Башҡорт ғәскәрҙәре ниндәй булған?02.05.2017
Тарих ғилемендә ҡыуаныслы, күптән көтөлгән ваҡиға шаһитыбыҙ: ниһайәт, нисәмә йылдан һуң башҡорт армияһының тарихы яҙылды. 2017 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Башҡорт армияһы тарихынан” тигән китап баҫылып сыҡты.
Күләме – 18 шартлы баҫма табаҡ, тиражы – 2000 дана. Ниһайәт, бындай баҫманы ла ҡулыбыҙға алыр көн бар икән! Башҡортостандың 100 йыллығына бына тигән бүләк! Авторы – Азат Шакирйән улы Ярмуллин, күп йылдар “Башҡортостан” энциклопедияһы” нәшриәтендә эшләне, әле Башҡортостан китап палатаһы директоры. Афарин, Шакирйән улы, һәләтеңдән һөйөн, телеңдән ҡыуан!
Бындай оло хеҙмәтте яҙған кешене бик оҙаҡ, оҙаҡ көттөк. Был – милли рухыбыҙ, донъяны, тормошто, асылыбыҙҙы аңлауыбыҙҙың киңәйеүе миҫалы. Ниһайәт, беҙ яңы килеп, 100 йылдан һуң үткән дәүерҙәге башҡорт милли эшмәкәрҙәре кимәленә күтәрелдек.
Азат Шакирйән улы был хеҙмәтендә иң тәүләп Зәки Вәлиди етәкселегендә башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең аҡтар яғында башҡорт ғәскәрен төҙөүен тасуирлай. 1918 йыл башы, ғинуар айы. Батша армияһы офицерҙары, башҡорт эшмәкәрҙәре Абдулла Иҙелбаев, Ғимран Мағазов, Әмир Ҡарамышевтар Баймаҡта 400 кешелек беренсе башҡорт отрядын ойоштора. Һуңынан, башҡорт хөкүмәте ағзалары Ырымбур төрмәһенән ҡотолоп сыҡҡас, чехословактарҙың баш күтәреүе ярҙамында, йәй айҙарында алты башҡорт атлы һәм йәйәүле полкы төҙөлә. Екатеринбург, Силәбе ҡалалары янында ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша, көҙ айҙарында инде ғәскәр корпус кимәленәсә үҫә… Зәки Вәлидиҙәр аҡтар власы аҫтындағы Башҡортостанда дөйөм мобилизация иғлан итә.
Артабан 1919 йылдың февралендә кисәге дошмандары – ҡыҙылдар яғына сығыу. Апрель айҙарында Зәки Вәлидиҙәр Саранскиҙа, Бәләбәйҙә икенсе ҡат, инде ҡыҙылдар яғында башҡорт армияһын төҙөй… Аҙаҡ – Көньяҡ фронт, башҡорт дивизияһы Деникинға ҡаршы, ә Муса Мортазин бригадаһы көнсығыш-көньяҡҡа, Колчакка ҡаршы ташлана. Һуңынан – Петроград фронты, унда 11 меңлек башҡорт яугире китә, ары – Польша фронты…
Азат Шакирйән улы үҙ китабында башҡорт армияһының 24 сардарын айырымлап (һәр береһенә махсус бүлек арнап) яҙа, комиссарҙарын теркәй. Башҡорт армияһының униформаһын, байраҡтарын диҡҡәтләп һүрәтләй. Башҡорт яугире ниндәй йырҙар башҡарған, сафта ниндәй көйгә-шиғырға баҫҡан? Башҡорт хәрби шураһы – башҡорт армияһының штабы тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Шулай уҡ баҫма һуңында ул дәүерҙәге Рәсәйҙең иң юғары наградаһы – Ҡыҙыл байраҡ менән бүләкләнгәндәр исемлеге бирелә. Тағы “Башҡорт армияһы тарихы. Ваҡиғалар хроникаһы”, “Башҡорт автономияһының хәрби учреждениелары”, “Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының ҡораллы көстәре” – төҙөлөшө хаҡында мәғлүмәттәр килә, йәғни автор төрлө хәрби берләшмәләрҙең етәкселәре, комиссарҙары хаҡында бөгөнгө уҡыусының иҫенә төшөрә.
Бына шундай аҡылды бирә беҙгә был оло хеҙмәт. Афарин, Азат Шакирйән улы! Әле һинең йәш, көслө сағың, алда оло уңыштар юлдаш булһын һиңә, замандаш!