Хәйбулла районының мәҙәниәт учреждениеларында былтыр ғына ла 17 мең 551 сара үткәрелгән. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре – оҫта ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға республика ҡурайсылар конкурсын, төбәк-ара “Бөйөк дала” башҡорт рок фестивален һәм һәр ауылда үткән брендлы байрамдарҙы индерергә мөмкин. Әле район мәҙәниәт учреждениеларында 405 үҙешмәкәр халыҡ ижады түңәрәге эшләй, район мәҙәниәт йорто, 48 ауыл клубы, 28 китапхана, ике балалар сәнғәт мәктәбе бар.Районда дәртле һәм талантлы халыҡ йәшәй: улар йыр-бейеүгә маһир, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына тоғро, йәш таланттарҙы күреү, үҫтереү өсөн төрлө эш башҡара. Халыҡтың рухиәт ҡанаттары талмаһын өсөн район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса МӘМБӘТОВАның ең һыҙғанып эшләүе оло хөрмәткә лайыҡ. Мәҙәниәт өлкәһендә башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар һәм проблемалар хаҡында танышыу маҡсатында Лариса Рәшит ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Һүҙебеҙҙе хәйбуллаларға ғына хас булған брендлы сараларҙан башлайыҡ әле. – Бынан өс йыл элек республикала тәүгеләрҙән булып һәр ауылдың үҙ брендын булдырырлыҡ мәҙәни сара үткәреү буйынса эш башланыҡ. Беренсенән, халыҡтың йәшәйешен сағылдырған, онотола барған милли йолаларҙы, кәсеп-шөғөлдәрҙе ҡайтанан тергеҙеү булһа, икенсенән, бөгөн шул ауылда төпләнгәндәрҙең йәшәү рәүешен күрһәткән, заман талаптарына яуап биргән шөғөлдөң барлыҡҡа килеүенә юл асыу маҡсатында башланған сара ысын мәғәнәһендә үҙ асылын тапты һәм маҡсатына өлгәште.
Халыҡтың шул тиклем ихлас, дәртле, талантлы, егәрле булыуына хайран ҡалдыҡ. Мәҫәлән, Оло Арыҫланғолда “Ҡамыр байрамы”, Подольскиҙа – “Яулыҡ”, Быҙаулыҡта – “Яҫтыҡ”, Иләстә – “Ситән”, Яңы Ергәндә – “Балсыҡ”, Аҡназарҙа “Ашҡабаҡ” байрамдары үтте. Уларҙы һанай китһәң, ваҡыттың етмәүе лә мөмкин. Ауыл халҡының берҙәм рәүештә ныҡлап әҙерләнеүен күрһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә аптырар инегеҙ. Нимәләр генә эшләмәй улар, йырын да, бейеүен дә күрһәтә, аш-һыуын да әҙерләй, иң мөһиме – йәш быуынға үҙ кәсептәрен күрһәтеп, уларҙы йәлеп итә. Әйткәндәй, һәр ауыл үҙҙәренең брендлы сараһын көтөп ала, ентекле әҙерләнә. Башланғыс матур йолаға әйләнде, ул йыл һайын дауам итәсәк.
– Йомабай Иҫәнбаев көндәре һәм “Бөйөк дала” рок башҡорт фестивале хаҡында ла ҡыҫҡаса әйтеп үтһәгеҙ ине...– Билдәле булыуынса, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “Рух” рок төркөмө беҙҙең районда ойошторолдо. Ваҡыт үтеү менән был йүнәлештә йырлаусылар юҡҡа сыҡты, күп кенә төркөмдәр тарҡалды. Бәхеткә күрә, һуңғы ваҡытта йәштәрҙең рокты үҙ итеүе күҙәтелә, ә беҙҙең “Бөйөк дала” рок фестивале был йүнәлеште ҡайтанан йәнләндереп ебәрҙе, күптәрҙең күңеленә осҡон өҫтәне. Хәҙер бәйгелә, Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан тыш, Ҡаҙағстандан, Ырымбур өлкәһенән, Магнитогорск ҡалаһынан ҡатнашыусылар йыйыла. Тамаша ғәжәп бер күренешкә әйләнә: иге-сиге күренмәгән бөйөк Хәйбулла далаһына биш меңгә яҡын тамашасы йыйылып, күңел аса. Фестивалдең төп талабы һәм үҙенсәлеге – йырҙар тере тауыш менән башҡарылырға тейеш. Ул өс йылға бер тапҡыр үткәрелә, быйыл июлдә рокты яратыусыларҙы йәнә үҙебеҙҙә көтәбеҙ.
