Хәсән Назар – халыҡ шағиры02.05.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ордендар, миҙалдар, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән 52 сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә, торлаҡ-коммуналь һәм урман хужалығы, агросәнәғәт комплексы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара, суд системаһы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, физкультура һәм спорт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең һөнәри ҡаҙаныштары баһаланды. Тантанала шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында шағир Хәсән Назар ҙа бар. Уға “Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде.
– Республикабыҙҙа быйылғы дүрт ай һөҙөмтәләре буйынса күрһәткестәр ярайһы уҡ яҡшы. Беҙ үҙ иңебеҙгә алған йөкләмәләрҙең барыһын да үтәйбеҙ. Үҫеш өсөн мөмкинлектәр ҙә бар, – тине Рөстәм Хәмитов.