Кәштәләрҙә төрлө китаптар, өҫтәлдә гәзит-журналдар тупланмаһы... Кемдер ҡыштыр-ҡыштыр китап уҡый, икенсеһе үҙенә кәрәкле баҫманы эҙләй. Ҡапыл ишек асылды ла оло ғына йәштәрҙәге әбей килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” тигән китабын һораны.– Үҙем күптән уҡып сыҡтым, бик фәһемле повесть, ейәнемә алып бүләк итергә уйлағайным, – тине ул. – Уҡыһын, фәһем алһын, тим.
– Район үҙәгенә барһам, алып ҡайтырмын, – тип яуапланы Рәзилә ханым.
Ауыл китапханаһы... Компьютер, Интернет заманы тиһәк тә, Аллаға шөкөр, ишек яңағы тынмай бында.
– Халыҡ китап уҡымай тип лаф орһаҡ та, баҫма әҙәбиәткә һөйөү кәмемәй, – ти Имәндәш ауыл китапханаһы хужабикәһе Рәзилә Зөбәйҙуллина. – Һуңғы осорҙа Рамаҙан Өмөтбаевтың, Таңсулпан Ғарипованың китаптарын йыш һорайҙар. Уҡыусылар төрлө ижади эштәр, реферат яҙырға, теге йәки был темаға материал эҙләп тә килә. Бөтә кешенең дә барлыҡ гәзит-журналды алдырып уҡырҙай мөмкинлеге юҡ.
Әлбиттә, китапхана халыҡтың яратҡан, ихлас йөрөгән урынына әүерелеүендә 35 йыл ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған Рәзиләнең өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур. Яҡты йөҙлө, һәр кеше менән уртаҡ тел тапҡан ханым – үҙ эшенең оҫтаһы.
Бөгөн китапханасыларға оло бурыс йөкмәтелгән. Беҙ күҙ алдына килтергәнсә, йылы бүлмәлә китаптар биреп ултырыу ғына инмәй уларҙың вазифаһына. Балалар араһында төрлө ярыштар, конкурстар йыш уҙғарыла. Ауылдың мәҙәни тормошон йәнләндереүгә, халыҡты төрлө сараларға йәлеп итеүгә тос өлөш индерә улар. Йәнә күршелә урынлашҡан Тайыш, Ҡарағай, Ташаҫты ауылдарына йөрөп теге йәки был баҫманы тәҡдим итәләр.
– Яңы китаптар килгәс тә, ентекләп уҡып сығам, күҙәтеү эшләйем. Шунан ҡыҫҡаса эстәлеге хаҡында һөйләйем. Үҙемде хазиналар утрауында ултырған кеүек хис итәм, – ти ул, ихлас йылмайып.