Етемлекте күрһәтмәһен Хоҙай10.05.2017
Етемлекте күрһәтмәһен Хоҙай Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмә­тов­тың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесын уҡымаған кеше һирәктер. Сибай ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡыусылары ла авторҙың әҫәрҙәре менән яҡшы таныш. Ҡалабыҙҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры авторҙың “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре буйынса әҙерләнгән спектакль ҡуясағын ишеткәс, барыһы ла ихлас күңелдән шатланды. Спектаклде ҡарарға Балалар ижады йортона беҙҙең мәктәптән генә лә йөҙҙән ашыу уҡыусы барҙы.
Әҫәрҙе алдан уҡып сыҡҡас, “Ә повесть варианты һәм спектакль нисегерәк булыр икән?”, “Актерҙар китаптың йөкмәткеһен аса алырмы?” тигән уйҙар менән барғайныҡ тамашаға. Спектаклдең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев, бөтә элемент­тарҙы бик уңышлы ҡулланып, әҫәрҙең идеяһын һәм төп асылын тамашасыларға еткерә алды тигән фе­кер­гә килдек. Актерҙарҙың образға кереп, оҫта уйнауына тамашасыларҙың береһе лә битараф ҡалмағандыр, ихлас күңелдән алҡышланылар.
Спектаклдә ролдәрҙең күп булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы тик ете йәш актер – Артур Кәбиров, Урал Әминев, Фәнис Рәх­мәтов, Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетди­нов, Алмас Йосопов, Ринат Баймыр­ҙин уйнай. Һәр ҡайһыһы үҙ эшен оҫта башҡарҙы. Артур Кәбиров Ильяс ролен шул тиклем мөкиббән бирелеп уйнаны, матур, асыҡ телмәре менән бар тамашасының күңелен яуланы ул. Талантлы актерҙар араһында Урал Әминевтең булыуы ла ҡыуандыра. Фәрит ролен баш­ҡарғаны өсөн Баш­ҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының “Икенсе план­дағы иң яҡшы ир-ат роле” пре­мия­һына һәм “Тамашасылар һөйө­үе” призына лайыҡ булыуы ла йәш ижад­сының оҫталығы хаҡында һөйләй.
Спектакль бар бөтөнлөгөндә етем ба­ла­ларҙың донъяһын, улар­ҙың ауыр яҙ­мышын һәм күңел яраларын, эске кисе­рештәрен асып бирергә ярҙам итә. Әгәр шул бала­ларҙың ата-әсәһе яндарында булһа, бындай ыҙа күрмәҫтәр ине лә бит. Ҡыҙғаныс... Әйткәндәй, ошо спектакль менән театр коллективы, Сибайҙан тыш, Баймаҡ, Учалы ҡала­ларында, Бөрйән, Әбйәлил, Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла ра­йон­дарында сығыш яһаны. Шул гастроль мәлендә “Хыялға ҡаршы” спектаклен алты меңдән ашыу кеше ҡараған. Был күрһәткес тә сәхнә әҫә­ренең ни тиклем көнүҙәк икән­леген раҫлай.
Тамашасылар спектаклде бик йылы ҡабул итте, барыһы ла, хатта ҡаты кү­ңелле кешеләр ҙә, битараф ҡалмағандыр, моға­йын. Мәктәптә уҡытыусылар хәҙерге баш­ҡорт әҙәбиәтен өйрәнеү, тормошсан һорау­ҙарға яуап табыу буйынса тәрбиәүи эштәр, әңгәмәләр алып бара. Ошо спектаклде бер тапҡыр ҡарау ҙа күп кешегә ғүмерлеккә фәһем, һабаҡ булыр ине.
Ата-әсә наҙын, йылыһын тойоп үҫкән бала тормош һынауҙарына бирешмәй, ниндәй генә ауыр саҡтарҙа ла яҡындары­ның терәк-таянысын тойоп ныҡ була. Етем өлөшөн күрһәтмәһен сабыйҙарға Хоҙай. Ғаиләләребеҙ теүәл, бала­ларыбыҙ иҫән-һау, донъяларыбыҙ имен торһон.


Вернуться назад