Иң-иңдәр билдәләнде28.04.2017
Иң-иңдәр билдәләндеӨфөлә IХ “Театр яҙы” республика фестива­лендә еңеүселәр асыҡланды. Сараны ябыу тантанаһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.
Фестивалдә республикалағы бөтә дәүләт театрҙары ҡатнашты. Конкурс программаһындағы 12 спектаклдең барыһы ла – милли драматургия әҫәрҙәре. Иң яҡшы эштәр туғыҙ номинацияла баһаланды, еңеүселәргә дипломдар, махсус бүләктәр тапшырылды.
Салауат башҡорт драма театрының “Яҡташтар” спектакле (Мостай Кәрим, режиссеры Антон Федоров) иң яҡшыһы тип танылды. Ошо спектаклдә Ҡорбанғәлене уйнаған актер Радик Ғәлиуллин “Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле” исемен алды.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевтың “Хыялға ҡаршы” (Айгиз Баймөхәмәтов, Әнгизә Ишбулдина) спектакле “Иң яҡшы режиссер эше” тип баһаланды. Был спектакль шулай уҡ “Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш” номинацияһында (Илшат Яхин) һәм актер Ринат Баймырҙин башҡарған роль өсөн махсус бүләк яуланы.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының “Урал батыр” спектакле (Владимир Аношкин, режиссеры Илмар Әлмөхәмәтов) тамашасы һөйөүе призына һәм “Урал батыр” эпосын юғары художестволы кәүҙәләндергән өсөн” махсус призына лайыҡ булды. Өфө “Нур” татар дәүләт театрының “Башмағым” спектакле (Хәбибулла Ибраһимов, режиссеры Байрас Ибраһимов) тәнҡитселәр коллегияһының махсус бүләген яуланы. Ошо спектаклдә Кәрим байҙы уйнаған актер Айрат Фәтиховҡа “Иң яҡшы ир-егет роле өсөн” бүләк тапшырылды.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Салауат Юлаев” спектакле (Заһир Исмәғилев, Баязит Бикбай, режиссеры Иркин Ғәбитов) “Милли музыка мәҙәниәте традицияларын һаҡлаған өсөн” бүләкләнде. “Иң яҡшы сценография” номинацияһында театрҙың баш рәссамы Рифҡәт Арыҫланов еңеүсе тип танылды. А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры ҡуйған “Бәхет” спектаклендә (Тимерғәле Килмөхәмәтов) Залина Сөләймәнованың Миңйыһаны “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” тип баһаланды. “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” призы “Люксембургка барып ҡайтҡансы...” спектаклендәге (Мөнир Ҡунафин, режиссеры Айҙар Зарипов) Гөлнәзирә роле өсөн Зиләрә Юлтаеваға тапшырылды.



Вернуться назад