Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тигән бер аҡыл эйәһе. Эйе, беҙҙең был йәһәттән ғорурланырға хаҡыбыҙ бар кеүек. Ә шулай ҙа тарихыбыҙҙы сағылдырған ҡомартҡыларыбыҙға бөгөн юғалыу хәүефе янамаймы? Уларҙы киләсәк быуынға еткереү өсөн ниндәй аҙымдар яһала? Ҡануниәтебеҙҙә был йәһәттән ниндәй саралар ҡаралған? Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе,тарих фәндәре кандидаты Илһам ФӘТҠУЛЛИН менән ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнек.
– Былтыр ғына булдырылған идаралыҡтың төп маҡсаты нимәлә?– Әлбиттә, төп бурысыбыҙ – мәҙәни мираҫыбыҙ өлгөләрен киләһе быуындар өсөн һаҡлап алып ҡалыу. Тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы реставрациялау, консервациялау, тергеҙеү буйынса яуаплылыҡ та беҙҙең иңебеҙгә йөкмәтелгән. Шулай уҡ уларҙы популярлаштырыу буйынса эш тә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Быларҙың барыһы ла “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында”ғы Федераль закон сиктәрендә башҡарыла.
– Ә мәҙәни мираҫ объекты тип ниндәй тарихи ҡомартҡыларҙы атай алабыҙ?– Ысынлап та, иң тәүҙә был атаманың мәғәнәһенә асыҡлыҡ индерергә кәрәктер, моғайын. Нимә ул мәҙәни мираҫ объекты? Әлбиттә, иң тәүҙә – археология ҡомартҡылары. Мәҫәлән, шул уҡ “Өфө II” ҡаласығы, шулай уҡ архитектура ҡомартҡылары. Әйтәйек, бына бөгөн һеҙҙең менән аралашып ултырған йорт. Ул алыҫ 1905 йылда Беренсе урыҫ революцияһы башланған саҡта төҙөлгән. Бинаны хәлле крәҫтиән Алексей Якушевтың ғаиләһе һалған. Мәғарифты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән был шәхес уны сиркәү янындағы училище ҡарамағына тапшырған. Советтар Союзы ваҡытында бында дарыухана идаралығы урынлашҡан. Республикабыҙҙа бындай ҡомартҡылар бихисап. Шулай уҡ ағас архитектура өлгөләре лә бик күп. Шуға ла уларҙың айырым иғтибарға мохтаж икәнлеге һәр кемгә асыҡтыр.
– Был идаралыҡҡа ихтыяж көнүҙәк мәсьәлә инеме?– Һис шикһеҙ, ихтыяж булғандыр. Шулай булмаһа, ил кимәлендә быға иғтибар бүленмәҫ ине бит. Юғарыла атап үткән федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау менән генә шөғөлләнгән дәүләт органдары булдырылырға тейеш ине. Йәғни быны федераль закон да талап итте. Һөҙөмтәлә республика етәкселеге башланғысына ярашлы, беҙҙә лә халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау менән шөғөлләнгән өр-яңы дәүләт органы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов 2016 йылдың 14 ноябрендә беҙҙең идаралыҡты булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был яуаплылыҡты ошоға тиклем республиканың Мәҙәниәт министрлығының айырым бүлеге башҡара ине.
Шул ваҡыттан алып ойоштороу эштәренә башкөллө сумдыҡ тиергә була. Норматив һәм хоҡуҡи документтар ҡабул ителде, идаралыҡтың төп положениеһы раҫланды. Йыл башында идаралыҡ ойошма булараҡ теркәлде.
Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса идаралығы етәксеһе Владимир Тарновский Башҡортостанға эш сәфәре менән килеп ҡайтты. Мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса фекер алыштыҡ, тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы урап сыҡтыҡ – мәҫәлән, “Өфө II” ҡаласығында булдыҡ. Улар менән артабан да тығыҙ бәйләнештә буласаҡбыҙ һәм идаралыҡ эшмәкәрлеген бергә яйға һаласабыҙ.
– Илһам Зөфәр улы, бөгөн мәҙәни мираҫ объекттарына ҡарата һаҡһыҙ мөнәсәбәт менән осрашырға тура киләме? Уға ҡаршы ниндәй саралар күрелә? Был йәһәттән ниндәй яңылыҡтар бар?– Бөтә археология ҡомартҡылары федераль әһәмиәткә эйә. Уларға зыян килтереүселәргә Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы яуаплылыҡ ҡаралған. Шуға ла 2015 йылдың 22 ғинуарынан бөтә ер эштәре беҙҙең идаралыҡ тарафынан раҫланырға тейеш. Был археология мираҫына зыян килтерелмәһен өсөн кәрәк. Ташландыҡ кеүек күренгән ер биләмәһендә лә ҙур әһәмиәткә эйә ҡомартҡылар табылыуы ихтимал бит.
