Йәмле Асылыкүл буйҙары... Көмөшләнеп емелдәгән һыу өҫтө. Күлдең тирә-яғында аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән тау битләүҙәре. Халҡыбыҙ яҙмышына төшкән күп ваҡиғаларҙың шаһиты булған күл буйында өйкөм-өйкөм ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, емеш-еләккә йомарт туғайлыҡтар. Ниндәй күркәм күренеш! Ирекһеҙҙән ошо ерҙә тыуған “Заятүләк менән Һыуһылыу”эпосы, унда барған ваҡиғалар иҫкә төшә.Асылыкүл – республиканың иң ҙур күле. Йәннәткә тиң урында үҙеңдән-үҙең моңланып ебәргәнеңде лә һиҙмәй ҡалаһың. Ә бәғзеләр күңелендә тулышҡан уй-хистәрҙе ҡағыҙ битенә төшөрөргә ынтылыр, моғайын. Һәүәҫкәр рәссам Илдус Ҡолһариндың “Асылыкүл” тигән картинаһын ҡарағанда, шундай уйҙар килә.
Йәки бына “Ғәҙелша” тип исемләнгән картина. Билдәле булыуынса, Ғәҙелша шарлауығы – Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе. Был матурлыҡты ҡарарға республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә киләләр. Тәбиғәт хозурлығын, таштан-ташҡа һуғылып аҡҡан шарлауыҡты күреп, күптәр хайран ҡала. Шул тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, иҫе китеп ҡарап, тыуған төйәгенә мөхәббәте урғылып торған рәссамды ла күрәһең бында.
Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында тыуған яғының күркәмлеген күңеленә һеңдереп үҫә Илдус. Бәләкәйҙән тирә-яҡты, йәмле Ашҡаҙар буйҙарын күҙәтеп илһамланырға, аҙаҡ шул күренеште ҡағыҙ битендә һынландырырға әүәҫ була малай. Бер саҡ “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә иғлан ителгән конкурсҡа һүрәтен ебәреп, унда донъя күргәс, бәхеттең етенсе күгендә хис итә ул үҙен. Ошо шөғөлөн артабан үҫтереү ниәте уны Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт мәктәп-интернатына алып килә. Һуғыштың барлыҡ михнәтен үҙ иңендә кисергән, биш улға, ике ҡыҙға ғүмер биргән Сибәғәтулла ағай:
– Улым, беҙҙең фамилияға тап төшөрмә, матур уҡы, – тип фатиха биреп оҙата улын.
Ысынлап та, Ҡолһариндар затының ғилемгә ынтылышы, уҡымышлылығы, тырышлығы менән төбәктә даны таралған. Әлбиттә, башҡортса уҡып килгән малайға тәүҙә еңел булмай. Хатта төрлө һылтауҙар менән ҡайтарып ебәрергә лә уйлайҙар, әммә малай ҙа ныҡ тора.
– Мин уҡырға килдем, ҡайтмайым, – ти ул. Һөҙөмтәлә белем усағын тамамлай.
Һуңынан педагогия училищеһында белем ала. Был осорҙа үҙ йүнен үҙе күрә тырыш егет, кинотеатрҙарға, артистарға афишалар, белдереүҙәр эшләп, аҡса таба.
Инде алтмышын тултырған уҙаман ғүмер юлында ҡайҙа ғына эшләмәй: ҡулланыусылар йәмғиәтендә ревизия комиссияһы рәйесе, Дәүләкән район гәзитендә хәбәрсе лә була. Өфөләге Бөтә Союз финанс институтында ла белем ала. Өфө ҡалаһының Дим районында иң беренселәрҙән булып торлаҡ милекселәре ширҡәтен ойоштора Илдус Сибәғәтулла улы. Бөгөн республикала күптәр өсөн өлгө булырҙай ойошма ул.
Ғәжәп әүҙем кеше Илдус ағай. Йәштәрсә дәрт, илһам менән төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, рәссам-модельер Сәрүәр Аслаева менән милли кейемдәр тегеү, уларға башҡорт биҙәктәре төшөрөү менән шөғөлләнә. Былтыр ноябрҙә Үзбәкстанда Башҡортостан көндәрендә булып ҡайтҡан. “Мәргән уҡсы” конкурстарында ҡатнаша, йәйәләр эшләй. Буш ваҡыттарында дуҫтары менән республика буйлап сәйәхәт итергә ярата. Тәбиғәт ҡосағында күргәндәр, кисергәндәр картина булып, дуҫтарының, улдары Илгиз менән Илмирҙың фатирын биҙәй.
– Һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш, – тип һүҙен дауам итә уҙаман. – Әҙәм балаһының Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтен асырға, үҫтерергә ынтылышы булырға тейеш. Ул һиңә, бәлки, матди яҡтан әллә ниндәй табыш та килтермәүе ихтимал, әммә йөрәккә ятҡан шөғөл менән булыу, үҙеңдең һәләтеңде асыу шәхестең күңел бөтөнлөгөнә алып килә.
– Кеше ниндәй генә уңышҡа өлгәшмәһен, тыуған ауылын, атай йортон онотмаһын, – ти ул.
...Ҡолһариндар фатирында тынлыҡ. Илдус Сибәғәтулла улы йәнә мольберт янына ултыра, ҡулына бумалаһын ала. Ул кисерештәре, уйҙары менән тыуған яғында сәйәхәт итә, сөнки тиҙҙән әҙер буласаҡ “Атай йорто” тигән картинаһын яҙа. Ҡасандыр оло юлға фатихаһын биреп оҙатҡан ата-әсәһенә, тыуған бишегенә рәхмәт һүҙе буласаҡ ул.