Минең Рәми09.05.2017
Минең РәмиМилләт күптән инде Рәми Ғариповты үҙенең иң данлы, иң ғәзиз улдарының береһе тип ҡабул иткән. Ул хәҙер – рух символы. Вафатына ҡырҡ йыл үтһә лә, беҙҙең арала, элекке ише көрәшсе лә, кәңәшсе лә, һаҡсы ла булараҡ шиғриәтебеҙҙең алғы сафында бара.
Рәми ағайҙы беренсе күреүем 1970 йыл­да, 1-се мәктәп-интернаттың IX синыфын тамамлаған йәйҙә, булды. Май йәки июнь айы ине шикелле. “Искра” кинотеатры янындағы йортта йәшәгән бабайым, яҙыусы Әнүр Вахитовтарға барғайным. Сәйләп алғандан һуң ул мине, әйҙә, Рәмиҙе күрәйек әле, тип алып сығып китте. Өйҙәренән әллә ни йыраҡ та түгел Октябрь проспектындағы биш ҡатлы йорттоң ярым подвалында урынлашҡан бер бүлмәгә индек – ул эшләгән “Башҡор­тостан ҡыҙы” журналы редакцияһы икән. Бабайым Рәми ағай менән күреште, мине “һеңлемдең улы, 1-се интернатта уҡый” тип таныш­тырҙы. “Интернатташ икән улайһа”, – тине лә Рәми ағай, һынсыл ҡарап, йылмайып ҡуйҙы. Үтә етди йөҙлө, оло сырайлы, күпереп торған ҡара сәсле, мыҡты кәүҙәле, төптән йыуантыҡ ағай ине был.
Бүлмәлә бер аҙ һөйләшеп ултырғандан һуң, урамға сыҡтыҡ. Тротуар буйлап байтаҡ йөрөнөк. Хәбәрҙәре күпселектә әҙәбиәт, яңы әҫәрҙәр, уртаҡ таныш-тонош, ғаилә хәл-әхүәле хаҡында барҙы. Мин интернатҡа ҡайтып киттем, улар яңынан редакция яғына атланы...
Икенсе осрашыу беҙҙең, бер нисә кешенең, документтарын Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына ебәргән көндә булды. Был инде 1975 йылдың май уртаһы һәм беҙҙең документтар менән ижади конкурсҡа тәҡдим ителәсәк “әҫәрҙәребеҙҙе” ҡабул итеүҙең һуңғы көнө ине. Совет майҙа­нындағы элекке Министрҙар Советы урынлашҡан йорттоң дүртенсе ҡатындағы Яҙыусылар союзы идараһының ҡыҫыҡ ҡына бер бүлмәһендә Рәми ағай, Әнүр Вахитов, идарала әҙәби консультант булып эшләгән Хәкимйән Зарипов, тағы бер нисә кеше – улары иҫтә ҡалмаған – документтарҙы, ҡулъяҙмаларҙы тикшереп-барлап, уҡып, төҙәтеп ултыра. Ултыра тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, ҡабаланалар, йүгерешәләр, сөнки көн кискә ауышып бара. Арабыҙҙа йөрөгән һәм һәр ағай менән иркен һөйләшкән Вил Ғүмәров тигән егет (дөрөҫөрәге, миңә шулай уҡ ағай), Мәскәүгә осасаҡ киске самолеттарҙың береһенә өлгөрөп, институттың ҡабул итеү комиссияһына беҙҙең әлеге документ, ҡулъяҙмаларҙы тапшырырға тейеш.
Ниһайәт, эш тамам, бар ҡағыҙҙарҙы ла теүәлләп-барлап бер ҡалын папкаға тәҫләп һалалар. Уны Вил аҫмалы сумкаһына тыға һәм барыбыҙ ҙа күтәренке кәйефтә (бәй, ниндәй оло эш башҡарҙыҡ!) күңелле һөйләшә-һөйләшә идара бүл­мәһенән сығабыҙ ҙа “Балалар донъяһы” туҡталышына атлайбыҙ. Рәми ағай үҙенең дөңгөрҙөк тауышы менән Вилгә: “Иртәгә иртүк бар институтҡа, комиссияға. Һуң­лағанһығыҙ, тип йә башҡа сәбәп менән документтарығыҙҙы алмай торһалар, шунда уҡ Владимир Федоровичҡа ин, минән сәләм әйт, минең исемдән һора, үтен, аңлат, әммә тапшырмай ҡайтма, папкала һинең генә түгел, тағы алты иптәшеңдең яҙмышы ята”, – тип һөйләй...
