Балалар матбуғатын ҡурсыйыҡ26.04.2017
Балалар матбуғатын ҡурсыйыҡ “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 18 апрель һанын ҡулға алғас, “Балалар кита­бы­ның яҙмышы кем ҡулында?” тигән мә­ҡәлә исемен күреп, ҡыуанып киттем. Ниһайәт, ошо мөһим­дәрҙән-мөһим мәсьәләгә респуб­лика­быҙҙың төп баҫмаһы иғтибарын йүнәлткән дәбаһа! Балаларға тәғәйен әҫәрҙәрҙең ни өсөндөр икенсе сорт әҙәбиәт булараҡ ҡабул ителеүе бер кемгә лә сер түгел бит инде.
Быны шунан да сығып әйтәм, танылған яҙыусыларҙан төрлө темалар биреп, “Аҡбуҙат” журналына хикәйә, әкиәт яҙыуҙарын һораһаң, бик күптәре яҙа алмай йәки баш тарта. Был тәңгәлдә Таңсулпан Ғарипова, Әнисә Таһирова, Гүзәл Ситдиҡова, Факил Мырҙаҡаев, Әлфинур Вахитова, Риф Мифтахов, Рәдиф Тимершин, Сабир Шәрипов, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлнур Яҡупова, йәштәрҙән Гөлнара Мостафина, Гөлсинә Йосопова, Ринат Сөләймәнов, һүҙебеҙҙе йыҡмай, әленән-әле ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр тәҡдим итеп тора.

Әҫәрҙәрҙең темаһын ғына түгел, бала психоло­гияһына ниндәй йоғонто яһаясағын алдан уҡ билдәләйбеҙ. Динә Талхинаның шундай гел ҡабатлар бер һүҙе бар ине: “Балалар өсөн талантлы кешеләр яҙырға тейеш!” Шуны иҫтә тотоп һәм авторҙарыбыҙ араһында ир-ат яҙыусыларҙы күбәйтеүҙе лә хәстәрләп, бер ваҡыт тоттом да Мөнир Ҡунафиндан беҙҙең өсөн хикәйә яҙыуын үтендем. “Әллә, мин балалар өсөн яҙғаным юҡ та ул”, – булды яуап. Ныҡыша торғас, Мөнир ризалашты һәм “Бигерәк дуҫ маймыл менән” тигән ҡыҙыҡлы хикәйә яҙылды (2016 йыл, № 7).
Йәш яҙыусы Тимур Рәхмәтуллиндың да ҡыҫҡа һәм тәрән мәғәнәле хикәйәләре күҙ алдыбыҙҙа тыуа. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләүе лә уға балалар донъяһын еңелерәк аңларға форсат бирәлер. Йәш булһа ла, Тимур еңел-елпе, шаҡы-шоҡо һүрәтләүҙәргә әүрәмәй. Баланың донъя тураһындағы тәүге асыштары, үҙе яһаған ғүмерлек һығымталары – уның ҡәләм осонда. Сабыйҙарҙы ҡыҙыҡһындырған темаларҙы беҙ ҙә тәҡдим итәбеҙ.
Тағы ла бер үҙенсәлекле авторыбыҙ – Юнир Салауатов. Булмаҫтай нәмәләр тураһындағы көлкөлө хикәйәләре менән сабыйҙарҙың күңелен яуланы ул! Рәссамдар ҙа уның әҫәрҙәрен ярата, айырыуса Азамат Ғарипов һүрәттәре фантазияға бай, Юнир ағайҙың йөҙөн дә төшөрөп ҡуя. Мыйығы ғына ни тора “башҡорт Мюнхгау­зены”ның!
Бөтә донъяла балалар комикс ярата. Сәбәбе нимәләлер, белеп булмай. Әҙ генә һүҙҙәр менән күпте аңлатырлыҡ бәләкәс кадрҙар сабыйҙарҙы шундағы ваҡиғаларға тиҙерәк алып инеп китә. Комикс жанрында эшләү өсөн яҙыусыға рәссам менән бер бөтөн булып фекер йөрөтөргә кәрәк. Еңел түгел был. Хәҙерге заман бәләкәстәренең күңел донъяһын, уларҙы нимә ҡыҙыҡһын­дырғанын белеү зарур.