Ысынлап та, йыш ҡына тарихи ҡомартҡыларға ҡарата битарафлыҡ менән осрашырға тура килә. Мәҫәлән, һаман да бик күптәр ер һәм төҙөлөш эштәре беҙҙең идаралыҡ тарафынан раҫланырға тейешлеген белмәй. Беҙҙең ҡарамаҡтағы объекттарҙа килешеүһеҙ төҙөлөш эштәре башҡарылып мәҙәни мираҫҡа зыян килтерелгән осраҡтар ҙа булды. Мәҫәлән, төҙөлөш бригадаһы боронғо бинала стенаны емерә йә тәҙрә урынына ишек уйып ҡуя. Был законды боҙоу икәнлеге баштарына инеп тә сыҡмай! Беҙгә ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡларға тура килә. Һөҙөмтәлә улар суд ҡарарына ярашлы хөкөм ителә. Үҙегеҙ беләһегеҙҙер – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 44-се статьяһында ла “һәр кем тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡларға, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡсыл ҡулланырға бурыслы” тип яҙылған бит. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста ла мәҙәни мираҫҡа ҡағылышлы тиҫтәгә яҡын статья табырға була. Тимәк, һәр кемгә уйланырға урын бар.
– Ҡала уртаһындағы боронғо йорттар урынына күп ҡатлыһын һалырға хыялланған йүнселдәр ҙә көндән-көн арта…– Эйе, ҡала уртаһындағы иҫке генә ағас йорттоң бер кемгә лә кәрәге юҡ тип фараз ҡылыусылар байтаҡ. Ә уның Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм реестрында иҫәптә тороуы ла ихтимал бит әле. Бындай миҫалдар бихисап. Эйе, урынына күп ҡатлы йорт һалырға хыялланыусылар ҙа юҡ түгелдер. Әммә был бәләкәй генә ағас йорттоң тарихи әһәмиәте иҫ киткес оло булыуын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Шуға ла бындай эшкә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Бынан тыш уның биләмәһендә бихисап археология ҡомартҡыһы йәшеренгән булыуы ла ихтимал. Ә ундай урында төҙөлөш алып барыу, ҡануниәткә ярашлы, ҡәтғи тыйыла.
Республикабыҙҙа тарихи ҡомартҡылар иҫ киткес күп. Мәҫәлән, алыҫ йөрөйһө түгел – Черниковка үҙе генә асыҡ һауа аҫтындағы музей. Шулай уҡ Бөрө ҡалаһы ағас архитектура өлгөләре менән күптән дан тота. Шуға ла уларҙы һаҡлау – дәүләт органдарының һәм йәмғиәттең уртаҡ бурысы.
– Мәҙәни мираҫҡа бәйле көн ҡаҙағына һуҡҡан тағы ла ниндәй мәсьәләләрҙе атар инегеҙ?– Бөгөн республикабыҙҙа биш мең ярымдан ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар, әммә яртыһының ниндәй хәлдә икәнлеге билдәһеҙ. Был бит иҫ киткес! Йылына кәмендә дүрт йөҙ объект тикшерелеп торорға тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путин да тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы теркәү кәрәклеге тураһында билдәләгәйне, әммә бөгөн был эштәр йыш ҡына күҙ уңынан ситтә ҡала.
Башҡортостан Хөкүмәтенең талабына ярашлы, бөгөн һәр дәүләт органы янында йәмәғәт советы эшләргә тейеш. Мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса көнүҙәк мәсьәләләр шунда тикшереүгә сығасаҡ тип өмөтләнәбеҙ. Унда билдәле архитекторҙар һәм археологтар, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының лицензияһына эйә белгестәр, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыр тип көтөлә. Мәҫәлән, бөгөн Урыҫ география йәмғиәте менән был турала һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Шулай уҡ архивсылар, археологтар йәмғиәттәре лә мотлаҡ ҡатнашырға тейеш.
– Идаралыҡтың сайты ла иғтибарҙы йәлеп итте…– Эйе, сайтыбыҙҙа мәҙәни мираҫ объекттарына ҡағылышлы ҡануниәт нормалары, шулай уҡ яңылыҡтар ҡуйылып бара. Беҙҙең сайт реставрациялауға лицензияһы булған ойошмалар менән хеҙмәттәшлек өсөн майҙансыҡҡа әйләнер тип тә өмөтләнәбеҙ, сөнки мәҙәни мираҫ объектында ниндәйҙер эш башҡарырға йыйынған һәр ойошманың Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы тарафынан лицензияһы булырға тейеш. Бының өсөн аттестациялы белгестәр – архитекторҙары һәм реставрациялаусылары булыуы зарур. Республикабыҙҙа бөгөн шундай 15 ойошма теркәлгән. Улар өсөн төрлө файҙалы семинарҙар үткәреләсәк, өҫтәмә белем биреү ойоштороласаҡ. Шулай уҡ һорауы булған һәр кем сайт аша ла беҙгә мөрәжәғәт итә ала.
– Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ ҡурсаулығына бәйле эштәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра…– Бөгөн республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса был йәһәттән ҙур эш башҡарыла. Морат туғайында Шүлгәнташ мәмерйәһенең музей комплексы барлыҡҡа килергә тейеш – был бик ҙур төҙөлөш булмаҡсы. Ул республикабыҙҙың 100 йыллығына ҡарата төҙөләсәк йөҙ объект иҫәбенә индерелгән дә инде. Быларҙың барыһы ла бөгөнгөбөҙ генә түгел, ә киләсәгебеҙ өсөн башҡарыла. Тимәк, үткәнебеҙҙе юғалтыу хәүефе беҙгә янамай әле.