“Музейҙар төнө” көтә12.05.2017
Башҡортостанда “Музейҙар төнө-2017” халыҡ-ара акцияһы 20 майҙа киске сәғәт 6-нан төнгө 12-гә тиклем үтәсәк. Республикабыҙ музейҙары был акцияла етенсе йыл рәттән ҡатнаша.
Был көндө йөҙҙән ашыу музей һәм галерея, шул иҫәптән 23 дәүләт һәм муниципаль музей, мәҙәни-ял һәм китапхана учреждениелары ҡарамағындағы ун музей, Почта музейы, баш ҡалалағы шәхси музейҙар – “Болот” заманса сәнғәт үҙәге, “Интеллектус”, Совет көнкүреше музейҙары, шулай уҡ “Урман илселеге” зоопаркы ишектәрен асасаҡ.
Быйыл “Музейҙар төнө” өс төп тема буйынса уҙғарыла. Тәүгеһе – “1917 йыл һәм Башҡортостан”. 2017 йылда Бөйөк Октябрь революцияһы башланыуға 100 йыл тула. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы башланғысы буйынса, “Музейҙар төнө”ндә ошо ихтилалға арналған саралар ойошторола.
Икенсе тема – Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән “Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы”. Темаға ярашлы, музейҙар тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлауға арналған күргәҙмәләр һәм күмәк саралар тәҡдим итәсәк.
Өсөнсө тема – “Фолькджем: Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылап”. Ошо мөһим ваҡиғаға әҙерлек маҡсатында республика музейҙарында фольклор һәм этнографик саралар, төрлө концерттар, халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре күргәҙмәләре, йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ.
Башҡортостан музейҙарында 500-ҙән ашыу сара – әңгәмәләр һәм викториналар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, танылған яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар, уйындар, әҙәби-музыкаль кисәләр, театрлаштырылған тамашалар, фотосессиялар ойоштороласаҡ. Акцияла 40 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Өфөлә “Музейҙар төнө” 16 майҙансыҡта үтәсәк. Сарала ҡатнашыусыларҙың исемлеге Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.