Авторҙарҙың береһе – рәссам Артур Василов һүрәт менән бергә әкиәттәр ҙә ижад итә. Комикстар яҙған Айнар Байбулатов тағы ла бер үҙенсәлекле жанрҙы яҡын күрә. Ул да булһа – балалар детективы. Берҙән-бер көндө Ирина Әхмәҙуллина менән Айнар эш бүлмәмә килеп инде. Журналды ҡыҙыҡлыраҡ итер өсөн яңы жанр уйлап таптыҡ, ти былар. Нимә ул, тим.
– Детектив! – үҙҙәре көлә.
– Нисек – детектив? Енәйәтселәр хаҡындамы?
– Эйе, урман йәнлектәре араһында!
Шерлок Холмс менән Ватсондың тәфтиш эштәренә оҡшатып, Һумс һәм Вәтһин исемле геройҙарҙы уйлап сығарҙыҡ. Ни өсөн “Һумс” һәм “Вәтһин”? Ҡуян кишер ярата, уны “һумс”,”һумс” итеп ки­мерә, шуға уның исеме Һумс. Ә терпе һәр ваҡыт шикләнә, шөрләй, моғайын, ул “вәт, һин әй!” тип әйтер ине, шуға ул – Вәтһин!
Һумс менән Вәтһин мажараларын журнал уҡыусы балалар бик яратып ҡабул итте, һүрәттәре лә бер кемде лә ҡабатламай, үҙенсәлекле, сағыу, ҡыҙыҡлы. Ә иң мөһиме – был дауамлы ярым- комикс, ярым-әкиәт сабыйҙарҙың күңеленә ғәҙеллек өсөн көрәштә һәр саҡ дөрөҫлөк еңеүен аңғарта, уларҙың ыуыҙ ғына аңын көтөлмәгән хәлдәргә ҡаршы тора белергә өйрәтә.
Баҫма тураһында бәйнә-бәйнә һөйләргә тотоноуым үрҙә телгә алынған мәҡәләгә бәйле. Гәзит битендәге фотола китапханасы шундай ихлас итеп, яратып журналыбыҙҙағы сағыу, үҙенсәлекле һүрәттәргә, шиғыр һәм йомаҡтарға иғтибарҙы йүнәлтеп тора. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни?! Республика китапханалары үткәргән “Иң яҡшы йыл китабы” конкурсында “Аҡбуҙат” журналының 1-се урынды алыуы үҙе бер ғәжәп хәл бит! Тимәк, замандар үҙгәрә барыуына ҡарамаҫтан, балалар китапханаға йөрөй, журналды уҡый. Ә “Аҡбуҙат”ты китап урынына күреү – бик дөрөҫ хәл, ул бит ғаиләләрҙә, бер ҡомартҡы һымаҡ, йылдар буйына һаҡланып килә. Һуңғы йылдарҙа бәләкәй мәктәптәр ябыла, балалар ҙур ауылдарға, район үҙәктәренә, ҡалаларға уҡырға китә. Үҙ сиратында, рус телле мәктәптәргә күскәс, улар инде “Аҡбуҙат”ты ла, “Аманат”ты ла, “Йәншишмә”не лә алдырмай башлай. Шулай итеп, милли матбуғатыбыҙ шишмәһе ҡорой.
