Иң йәше булһа ла…21.04.2017
Иң йәше булһа ла…Өфөнән Айгөл Әхмәтшина ике абруйлы халыҡ-ара вокалистар конкурсының һайлап алыу турын үтте. Тәүгеһе – Ганс Габор исемендәге “Бельведер” халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы, икенсеһе иһә – Франциско Арайса халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы. Һайлап алыу турҙарында Айгөл Г. Доницеттиҙың “Фавориткалар”ынан Леонора, Россиниҙың “Алжирҙағы итальян ҡыҙ”ынан Изабелла, шулай уҡ Ж. Бизеның “Кармен” операһынан Сегидилья арияларын башҡарҙы.
– Бәйгелә иң йәш ҡатна­шыусы булдым. Нигеҙҙә, бындай конкурстарҙа өлкә­нерәк вокалистар көс һына­ша, – тине Айгөл Әхмәтшина. – Өфө сәнғәт училищеһын­дағы уҡытыу­сым Наилә Йосопова әҙерләнергә ярҙам итә.
“Бельведер” халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы – донъяла иң таныл­ған­дарҙың береһе. Уның һайлап алыу турҙары донъяның 70 ҡалаһында уҙғарыла. Һуңғы йылдарҙа был бәйгелә мең­дән ашыу кеше ҡатнашты. Халыҡ-ара конкурстың финал туры тарихта тәүге тап­ҡыр июнь айында Мәскәүҙең “Геликон-опера” театры сәхнәһендә үтәсәк.
“Бельведер” конкурсының үҙенсәлеге – ике палаталы жюри. Уларҙың тәүгеһе – медиа-индустрия, төрлө илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ингән “медиа-жюри”, икенсеһе – театр директорҙары һәм художество етәкселәре, абруйлы опера менеджерҙары һәм агенттарынан төҙөлгән “опера жюрийы”. Һайлап алыу турҙары донъяның иң танылған театрҙарында ойошторола. Финал турына 100-120 ҡатнашыусы үтә.
Франциско Арайса халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы мәшһүр Мексика тенорының исемен йөрөтә. Ул Европаның һәм Төньяҡ Американың иң ҙур опера театрҙарында сығыш яһаған, төп партияларҙы башҡарған. Бәйгенең тәүге этабы апрель башында Санкт-Петербургта үтте. Киләһе турҙар майҙа Мексиканың Эрмосильо ҡалаһында уҙғарыла.


Вернуться назад