Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткән ижад кисәһенә килгәс, 90-сы йылдар иҫкә килеп төштө. Ул саҡта ла шиғриәт байрамдарына халыҡ эркелеп йөрөй торғайны. Әлеге кисәлә лә олоғара залдың шығырым тулы булыуын күреп һөйөндөм. Бәлки, кешеләр ысын шиғриәткә, шағир һүҙенә сарсағандыр!?
Оҙата сығып, йылы тупһаларҙа
Әйтте миңә күпме кешеләр:
— Ниңә улай бигерәк ашығаһың,
Ут алырға килгән күршеләй?
Һүҙегеҙ хаҡ!
Ерҙең ҡото китһә,
Ҡояш миңә һүрән ҡараһа,
Кешеләрем!
Ут алырға барам,
Ашығып барам һеҙҙең араға, —
тип башланы һүҙен Рауил Бикбаев. Йөрәгендә халыҡ ялҡынын йөрөткән шағирыбыҙ үҙе лә ғүмере буйына кешеләргә ут өләшә, күңел усаҡтарына ялҡын өҫтәй: “Халҡыма хат”, “Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ!”, “Баҙар балтаһы”, “Система”, “Барокамера”, “Хазина” поэмалары һәм бик күп шиғырҙары — милли усағыбыҙҙы дөрләтер ялҡын түгелме ни!?
Кисәлә лә шағирҙың утлы һәм һутлы шиғырҙарын тыңлап, устар янғансы ҡул саптыҡ. Тимәк, Бикбай ялҡыны беҙҙең йөрәктәргә лә күсте.
Ырымбур яҡтарында киң таралған “Зөбәйҙә” йырын Рауил Бикбаевтың ике туған ҡустыһы Ришат Вахитов йырлап ебәргәс, шағирҙың күҙҙәренә лә йәш эркелгәндер, моғайын: ялан тәпәй йүгергән Ырымбур далалары, Туҡ-Соран буйҙары күҙ алдынан үткәндер.
Башҡорт дәүләт университеты ғалимы Зәки Әлибаев шағирҙың ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһағандан һуң, Рауил Бикбаев: “Был тиклем маҡтауҙы, ғәҙәттә, аванс итеп ҡабул итәм, тиҙәр. Минең хәҙер аванс алыр ваҡытым үткән инде”, — тип шаяртып алды. Был һүҙҙәрҙә мин хаҡлыҡ барын тоям: әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил иткән биш томлыҡ ижад тыуҙырған шағир иң юғары маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ!
Рауил Бикбаев хәтирәләр даръяһына ла сумып алды. Рәми Ғарипов менән 30-лап ауылда осрашыу үткәреп йөрөүҙәрен һөйләне, Туҡ-Соран буйында Мостай Кәримдең балтырын Френд ҡушаматлы эт тешләүен иҫләп, “Френдҡа” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Кисәлә йыр-моң мул булды. Рауил Бикбаевтың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы Юнир Һағынбаев башҡарып йөрәктәрҙе елкендерҙе, артистар Гөлшат Ғайсина менән Фирҙәт Ғарипов иҫерткес мөхәббәт донъяһына алып инде. Азат Айытҡоловтың — ҡурай, Редик Фәсхетдинов менән Миңләхмәт Ғәйнетдиновтың баян моңо күңелдәрҙе иркәләһә, Фәрит Бикбулатов, Йәмил Әбделмәнов, Рәүилә Мәсәлимова, Римма Амангилдина башҡарыуындағы йырҙар йәнде наҙланы.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