Тираждар кәмей, дәүләт тә хәҙер гәзит-журналдарҙы коммерция күҙлегенән баһалай. Ә балалар матбуғаты, айырыуса милли балалар матбуғаты ниндәй килем килтерә алһын?! Уға дәүләт ҡурсауы, яҡлауы кәрәк. Ошондай шарттарҙа милли балалар матбуғатын, китабын һаҡлауҙы, уларҙың кескәй уҡыусыға барып етеүен хәстәрләүҙе үҙ өҫтөнә алып, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, республика китапханалары селтәре бик ҙур эш башҡара. Әйтеүе генә анһат: республикала 14 район үҙәк китапханаһы “Аҡбуҙат” журналына арнап буктрейлерҙар ижад иткән! Әле бер баҫма ла бындай иғтибарға лайыҡ булғаны юҡ ине! Ошо ғына мәғлүмәт тә китапханаларҙың кескәй балалар менән әүҙем эшләүен асыҡ күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта баҫманың да заман менән бергә атлауын, биҙәлеш яғынан да, йөкмәтке йәһәтенән дә сабыйҙар күңелен ышаныслы яулауын дәлилләй ул.
“Аҡбуҙат”тың биҙәлеше, полиграфик эшләне­ше уның уңышына, балалар күңелен яулауына туранан-тура бәйле. Һүрәттәр тураһында “төҫһөҙ”, “тоноҡ” тигәнде лә ишетергә тура килгәне бар. Был мәҡәләлә яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың фекерҙәре лә килтерелә: “Балалар өсөн әҫәрҙәргә һүрәттәр сағыу, ҙур булырға тейеш. Уларҙа тәбиғи гармония һаҡланыуы ла, төҫтәрҙең дә асыҡ, теүәл булыуы мөһим”. Китаптарҙа ғына түгел, балалар баҫмаларында ла һүрәттәр сағыу төҫтәрҙә, ҡыҙыҡлы итеп төшөрөлөргә тейеш, шул уҡ ваҡытта абстракт, аңлайышһыҙ рәсемдәр менән бәләкәстәрҙең башын бутарға ярамай, тип тә өҫтәлә.
Дөрөҫ, мең ҡат дөрөҫ! “Аҡбуҙат” журналы биҙәлеше тап бына ошо талаптарҙан сығып башҡарыла ла инде. Баҫмабыҙ Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулай бара, “Бәләкәй принц” һәм башҡа Бөтә Рәсәй конкурстарында дипломдар ала. Йыл һайын Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары федераль агентлығы проекттарын уңышлы башҡарып, гранттарға лайыҡ була. Биҙәлеш йәһәтенән Рәсәйҙең бик күп төбәк журналдарына ҡарағанда алда торабыҙ.
Биҙәлеш әҫәрҙең йөкмәткеһенә лә бәйле. Һыу буйы яҙылған, буталсыҡ текстар ҙа килә редакцияға. Текстар, тимен, сөнки уны әҙәби әҫәргә әйләндергәнсе күҙең тона. Ҡыҙыҡлы тексҡа рәссамдарыбыҙ ҙа бик үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрә ул! Әгәр ҙә деталдәр, ентекле тасуирлауҙар, көлкөлө һөйләшеү йәки хәрәкәттәр булһа, улар ҙа нимә төшөрәйем икән тип аптырап ултырмай. Сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ һүрәт тыуа.
Бер ваҡыт “Бәйләнештә” социаль селтәрен­дә журнал һүрәтендәге ҡыҙыҡайҙың ни өсөн һарғылт сәсле булыуы хаҡында бәхәс ҡупты. Миңә лә унда ҡатнашырға тура килде. Башҡорт балаһының һары сәсле итеп һүрәтләнеүе менән килешмәгәндәр бар ине. Шунан һуң редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәре бөтә таныш өлкән кешеләрҙән һорау алды: “Бәләкәй сағығыҙҙа сәсегеҙ ниндәй төҫтә ине?” Ҡара сәс­леләр ҙә, ҡуңырҙар ҙа кескәй сағында һарғылт сәсле булған икән дә­баһа! Тимәк, беҙ, өлкән­дәр, йыш ҡына стереотип фекер йөрөтәбеҙ: баш­ҡорт балаһы икән – мотлаҡ ҡара сәсле бу­лыр­ға тейеш! Ә ысын­барлыҡ йыш ҡына киреһен дә иҫбатлай.