Ҡурайсылар араһындағы иң мәртәбәле конкурстарҙың береһе – мәшһүр ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға республика ҡурайсылар бәйгеһе биш йылға бер тапҡыр үтә. Уҙған йылда был сара бик юғары кимәлдә ойошторолдо. Хәйбулла ере – ҡурайсыларға ҡанат биргән төбәктәрҙең береһе. Беҙҙә шулай уҡ йыл һайын уҡыусылар араһында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы үткәрелә.
– Һуңғы йылдарҙа ил һәм республика етәкселегенең мәҙәниәт өлкәһенә ҡарашы үҙгәрҙе. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күтәрелде, төрлө йүнәлештә гранттар булдырылды, иң мөһиме – ауыл клубтарына иғтибар артты.– Әйткәндәрегеҙ менән тулыһынса килешәм. Тәүге тапҡыр быйыл район ҡаҙнаһынан мәҙәниәт өлкәһенә 10 миллион һум аҡса бүленде. Район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовтың һәр ваҡыт мәҙәниәтте аңлап, бар проблемаларҙы хәл итергә тырышыуы оло хөрмәткә лайыҡ. Бүленгән суммаға бер нисә ауыл клубын ремонтлау, музыка ҡоралдары алыу, сәхнә кейемдәре тектереү, бер нисә клубтың тамаша залының ултырғыстарын алмаштырыу, ҡорған-селтәрҙәрен яңыртыу эштәрен атҡарыу ҡаралған. Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу ҙа дауам итәсәк. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙәниәт йорто” проектына ярашлы, мәҙәни-ойоштороу учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыу өсөн Маҡан ауыл мәҙәниәт йортона 2 миллион 600 мең һум бүленде. Йәнә район ҡаҙнаһынан 1 миллион 500 мең һум аҡса күсерелде. Тиҙҙән заман талаптарына яуап биргән, техник саралар һәм музыка ҡоралдары менән йыһазландырылған клуб ҡайтанан эшләй башлаясаҡ. Йыл башында Ғәлиәхмәт ауылы халҡы капиталь ремонттан һуң ишектәрен асҡан мәҙәниәт йортона аяҡ баҫты.
Беҙҙең районда хакимиәт башлығы Раил Ибраһимовтың ярҙамы менән өсөнсө йыл рәттән иң яҡшы мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн 20 мең һумлыҡ грант булдырылды. Республика күләмендә ойошторолған күп кенә конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн киткән сығымдар район ҡаҙнаһынан ҡапланыла, бағыусылар ҙа ярҙам күрһәтә. Бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы яҡынса 16 мең һум тәшкил итә. Бөтәһе 126 кеше мәҙәниәт өлкәһендә эшләй.
