“Ынйы бөртөктәре” табылды12.05.2017
 “Ынйы бөртөктәре” табылдыЫнйы диңгеҙ төбөндә була, һыуға сумыусылар уларҙы бөртөкләп йыя... Күптән түгел яҙыусы Факил Мырҙаҡаевтың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Ынйы бөртөктәре” тигән башҡорт афоризмдары китабын алғас, ысынлап та, ҡулымда ынйы тотҡандай булдым.
Эйе, Факил ағай әҙәбиәтебеҙ “диңге­ҙе”нә сумып, күңел күҙенең яуын алырлыҡ ынйылар сүпләгән. Был тиклем тәрәнлеккә сумыр өсөн күкрәк тултырырлыҡ ниндәй рухи һулыш кәрәк! Уйлап ҡарағыҙ, быуаттарға һуҙылған башҡорт әҙәбиәтенең борондан алып бөгөнгә тиклем ижад иткән шағир-яҙыусыларының әҫәрҙәрен, халыҡ ижадын уҡып сығыр өсөн хатта тотош ғүмер етерлек түгел.
Ашаған белмәй, тураған белә, тиҙәр. Һүҙҙе Факил Мырҙаҡаевтың үҙенә бирәйек.
– Афоризм (грекса – ҡыҫҡа әйтеү) – ғибрәт, фәһем алырлыҡ тәрән мәғәнә һалынған, дөйөмләштерелгән, аҙ һүҙле фекер, – тип аңлатма биреүҙән башланы ул һүҙен. – Башҡорт әҙәбиәтендә, бөтә донъя әҙәбиәтендәге кеүек, афоризм­дарҙың ике төрө бар: беренсеһе – жанр булараҡ, үҙаллы фекерҙәр, икенсеһе – әҫәрҙәрҙән алынғандар. Улар быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға күсеп килә. Халыҡ йырҙарын, эпостарҙы, ҡобайыр­ҙарҙы, Һабрау, Шалғыҙ, Асан Ҡайғы кеүек йыраусыларҙың, Байыҡ, Буранбай, Ерәнсә, Ҡобағош һәм башҡа сәсәндәрҙең, яугир Салауат Юлаев, илгиҙәр Аҡмулла ише мәшһүр шағирҙарҙың ижадын ғына алып ҡарайыҡ. Уларҙан ҡалған әҫәрҙәр­ҙең һәр юлы тиерлек аҡыллы мәғәнәгә эйә. Ризаитдин Фәхрет­дин­дең күп томлы “Аҫа­р”ы һуң! Ундағы хик­мәтле һүҙҙәр әле булһа уҡыу­сыға тулыһынса етке­рел­мәгән. Ғайса Хөсәйе­новтың “Донъя” тигән китабы тормош, йәшә­йеш, тәбиғәт, тарих, әҙәп-әхлаҡ, белем, фән, дин, фәлсәфә, сән­ғәт, ғөмү­мән, донъяның бөтә бар­лығы, кешенең рухи бай­лығы хаҡындағы уйла­ныуҙарҙан ғибәрәт.
Әлбиттә, әҙиптәр афоризм ижад итеү менән махсус шөғөлләнмәй, улар әҫәрҙе яҙғанда үҙенән-үҙе килеп сыға. Шул күҙлектән ҡарағанда, Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаев, Рәшит Назаров, Рафаэль Сафин, Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре афоризмдарға ифрат бай. Улар әйтәһе фекерҙәрен уҡыусыға ҡыҫҡа һәм берәгәйле итеп еткерә белә. Исемлекте дауам итергә лә булыр ине. Бының шулай икәненә, йыйынтыҡ менән танышҡас, уҡыусы үҙе инаныр.
Китаптың төҙөлөшө тураһында әйтеп үтке килә. Афоризмдар, темаларына ҡарап, бүлектәр­ҙән тора, уларға исем ҡушылды. Бүлектәрҙе айы­рым бүлексәләр тәш­кил итә. Мәҫәлән, йыйын­тыҡтың беренсе бүлеге “Башҡорт­остан – изге Ватан” тип атала. Ул “Баш­ҡортостан”, Өфө”, “Урал”, “Ағиҙел”, “Ат”, “Бал. Бал ҡорто”, “Ҡымыҙ”, “Һабан­туй”, “Шүл­гәнташ” бүлексә­ләрен үҙ эсенә ала.
Уҡыусы шуны ла иҫен­дә тотһон ине: бер үк афоризмдың, мәғәнәһенә ҡарап, бер нисә бүлексәгә ҡарауы ихтимал. Шулай булһалар ҙа, улар бер генә тапҡыр алынды. Те­маһын айырыуы ҡыйын булған афоризмдар “Төр­лөләр” бүлегенә тупланды.
Ҡушымтала иһә бүлексәләргә ингән афоризмдар алфавит тәртибендә бирелде. Әйтәйек, уҡыусыны ҡымыҙ хаҡындағы фекерҙәр ҡыҙыҡһындыра икән, бының өсөн “Ҡушымта”лағы исемлектән “ҡымыҙ” һүҙен табыу ҙа етә, ә һүҙҙәрҙән һуң килгән һан уның ниндәй бүлеккә ҡарауын күрһәтә: “Ҡымыҙ I”.
Ҡыҫҡаһы, был китап зауыҡлы зиһен аҙығы биреп, ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрергә ярҙам итер.
Факил Мырҙаҡаев менән “Башҡортос­тан” гәзитендә миңә лә байтаҡ ваҡыт эш­ләр­гә насип булды. Баш мөхәррир урын­баҫарының ваҡыты тығыҙ булыуға ҡара­маҫтан, мәҡәләләр, әҫәрҙәр яҙырға ла форсат таба ине. Шулай уҡ төрлө матбуғат баҫмаларында афоризмдарҙан торған шәлкемдәре йылдар буйы донъя күрә килде. Нисек өлгөрә икән, тип аптырап ҡуяһың хатта. Уның был өлгөрлөгөнөң сәбәбенә төшөндөм шикелле. Факил ағай тыныс холоҡло, башҡалар менән ипле мөғәмә­лә­лә, юҡ-барға ваҡытын сарыф итмәй. Уның кеше менән тәмһеҙләшеп, кемгәлер асыу тотоп йөрөгәнен бер кемдең дә күргәне юҡтыр. Аңлашыла һымаҡ, күңел “һауыты”на нимә тултыраһың, кешенең асылын шул тәшкил итә. Факил ағайҙың “ынйы бөртөктәре” тулған йөрәге тор­моштоң ваҡ-төйәгенән азат, аҡыл эйә­ләренең фәһемле һүҙҙәре бар булмышын биләгән.
Афоризм – ныҡ киптерелгән роман, тигән Ғәбит Садиҡов. Ысынлап та, төптән уйлап ҡараһаң, бер-ике, өс-дүрт һөйләм­дән генә торған афоризмдарға кешелектең ғүмер буйы туплаған аҡылы, тормошҡа, донъяға ҡарата фәлсәфәүи фекере һеңгән. Ғөмүмән, афоризмдар – халыҡҡа йәшәү мәғәнәһен, тормош асылын күрһәткән компас, тигәндә лә арттырыу булмаҫ.
“Ынйы бөртөктәре” китабы – киләсәк быуынды тәрбиәләгән уҡытыусылар өсөн ҙур бүләк. Ул һәр кемдең өҫтәл китабына әүерелеп, күңелдәребеҙҙе нурлаһын.


Вернуться назад