Стереотип тигән­дән, рәссам­да­ры­быҙҙың да ҡайһы берҙә донъяны ҡабул итеүе ҡалып эсенән сыға алмай. Һүрәт милли булһын, тигән талап ҡуйһаң, улар мотлаҡ рәүештә милли кейем төшөрә. Ә бит миллилекте йөҙ, күҙ, ҡараш, хәрәкәт­тәр аша ла биреп булыр ине. Өлә­сәйҙе таға­тып ябыл­ған яулыҡ менән йәки ҡарт­атайҙы буйлы сал­бар­ҙа, түбәтәй, камзул, калуш кейҙе­реп төшөрә­ләр. “Ҡай­ҙан таптығыҙ бындай өләсәй-ҡартатайҙы?” – тигән һорауға үҙенең бәләкәй сағында күргәнен әйтә. Ә бит хәҙерге сабыйҙарҙың өләсәй, олатайҙары заманса кейенә, машиналарҙа ғына елдерә, сәс-ҡиәфәттәре лә башҡаса.
“Аҡбуҙат” журналы менән ун бишләгән рәссам хеҙмәттәшлек итә. Әгәр улар бөтәһе лә бер стилдә эшләһә, баҫмабыҙ ниндәй күңелһеҙ булыр ине. Әҙәби әҫәрҙе рәссамға биҙәргә тап­шырғандан һуң, беҙ себеш сығарырға ултырған тауыҡ кеүек көтәбеҙ. Был юлы ниндәй мөғжизә, шатлыҡ алып килер? Һүрәт уңышһы­ҙыраҡ булһа, уға күмәкләп ҡайғырабыҙ, рәссамға яңынан уйларға кәңәш итәбеҙ. Ә ваҡыт ҡыҫа, баҫманың сығыу көнө яҡынлаша, сираттағы һанды биҙәү хәстәре солғай. Рәссам матур һүрәт алып килһә, бөтәбеҙ өсөн дә байрам. Улар бит профессионал, һайланмыш ижадсы, ҡайһы берҙә оҙаҡ уйлап, тиҙ эшләп тә ҡуялар. Һәр береһенең үҙ стиле бар. Балаларҙа донъяны сәнғәтсә тойомлауҙы тәрбиәләй был. Ижади мөмкинлектәр даирәһен күрһәтә. Глеб Голубев, Азамат Ғарипов, Артур Василов, Ирина Әхмәҙул­лина, Салауат Ғиләзетдинов, Сулпан Билалова – һәр береһе ҙур талант эйәһе. Ә уларҙы ойошторған, журналдың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова үҙе генә ни тора! Рәссамдарыбыҙға тел тейгеҙеү урынһыҙ. Ә бына рәсемдәрҙең полиграфик үтәлеше яғынан, әлбиттә, нәшриәткә, типографияға ҡайһы саҡта, буяуҙарҙы йәлләмәй һалһындар ине, тип әйтке килә.
Ниһайәт, һүрәттәрҙең сағыулығына килгәндә. Бик ҡыҙыҡлы тема. Хәҙер телевизорҙы асһаң – төрлө сит ил йәнһүрәттәре, компьютер уйындары балаларҙың иғтибарын тотошлайы менән үҙенә тарта. Бер таныштарымдың алты йәшлек балаһы иртәнге аш алдынан уҡ компьютерҙа “Ютуб”та үҙенең “мультик”тарын аса, шунда ғына уға бутҡаһын бирәләр. Ҡарай-ҡарай ашай. Көн һайын шул уҡ хәл.
Нимә әйткем килә: бына шул заманса уйын, йәнһүрәттәр бик сағыу төҫтәрҙә бит. Элек “зәһәр сағыу” тигәнде ҡайһы берҙә “күҙҙең яуын алып тора” тип әйтерҙәр ине. Эйе, заманса ылыҡтырыу саралары ла күҙҙең яуын алып тора. Был һүҙҙең төпкө мәғәнәһенә төшөнөбөрәк: “Күҙҙең нурын, мәғәнәһен, зиһен ҡеүәһен, иғтибарҙы алып тора”, – тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Ә уларҙың зыяны юҡ, тип кем әйткән һуң әле? Бына бит ул нисек! Баланың күҙенең яуын алмайыҡ әле беҙ!
