала булыуы, ә башҡортсала тик прозала яңғырауы уны аңлауҙы бик тә ҡатмарлаштыра ине. Мәүлит Ямалетдин, бай тәжрибәле белгес, ҙур шағир булараҡ, тәржемәне бик оҫта башҡарған. Шуға ла инде уның был хеҙмәте изге яҙмабыҙҙы яҡыныраҡ, тәрәнерәк аңларға мөмкинлек бирҙе.Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА, журналист, яҙыусы:– Дөйөм алғанда, Ҡөрьән һүҙҙәрен шиғри юлдар аша ҡабул итеү ниндәйҙер күңел бөйөклөгөн хасил итә. Камиллыҡты һәм аһәңлекте тоймау мөмкин түгел. Бер Аллаһтың барлығын, берлеген, бөйөклөгөн тойоу шиғри юлдар аша нығыраҡ биреләлер, күрәһең. Рифмалы һүҙҙәр хәтергә лә нығыраҡ һеңеп ҡала. Хатта халыҡ ҡомартҡылары ла беҙҙең көнгәсә башлыса ошо рәүешле килеп еткән бит. Мәүлит Ямалетдиндың ҙур эшен, изге төшөнсәләрҙе шиғри сәнғәт аша аңлатыу, тип әйтергә лә мөмкиндер.