Бурыс алдан бара12.05.2017
75 йәшем тулыу, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелеү айҡанлы ғүмер һәм ижад байрамы ҡыуаныстарын кисереү насип булды.
Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Борисович Толкачевтың ҡотлауҙары ныҡ шатландырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Яҙыусылар союзы, Әҙәбиәт музейы, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хәстәрлегендә юбилей саралары үтте. “Һайланма әҫәрҙәр”ем йыйынтығын донъяға сығарып, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте уҡыусы менән араларҙы тағы ла яҡынайтты.
Тыуған төйәгемдә – Ейәнсурала – район етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары, яҡты йөҙлө, тапҡыр һүҙле яҡташтарым, әйтерһең дә, күк ҡабағын асты – район мәҙәниәт йортондағы ижади кисәлә был айырым бер сағылыш тапты.
Матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләр, телевидение һәм радиолағы тапшырыуҙар, ҡәләмдәштәрҙән, төрлө төбәктәге ҡәрҙәштәрҙән ҡотлауҙар – барыһы ла һүҙ сәнғәтенә иғтибар һәм ихтирам тип ҡабул ителде.
Быларҙың бөтәһе өсөн ҙур рәхмәт! Шул уҡ ваҡытта был иҫкәртә лә: тормошта һәм яҙмышта һәр саҡ бурыс алдан бара.