– Күп кенә райондарҙа ауыл клубтарының ябылыуы ла күҙәтелә бит әле. Һеҙҙең районда был юҫыҡта хәлдәр нисек? Етәксе булараҡ, ауылдарға йәм һәм ҡот биргән клубтарҙа ут балҡыуын һүндермәү өсөн ниндәй эштәр башҡарыу кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ?– Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙең районда бер генә ауыл клубы ла ябылманы. Төрлө сәбәп арҡаһында дүрт клуб шул ауылдағы мәктәп бинаһын ҡуртымға алып эшен дауам итә. Әйткәндәй, был белем усаҡтары, балалар һаны етмәү сәбәпле, урта мәктәптән – тулы булмағанға, тулы булмағаны башланғыс мәктәпкә күсерелде. Шунлыҡтан бинаны ҡуртымға алыу бар талаптарға ярашлы башҡарылды. Ауыл халҡы дәртле булһа, уның әйҙәүсеһе барлыҡ мәҙәни сараларҙың башында торһа, “клубты ябабыҙ” тиһәк тә, улар риза булмаясаҡ. Беренсенән, беҙ мәҙәниәт йорттарын халыҡтың ризалығынан тыш яба алмайбыҙ. Икенсенән, район етәкселегенең ярҙамы менән барлыҡ мәҙәни-ойоштороу учреждениелары һаҡлап ҡалынды, хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡартылманы. Бер аҡыллы етәксенең һүҙҙәре менән әйткәндә, “Мәҙәниәт өлкәһен ҡыҫҡартып, район иҡтисадын үҫтереп булмай, киреһенсә, уны ҡалдырып ҡына халыҡтың йәшәйешен, тормошон яҡшыртырға мөмкин. Шуға күрә халыҡ тырышып эшләһен, матур йәшәһен өсөн йыр ҙа, бейеү ҙә, күңел асыу ҙа кәрәк”.
– Ауыл клубтарына нығыраҡ иғтибар иткәндә...– Улар – ауылдың “йөрәге”, тип әйтер инем. Халыҡтың рухи терәге лә, ауылдаштары менән осрашып, һөйләшер урыны ла, күңелдәрен байытыр һәм йылытыр усаҡ та. Райондың барлыҡ мәҙәни-ойоштороу учреждениелары халыҡты аң-белемгә әйҙәп, уларҙың рухи ҡиммәттәрен байытыуҙа үҙ ролен уңышлы башҡара. Халыҡ таланттары концерттарында ауыл халҡы дәррәү ҡатнаша, һәр йортта бынамын тигән артистар йәшәй, тик уларҙы табып, сәхнәгә сығарыу ғына кәрәк. Күпселек ауылдарҙа фольклор, драма, вокаль, бейеү түңәрәктәре уңышлы эшләй, ауыл халҡы бик теләп йөрөй. Һәр мәҙәни сараның башында ағинәйҙәр әүҙем ҡатнаша, ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксе йөгөн дә күпселек беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарта. Мәҙәни мөхиткә бер килеп юлыҡтыңмы, унан китеү бик ҡыйын, шуға күрә мәҙәниәт өлкәһендә үҙ һөнәренең ысын оҫталары эшләгәндә, ауыл клубтарының уты балҡып торасағына ышаныс ҙур.
Оҙаҡ йылдар халыҡта мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләп, үҙ эшенең ысын оҫталарына әйләнгән мәҙәни ойоштороусылар – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңниса Солтанова (Сиҙәм), Фәниә Нураева, Сергей Захаров (Маҡан), Әлфидә Ультраҡова, Гүзәлиә Әбүбәкерова, Лариса Биғошова (Әбүбәкер), Көнһылыу Ҡолонбаева (Степной) һәм башҡалар. Районыбыҙҙағы бөтә мәҙәни-ойоштороу учреждениелары уңышлы эшләй. Кемделер маҡтап, икенсеһен яманларға урын юҡ. Клубтарҙың барыһы ла халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә булыша, үҙ өлөшөн индерә. Был юҫыҡта, әлбиттә, район хакимиәте башлығына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Уның мәҙәниәтте аңлап, яҡлап, һәр саҡ ярҙам итеп тороуы – оло мәртәбә. Совет осоронан бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән клубтар аҡрынлап ремонтлана, уларҙың матди-техник базаһы нығытыла, ә инде хеҙмәткәрҙәргә тағы ла тырышып эшләргә генә ҡала. Мәҙәниәт – ул рухи байлыҡ, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлау, үҙ-ара мөнәсәбәт, кеше менән аралашыу, матурлыҡҡа ынтылыу. Ауыл халҡы менән күберәк эшләргә, кешеләрҙе битарафлыҡтан арындырып, мәҙәни мөхиткә ылыҡтырырға кәрәк.
