СӘХНӘ – РУХИ АҘЫҠ12.05.2017
Килә ерҙә гел изгелек эшләп,
Матур йәшәп өлгөрөп ҡалаһы.
Ғүмерҙәр бик ҡыҫҡа икән шул ул –
Ҡаштар менән күҙҙәр араһы, —

ошолай тип яҙа бер шиғырында Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында йәшәгән Сабира Ғайсина. Егәрле, тынғыһыҙ булыуы өҫтөнә күңеленән гел шиғри моң урғылып торғанғалыр ҙа инде, ауыл мәҙәниәт йорто тормошон гөрләтеп алып бара ул.

Шиғырҙарҙы мәктәптә белем эстәгән сағынан уҡ ижад итә. Сәхнәлә концерт алып барғанында һәр ваҡыт үҙенең әҫәрҙәрен халыҡҡа уҡып ишеттерә. 2001 йылдан алып ауыл клубында художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Ниндәй генә байрам концерттары, конкурстар үткәрмәй ул! 2002 йылда “Аҫылташтар” фестивален алып бара һәм “Ишембай районының иң яҡшы алып барыусыһы” исеменә лайыҡ була.
Мәҙәниәт йорто тормошо бик тынғыһыҙ ҙа, ҡыҙыҡлы ла. “Бәпәй туйы”, “Алтын туй”, КВН-дар, фестивалдәр бер-бер артлы үтеп кенә тора. 2014 йылда Йәнырыҫ ауыл клубы “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” район фестивален башлап ебәрә. Күрше ун бер ауыл клубынан килгән ижади коллективтар менән бергә яҡташтарының иҫендә оҙаҡ һаҡланырлыҡ саралар уҙғаралар. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамының да төп ойоштороусыһы — Сабира Ғайсина. 2015 йылда күрше Яңауылда ла үткәрҙеләр был сараны.
Ауылдаштары – күренекле шағирә, талантлы балалар яҙыусыһы Фәүзиә Рәхимғолова иҫтәлегенә бағышланған кисәгә күпме билдәле әҙип килде! Ирек Кинйәбулатов, Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева, Тамара Искәндәриә-Юлдашева, Хисмәт Юлдашев, Фәрзәнә Аҡбу­латова ауыл халҡы менән аралашып, рухи күперҙәрҙе балҡытты. Йәнырыҫтар ҙа үҙҙәренең сәхнә оҫталыҡтарын күрһәтте. Быға тиклем яҡташтары Тамара Искән­дәриә-Юлдашеваның ижад кисәһен уҙғарғанда ла ауыл халҡының Сабира Ғайсина ойоштороуындағы ижади маһирлығына шаһит булғайны яҙыусылар.
Тормош иптәше Фәйзулла менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе Сабира Хәйретдин ҡыҙы. Улар инде үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫып, ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итте. Ауыл клубында үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
“Сәхнә минең өсөн – рухи аҙыҡ”, — ти ҡырҡ өс йыл ғүмерен ижадҡа бағышлаған Сабира Хәйретдин ҡыҙы.



Вернуться назад