Балалар өсөн баҫмаларҙы сығарыуҙың үҙенең санитар-гигиена стандарттары бар беҙҙең илдә. Кескәйҙәрҙең күҙен, зиһенен һаҡлау ниәтендә булдырылған улар үҙ ваҡытында. Балалар баҫмалары ялтырауыҡлы (глянец) йә мелованный ҡағыҙҙа сығырға тейеш түгел (ябай ҡағыҙҙа сағыулыҡ был осраҡта яртылаш кәмей). Буяуҙар сама менән һалы­нып, артыҡ сағыу булмаҫҡа тейеш. Шуға акварель буяуҙар һайлау зарур (сағыулыҡ тағы бер сиреккә кәмей). Талаптар шундай. Шуға ҡарамаҫтан, балалар үҙ ҡулы менән сувенирҙар, китап­сыҡтар яһап алһын өсөн журнал урта­һында мелованный ҡағыҙҙан беркетмә булдыр­ҙыҡ. Тупһа­ларҙы тапарға тура килде-килеүен, арзан нәмә түгел бит. Матбуғат агентлығына рәхмәт, теләгебеҙҙе үтәнеләр.
Һәр баҫманың үҙенсәлеге, үҙ һөнәри серҙәре бар, был турала белмәйенсә фекер йөрөтөү, йомшаҡ әйткәндә, урынһыҙ. Сама менән сағыу ҙа, сама менән шаян да, сама менән аҡыл ҡаҙнаһы ла ул – “Аҡбуҙат”, балаларҙың яратҡан журналы!
Дәлил өсөн бер хатты килтерәм. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рәшиҙә Ғиззәтуллина үҙенең ейәнсәре тураһында яҙа: “Хәйерле көн, редакция! Былтыр ейәнсәрем Аринаға ике йәш тулыуға “Аҡбуҙат”ты алдыра башлағайныҡ. Йыл буйы һан артынан һан уҡый торғас, теле асылып, геү килеп һөйләшеп йөрөй хәҙер. Бер кистә кәм тигәндә ике һанды уҡымаһам, йоҡларға ятмай. Сәғәт 12-гә тиклем йөрөһә-йөрөй! Минән генә уҡыттыра. Һүрәттәрҙәге бөтә йән эйәләренең: “Ҡайҙа атаһы, ҡайҙа әсәһе, ҡайҙа бәпесе, ҡайҙа апаһы, ҡайҙа ағаһы?” икәненә яуап уйлап табам былай (ҡайһыһы ағас артында, ҡайһыһы үлән араһында, береһе өй артында – шуға күренмәй). Бер һорауына яуап бирә алмайым бит инде! Балалар төшкән фотоларҙың бөтәһенән дә “Мин ҡайҙа?” тип үҙен таптыра бала! Ихлас уҡыйбыҙ. Бәләкәй китапсыҡтарын да тегеп эшләп бирәм үҙенең күҙ алдында: китап нисек тыуғанын белеп үҫә. Һүрәттәрен буяйбыҙ, ҡырҡаһы кәрәген ҡырҡабыҙ. Лабиринттар буйлап бармаҡ менән кәрәк ергә барып сығабыҙ һ.б. Тағы тышлыҡтағы 0+ нимәне аңлата, шуны ла һорай, бүтән нәмә ҡалмағас! Почта йәшнигенән дә үҙенән алдырам. Түҙемһеҙлек менән яңы һанды көтәбеҙ”.
Бала тәрбиәләүҙә журналды бына шулай файҙаланһын ине бөтәһе лә. Ошо миҫалдан сығып, “Балалар китабы яҙмышы кем ҡулында?” тигән һорауға, балалар китабы, матбуғаты яҙмышы – профессионалдар һәм аҡыллы әсәй-өләсәйҙәр ҡулында, тип яуап бирер инем мин.


Вернуться назад