Беренсе башҡорт рәссамына мәҙхиә24.05.2017
Беренсе башҡорт рәссамына мәҙхиәҠасим Дәүләткилдеевтың ижад юлы башҡорт һынлы сәнғәтенең кәүҙәләнә башланған осорона бәйле. Халҡыбыҙҙың рәссамлыҡ сәнғәтенә уның фиҙакәр хеҙмәте арҡылы нигеҙ һалына ла инде.
Тыуған яғының матурлығын данлаған әҫәрҙәре, Нестеровтың киндергә төшөрөлгән рәсемдәре менән бер рәттән, Өфөнөң һынлы сәнғәт музейында урын алған. Ғәҙәти бер нәфис сәскәнән алып киң йыһандағы йондоҙҙарға тиклем рәссам өсөн донъя бер бөтөн булған. Уға яҡшылыҡ, матурлыҡ, хәҡиҡәт, мөхәббәт, ғәҙеллек, азатлыҡ күренештәрен, туған халҡының һәм, ғөмүмән, кешелектең рухиәтен, күңел гүзәллеген сағылдыра белеү һәләте бирелгән.
Беренсе башҡорт рәссамына мәҙхиәРәссамдың тормош юлына күҙ һалһаҡ, уның йәшәйеше лә ижадтан айырылғыһыҙ булған. Бөлгөнлөккә төшкән баяр ғаиләһендә тыуып та, үҙен, һәләтен үҫтерергә көс табып, ҙур шәхес булыуға өлгәшә ул. Хәйер, фәҡәт беҙҙең гимназия уның исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә бит, бөйөк рәссамдың исемен! Беҙ, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусылары, уның башҡорт һынлы сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалыуын баһалайбыҙ һәм ғорурланабыҙ. Ошо көндәрҙә Ҡасим Дәүләткилдеевҡа 130 йәш тулған булыр ине. Был байрамға арнап, гимназия үҙенсәлекле сара ойошторҙо. Унда уҡыусылар рәссамдың ижады менән тәрәндәнерәк танышты.
Гимназияның “Мираҫ” балалар театрлаштырылған түңәрәге рәссамдың шәхес булараҡ үҫеш юлын “Ҡанаттар осҡанда нығый” исемле тамаша аша сәхнәләштерҙе. Ә инде гимназия уҡыусылары, рәссам хаҡында һүрәттәр, шиғыр, иншалар бәйгеләрендә көс һынашып, еңеүселәре Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанды. Мәшһүр башҡорт рәссамының исемен йөрөткән гимназияла уҡыуыбыҙ, ижады менән яҡындан таныш булыуыбыҙ, уның эҙҙәрен һыуытмай бара алыуыбыҙ менән бәхетле беҙ бөгөн.



Вернуться назад