Аэропортҡа йөрөй торған 106-сы мар­шрут автобусы килгәс, йә билет ала алмаҫһың, “страховкаға” мин дә барайым тип, Рәми ағай бергә ултырып китте. Бер килке бер-беребеҙгә ҡарашып, ғәжәпләнеп ҡуйҙыҡ. Әммә башҡалар һымаҡ ҡайтып китһә, Рәми Ғарипов булмаҫ ине. Ғөмү­мән, ул ғүмер буйы йәштәрҙе ана шулай “страховкалап” йәшәне, һәр ҡайһыһын кү­рә, баһалай, ҡурсалай, ярҙам итә белде.
Ошо ваҡиғаның үҙенә күрә дауамы ла бар. Беренсеме, икенсеме курста уҡы­ғанда, хәҙер теүәл генә хәтерләмәйем, яҙға аяҡ баҫҡас, ниндәйҙер лекциянан һуң институт ихатаһында йөрөп ятам. Владимир Федорович ишектән сыҡты ла, болдорҙан төшкәс, ишаралап үҙенә саҡырҙы. Шөрләң­керәп кенә ҡаршыһына атланым. Башҡа төрлө уйҙар керҙе: уҡыу, өлгәш, тәртип мәсьәләләре...
– Ҡайҙан? – тип һораны ректор.
– Башҡортостандан.
– Рәми Ғариповты беләһеңме?
– Беләм. Беҙҙе бында уҡырға ебәреүселәрҙең береһе ул булды.
– Даже так? Великий был студент! – тине ректор. Йөҙө яҡтырып китте, яҫы битенә ҡәнәғәтлек яғылды. – Он был нашим отличником. Если ты из Башкирии, ты должен учиться как он! Вы же потомки Салавата Юлаева!
– Тырышам, – тигән булдым. Бындай мәлдә башҡа ни әйтәһең?
Егерменән ашыу йыл үткәс тә ректорҙың Рәми ағайҙы хәтерләүенә аптыраным. Отличноға уҡыуын да иҫләй! Владимир Федоровичтың ошо һүҙҙәре минең унда уҡыған йылдарҙа гел генә ҡолаҡ төбөндә яңғырап торҙо, ағай кеүек улай уҡ отличноға өлгәшмәһәм дә, биш йыл дауамында бар имтихан, зачеттарҙы, курс эштәрен ваҡытында тапшыра килдем, бер семестрҙа ла стипендиянан ҡал­маным. “Великий студент” Рәми Ғарипов исеме минең өсөн яуаплылыҡ өлгөһө булды, һәм мин ошо ваҡиғанан һуң ғына Вил Ғүмәровты аэропортҡа оҙатҡан саҡта Рәми ағайҙың уға ҡат-ҡат, ул-был хәл була ҡалһа Владимир Федоровичҡа керергә, үҙенән сәләм әйтергә, кәрәкһә ярҙам һорарға кәрәклеген әйтеүенең сәбәбен аңланым. Тимәк, улар бер-береһен бик яҡшы белгән: студент яғынан институт етәксеһенә ҡарата оло ихтирам булһа, етәксе Башҡортостандан килгән егеттең фиҙакәр уҡыуына һоҡланған!..
Шул йәй каникулға ҡайтҡан көндәрҙә Рәми ағай янына индем. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы Матбуғат йортона күскәйне. Тәмәке төтөнөнә күмелеп уҡып ултыра ағай. Күрештек. Таныны, уҡыуым, Вил Ғүмәров, Владимир Федорович хаҡында һорашты. Хикәйә алып килгәйнем, тигәс күләмен белеште. Дүрт кенә бит, тинем. Ҙур түгел икән, әйҙә, уҡы, улайһа, тыңлайым, тине. Үҙе яңы тәмәке тоҡандырҙы. Мин ҡаршыһына ултырып уҡый башланым. Уҡып бөткәс: “Бара, ҡалдыр, көҙгө һандарҙың береһенә бирербеҙ”, – тине.