– Һуңғы йылдарҙа моделле китапхана һәм күп функциялы мәҙәни үҙәктәр асыу күҙәтелә...– Беҙ ҙә заман менән йәнәш атларға тырышабыҙ. Әбүбәкер ауылында күп функциялы мәҙәни усаҡ асылды һәм, әйтергә кәрәк, бик яҡшы эшләй. Халыҡ шул тиклем ҡәнәғәт. Бөгөн районда биш моделле китапхана булдырылған, китап уҡыусылар өсөн генә түгел, ауыл халҡына төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә. Барыһының да ауыл ерендә Интернет селтәре аша аралашыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә теләүселәр моделле китапханаға килә, үҙ йомоштарын үтәй ала. Быйыл Өфө ауылында моделле китапхана һәм күп функциялы мәҙәни үҙәк асыу планлаштырыла.
– Йыл һайын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре исемле йылдарға арнап бихисап сара үткәрә. Мәҙәниәт, Кино йылдарын теүәлләнек, быйыл, Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында, ниндәй эш пландары ҡаралды?– Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, беҙгә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ниндәй йылды иғлан итһәләр ҙә, һәр саҡ уны юғары кимәлдә үткәрәбеҙ. Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы программаһына ярашлы, райондың һәр ауыл биләмәһендә ойошма, учреждение, предприятиелар араһында КВН уйыны иғлан иттек, ошо арала ул старт аласаҡ. “Тәбиғәт. Кеше. Тыуған төйәк” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үткәрәсәкбеҙ, үҙебеҙҙең район биләмәһендә урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡылары буйлап экскурсиялар ойоштороу ҡаралған, “Тыуған төйәктең “Ҡыҙыл китабы” исемле сара үткәреү планлаштырыла, экологик өмәләр, төрлө кисәләр, фотокүргәҙмә эшләйәсәк. “Фольклор. Тәбиғәт. Беҙ” тигән сарала халҡыбыҙҙың тәбиғәткә бәйле йолаларын күрһәтеү, аш-һыуын тәҡдим итеү, төрлө һынамыштарҙы өйрәнеү буйынса һәр клубҡа бурыс йөкмәтелде, көндәр йылыныу менән был эшкә старт биреләсәк. Ғөмүмән, эш пландары раҫланған, халыҡҡа әйтелгән, быйыл да хәйбуллалар исемле йылды юғары кимәлдә атҡарып сығыр, тигән ышаныстамын.
– Лариса Рәшит ҡыҙы, ысынлап та, райондың мәҙәниәт өлкәһе гөрләп эшләп тора, ауыл клубтары быҫҡып түгел, ә дөрләп яна. Шулай ҙа проблемалар ҙа юҡ түгелдер бит?– Әлбиттә, бар эштә лә улар етерлек. Беҙҙең төп проблема – ауыл еренә эшкә килерлек белгестәр етешмәй, йәғни йәштәр ауылда эшләргә теләмәй. Уларҙы аңларға мөмкин: хеҙмәт хаҡы түбән, йәшәү өсөн уңайлы шарттар юҡ. Әммә беҙ йәш белгестәргә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, килһендәр генә. Район үҙәгендә бар талаптарға яуап бирерлек мәҙәниәт йортоноң булмауы – беҙҙең иң ауыртҡан урын. Репетиция залдары юҡ, тамашасы өсөн урындар етмәй, артистар өсөн уңайлыҡтар булдырылмаған. Шуға күрә был тәңгәлдә эш алып барыла, район етәкселеге был турала хәбәрҙар. Киләсәктә мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡороу ниәте менән янабыҙ.