“Сыңрай-сыңрай осоп килә Сыңрау торнаҡай...”26.05.2017
“Сыңрай-сыңрай осоп килә Сыңрау торнаҡай...”Баш ҡалабыҙҙа барған Рудольф Нуриев исемендәге XXI халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале “Сыңрау торна” беренсе башҡорт балеты менән башланып китте. Быйыл ул яңы сценографик версияла Башҡортостан Республикаһы Башлығы бүлгән грант ярҙамында сәхнәгә ҡуйылды.
Әле 1944 йылда уҡ башлап күрһәтелгән балет милли бейеү сәнғәтенең классикаһы һанала. Ул бер ҡасан да Өфө театрҙа­рының репертуарынан төшмәне. Ә инде Рудольф Нуриевтың яҙмышына ул ике тапҡыр шул уҡ образдарҙа, шул уҡ дәрт, илһам, ялҡынлы тәьҫир менән килеп инә һәм уның тормошонда ҡырҡыу үҙгә­рештәр тыуҙыра. Бөтә донъяға билдәле бейеү­сенең генә түгел, балеттың үҙендә лә яңырыуҙар, боролоштар булып тора. Уның партияларын ҡабат­ланмаҫ итеп беренсе тапҡыр СССР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Насретдинова менән РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Хәләф Сафиуллин баш­ҡарһа, бөгөн тамашала Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаттары һәм Башҡорт­остандың халыҡ артистары Гөлсинә Мәү­лекәсова менән Илдар Манапов бейей. Нәфис һәм шиғри, ялҡынлы бейеүҙәге таҙа мөхәббәттең көнләшеүҙе лә, ҡомһоҙлоҡто ла, мә­керлекте лә еңеп, яҡшы­лыҡтың, матурлыҡтың тантана итеүен юғары оҫта­лыҡ менән күрһәтеүҙәре үҙ тамашасыһының ғына түгел, сит илдәрҙән килгән фестиваль ҡунаҡтарының да күңелдәренә үтеп ин­гәндер тип ышанғы килә. Әйткәндәй, тәнҡитселәр сифатында сығыш яһаған Бөйөк Британияның Тәнҡит түңәрәгенән грэм Уоттс, башҡарма секретариаттан Фабиана Джарамийо, Париж операһынан Леонор Болак һәм Алессио Карбоне республика­быҙҙың милли сәнғәтенә ҙур мәртәбә өҫтәйәсәк.
“Сыңрай-сыңрай осоп килә Сыңрау торнаҡай...”Балеттың яңы сце­ног­ра­фияһы ла үҙенең милли талаптарға таянып эш­ләнеүе менән уңышлы. Уның авторы — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы, республикабыҙҙың алдын­ғы һынлы сәнғәт оҫтала­рының береһе, профессор Рифхәт Арыҫланов. Рәс­самдың ижады менән бер бөтөн булған “Сыңрау торна” балеты бөгөн респуб­ликабыҙҙың милли бейеү сәнғәтен юғары кимәлгә сығарҙы ла инде. Тамашасы халҡыбыҙҙың Ислам диненә тиклемге мәжүси­лек замандарынан алын­ған һыҙаттарҙы, башҡорт аҡһаҡалдарының ғөрөф-ғәҙәттәрен, кешеләрҙең тә­биғәт менән берлектә тереклек итеүен, бәлә кил­гәндә уларҙың бер бөтөн булыуын асыҡ күрҙе. Классик бейеү халҡы­быҙҙың йолаларын кәүҙәлән­дереп, милли ауаздар менән үрелеп башҡарылды. Батыр һунарсыларҙың дәһ­шәтле бейеүҙәре, таһыллы ауыл егеттәренең сәмле ярыштары, гүзәл дә, көслө лә торналарҙың осоштары ирек яратыу символы булараҡ ҡабул ителде. Үтә лә йәнле адажио-дуэттар, күңелдең иң тәрәндәге ҡылда­рына ҡағылған монолог-вариациялар, әйтерһең дә, кешелек рухиә­тенең серле донъяһы шар­шауын асып ебәрҙе. Сәхнәлә барған барлыҡ ваҡиғаларҙың да халҡыбыҙҙың менталитетын сағыл­дырған холоҡтар һәм тойғолар нигеҙендә ҡоролоуы менән мөһим дә, ҡәҙерле лә.
Әйткәндәй, “Сың­рау торна”нан тыш, 2 июн­гә тиклем тамашасы­ларҙы тағы “Ромео һәм Джульетта”, “Баядерка”, “Корсар” балеттары көтә.



Вернуться назад