Өфөгә киләһе ҡайтҡанымда Рәми ағай редакциянан киткәйне. Уның урынында ултырған яуаплы секретарҙан, дүрт битлек кенә хикәйә ҡалдырғайным, Рәми ағайға уҡыным, бирербеҙ, тигәйне, шуның яҙмышы нисек икән, тип ҡыҙыҡһынғас, ҡағыҙҙар өйөмө араһынан эҙләп тапты. Уҡымаған. Киләһе ҡайтыуыңа уҡып ҡуйыр­мын, тине. Йәнә бер йылдан кергәндә, эше күплегенә һылтанып, “өлгөрмәгәнле­ген” әйтте. Мин ул “яуапһыҙ” яуаплы секретарҙы башҡаса борсоп йөрөмәнем, киләһе йылға уҡырмын, тип йәнә вәғәҙәләрен самалай инем. Хикәйә ишараты шунда ятып ҡалды... Хәйер, уныһы икенсе тема. Мин быны ике кешенең авторға ике төрлө мөнәсәбәтен күрһәтеү өсөн генә хәтергә төшөрҙөм.
1977 йылдың 20 йәки 21 февралендәме киске яҡҡа дөйөм ятаҡтың етенсе ҡатына, Юғары әҙәби курстарҙа уҡыған Ғәлим ағай Дәүләтов янына күтәрелдем. Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, ҡуҙғалдым. “Әйҙә, Әхиәр ағайға шылтыратып, хәл-әхүәлен белешәйек әле”, – тип шағир ағай артымдан сыҡты. Етенсе ҡатта лифт янында телефон бар. Кескәй блокнотынан кәрәкле номерҙы табып шылтыратты. Трубканы көттөрөп кенә алдылар. Ғәлим ағай иҫәнләшеп, еңгәйгә үҙен танытты ла Әхиәр Хәсәновичты һораны. “Ул өйҙә юҡ, Өфөгә, дуҫын ерләшергә китте”, – тип яуапланы еңгәй. “Ниндәй дуҫын?” – тип белешә Ғәлим ағай. “Рәми Ғарипов үлгән бит”.
– Ҡасан?
– Кисә, иртәгә ерләйҙәр шикелле.
Беҙ телһеҙ ҡалдыҡ. Ғәлим ағай ҙа, Вил дә, мин дә ҡайта алманыҡ – уҡыуҙабыҙ.
Алда әйткәнемсә, Әнүр бабайым менән хатлаша торғайныҡ. Үҙенең шул 1977 йылдың 10 мартында яҙған хатын тулыһынса тиерлек Рәми ағайға арнаған. Үкенес, һағыш менән һуғарылған ул хатта шундай юлдар бар. “Рәмиҙең 1950 йылдан бирле (хат аша) танышы булараҡ, мин уға ныҡ (ҡайһы берәүҙәргә ҡарағанда) яҡын инем. Ул башҡаларға әйтмәгән серҙәрен бүлешә ине. Ете йыл элек ул миңә йөрәге туҡтағандай булыуы хаҡында әйткәйне. Шунан бирле теш ҡыҫып эшләне. Ә тормош шарттары, ай, ҡыйын ине шул уға. Өҫтәүенә бик тә тормошҡа ҡулайлаша белмәй ине. Донъя көтә белеү юҡ ине унда. Вафатынан алда ул Дүшәмбе, Ташкент, Алма-Ата, Ашхабадта йөрөп ҡайтты. Пландары ҙур ине.
Үлерҙән ике көн элек оҙаҡ һөйләшеп йөрөгәйнек. Иллегә тиклем Ғүмәр Хә­йәмдең тулы йыйынтығын тәржемә­ләр­гә, өр-яңы шиғырҙар китабы сыға­рырға, шунан том әҙерләргә тип эске бер елкенеү менән әҙерләнеүен һөйләне. Үлер көндө (йәкшәмбе) Азамат улымды ебәргәйнем сәғәт етелә. Сәйгә саҡырып записка яҙҙым. Азамат ашығып ҡайтып инде. Рәми ағай ауырый, ята, врач саҡырғандар, ти. Йүгерҙем. Ете-һигеҙ врач. Инерлек тә түгел. Бүлмәһендә диванда ята. Дүрт укол яһанылар, кислород бирҙеләр.
Мин бер аҙҙан ҡайтып киттем. Ун минуттан ҡыҙы йүгереп килде. “Атайҙы боль­ницаға оҙатыш”, – ти. Азамат менән йәнә йүгерҙек. Етенсе ҡаттан күтәреп төшөрҙөк. Бер ни өндәшмәй. Әллә иҫһеҙ ине, аңла­маным. “Врачтар “обширный инфаркт миокарда” тип әйтте”, – тип шыбырланы бисәһе. Врачтар ярҙам итергә күпме тырышһа ла, инфаркт башланғас ике сәғәт самаһынан үлде. 23-ендә ерләнек. Халыҡ бик күп булды. Профессор Жәлил Кейекбаевтан һуң иң ауыр юғалтыу был, тинеләр...”
“Ағиҙел” журналында (1992 йыл, №12) сығарған “Утыҙ йыл бергә” тип аталған мәҡә­ләһендә билдәле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев Рәми ағай менән Әнүр Вахитов мөнәсәбәтен былай тип ҡылыҡ­һырлай: “Рәми Ғарипов Әнүрҙең иң яҡын дуҫы булды. Йәштәштәр ҙә, фекерҙәш­тәр ҙә, бер-береһен ихтирам итәләр, ирҙәрсә яраталар. Бер эпизод. Алтмышынсы йылдар башы. Бер көндө Әнүр иртәгә үҙҙәренә Рәми киләсәген, һөйлә­шеп ултырасаҡ­тарын әйтте. Әмәлгә ҡалғандай, урамда Рәмиҙең бер туған ҡустыһы Рауилды осраттым. Рауил ул саҡ сит өлкәлә эшләй ине, Өфөгә коман­дировкаға килгән. “Ағайыңды күргең кил­һә, ҡайҙа икәнен беләм, әйҙә, киттек”, – тинем. Һәм беҙ тегеләр янына шып итеп барып та керҙек. Рәми йылмайып ҡына һыңғырланы: “Үҙебеҙ генә ултырайыҡ, тиһәк...” Тимәк, беҙ уларҙың әңгәмәһенә ҡамасаулаған һымаҡ булдыҡ.
Мин быны ике йәштәштең ни тиклем яҡын булғанын күрһәтер өсөн әйтәм... Шуға ла әйтәм: һуңғы ваҡытта Рәмиҙең “дуҫтары” күбәйеп китте. Уны ғүмерендә бер күргәне лә, күрмәгәне лә тигәндәй, аралашҡан-аралашмағаны ла “дуҫы” булып сыға... Ә бит “дуҫы инем”, “яратҡан ҡустыһы инем” тигәндәрҙең байтағы ул заман ыштанын ҡулы менән тотоп ағаһы артынан “мин дә барам” тип эйәргән малайҙар фиғелендә ине...”
Рәми Ғарипов шағир ғына түгел. Иң беренсе нәүбәттә “һөнәре” буйынса, әлбиттә, шағир, ләкин талантлы ижады уны саф шиғыр сығарыусы ғына итеп ҡалдырманы, власть менән халыҡ араһында көсәйә барған айырымлыҡты, дисбалансты, һүҙ менән эштең бер-береһенән йырағая, үҙәктәге һәм урындағы етәкселәр тарафынан алып барылған идеологик ҡыҫымдарҙың көсәйеүен асыҡ күргән сәйәсмән дә итте. Беҙ белгән, күҙаллаған сәйәсмәндәр кеүек, ул юғары трибуналар артына сығып һүҙ тотмаһа ла, баҫылған һәр шиғыры, аудиториялағы һәр сығышы, әҙәбиәт һөйөүселәр менән һәр осрашыуы трибуналағыларҙың хәбә­ренән бер ҙә ҡайтыш булманы, хатта көслөрәк тә, дәһшәтлерәк тә ине, сөнки ул хаҡ ине, дөрөҫ ине.
Үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарын­дағы шиғриәтте, тотош башҡорт әҙәбиәтен, шулай уҡ милләттең үҙаңы күтәрелеүен Рәми Ғарипов ижадынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Артабанғы йыл­дарҙа ошо рухи, ижтимағи, сәйәси күтә­релеш тағы ла үҫә, киңәйә барып, халыҡ­тың йөрәген ялманы һәм суверенитет яулауға алып килде. Был “эштә” хәҙер инде рухыбыҙ символына әйләнгән шағир ҙа әүҙем ҡатнашты.
Мин студент йылдарында уҡ шағирҙың китаптарынан үҙемә оҡшаған, күңел һәм зиһенемде арбаған әҫәрҙәрен ҡуйын дәфтәренә, блокноттарға күсерә барған­мын. Улар миңә рухи аҙыҡ та, кәңәшсе лә, юғары шиғриәт өлгөһө лә булған. Шуға ла мин уны “минеке” тип әйтә алам, быға хаҡым бар, һәр кемдең, һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ Рәмие. Ул һинеке лә, уныҡы ла. Ул барыбыҙҙыҡы ла. Ул милләттеке. Милләт йәшәгәндә, Рәми Ғарипов та йәшәр...



Вернуться назад