Телгеләнгән йөрәктән генә үлмәҫ йыр-моң һарҡып сыға21.04.2017
Телгеләнгән йөрәктән генә үлмәҫ йыр-моң һарҡып сығаҮткән быуаттың 50-се йылдарында башҡорт әҙәбиәтенә көслө тулҡын булып 1928 – 1932 йылдарҙа тыуған бер төркөм йәштәр килеп инде. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аслы-туҡлы үҫеп, өшөп-туңып, өлкәндәр менән бер рәттән эшләп һөйәк нығытҡан, ана шул шарттарҙа бик иртә ир-егеттәр булып етешкән яңы быуын ине ул. Бәлки, шуға күрәлер ҙә, улар әҙәбиәт юлында ары-бире һуғылып, үҙҙәренең ижад һуҡмағын оҙаҡ ваҡыт төҫмөрләй алмауҙан алйып ҡәләмдәрен ташламай торған, гел алға ынтылған йәш кешеләр ине. Уларҙың таланты төрлө жанрҙарҙа – прозаик йә шағир, драматург йә әҙәби тәнҡитсе булараҡ гөлтләп асылды.
Хәҙер күп кенә йылдар үткәс, артҡа күҙ һалһам, уларҙың һәр береһе шул тиклем асыҡ булып хәтер көҙгөһөндә сағыла, һаман да мәңгелеккә илткән юлдан ҡулға-ҡул тотоношоп ышаныслы атлап барабыҙ кеүек. Икенсе ҡараһам... япа-яңғыҙмын, тирә-яғым буп-буш, тормош туҡталып ҡалған төҫлө. Байтаҡ йылдар бер-беребеҙгә терәк булып, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла ихлас уртаҡлашып йәшәгән ижадташ дуҫтарҙы берәм-берәм баҡыйлыҡҡа оҙатыу ана шундай күңелһеҙ уйҙарға тарыта, тик уларҙың яҡты образын күңел төпкөлөнән һыҙып ташлай алмайым. Бына әле шуларҙың береһен генә хәтер көҙгөһө аша үткәрмәксемен.
...Йәшлек дыуамаллығы мине лә ситләтеп үтмәне. Ике йыл һалдат хеҙмә­тендә булғандан һуң, ҡайтышлай Өфөлә туҡталғайным, беҙҙе Стәрлета­маҡ институтында әҙәбиәттән уҡытҡан шағир Хәким Ғиләжевтең кәңәшен тотоп, “Совет Башҡорт­останы” гәзите редакцияһында эшләп алдым да киттем. Ана шул саҡта ғүмерлек дуҫ буласаҡ кешемде осраттым да инде. Эш башлауымдың икенсе көнөндә күрешкәс, күптәнге танышын осратҡандай, алсаҡ йылмайып:
– Һин булаһыңмы ни әле поста торған һалдат (“Мин поста” тигән шиғырым гәзиттә баҫылғайны – шуны иҫкә төшөрөүе)? Шиғырҙарыңдан һалдат еҫе аңҡып тора. Яңылары бармы? – тип теҙеп алып китте.
Уның ҡыҫығыраҡ, төбөндә әллә сер, әллә хәйлә йәшеренгән күҙҙәрендә, бурыҫлағыраҡ йөҙөндә ғәжәп бер ихласлыҡ сағыла. Бына ошо ҡараш күңелемә кереп ояланы ла, уны айырылмаҫ дуҫ итте. Был Абдулхаҡ Игебаев ине.
Эш башлауымдың тәүге көндәрендә үк беҙҙең араны тағы ла яҡынайтҡан бер хәл булды. 1953 йылдың ноябрь айы башында (октябрь байрамын ҡаршыларға әҙерләнгән көндәр) редакцияның бер нисә хеҙмәткәренә фатир бирҙеләр. Уларҙы яңы урынға күсерешеүгә беҙҙе, йәшерәк­тәрҙе, тәғәйенләнеләр. Гәзиттең баш мөхәррире Ғаффан Ғафаровты Свердлов урамындағы ағас өйҙәге фатирынан Ленин урамындағы 65-се яңы йортҡа күсерҙек, ә ул бушатҡан фатирға гәзиттең баш мөхәррир урынбаҫары Мәҙинә апай Саҡаеваны урынлаштырҙыҡ. Мәҙинә апай Фрунзе урамындағы 58-се йорттоң сарҙағындағы ике кескәй бүлмәнән торған фатирҙа йәшәгән икән. Уны Абдулхаҡ Игебаевҡа бирергә булдылар. (Йылдар үткәс, ошо сарҙаҡтың үҙемә лә йәшәү төйәге булырын ул саҡта кем уйлаған!)
Үҙен яңы фатирға күсерешергә Абдулхаҡ Мәскәүҙә университетта уҡып йөрөгән еренән ялға ҡайтҡан Әкрәм Бейешев менән мине саҡырҙы. Быға тиклем ҡатыны Маһиҙә менән ул саҡтағы Сталин урамындағы өйҙөң тәҙрәһе тыштан саҡ ҡына күренгән подвалындағы кескәй генә бүлмә йоратында йәшәгән­дәр икән. Шуға күрәлер инде, мансардалағы фатирға күскәс, Абдулхаҡ балаларса ҡыуанды, әйтерһең, хан һарайына барып ингән!
Әйберҙәрҙе индереп урынлаш­тырҙыҡ, әммә терәлеп тамаҡ ялғарға ултырғыс булмай сыҡты. Абдулхаҡ Әкрәм менән мине эйәртте лә киттек ултырғыс һата торған ерҙе эҙләп. Ул саҡта хәҙер авиация университеты торған ерҙәге баҙарҙың бер яҡ ситендә комиссион хужалыҡ тауарҙары магазины бар ине. Шунан аҙ ғына тотонолған (кемдер һатырға ҡуйған булғандыр инде) өс ултырғыс алып ҡайттыҡ.
– Донъя теүәлләнде бит! – тип шатланды Абдулхаҡ.
Ана шулай юҡтан ғына ла дәртләнгән булып, бәләкәй генә шатлыҡты ла уртаҡлашып йәшәй инек беҙ...
Абдулхаҡ Игебаевтың шул саҡта уҡ күренекле әҙиптәр менән һин дә мин аралашып, үҙен тиңдәр араһында тиң күреүенә аптырап та, хатта көнләшкән кеүек ҡарайым. Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Ҡадир Даян кеүек шағирҙар редакцияла йыш була. Әҙәбиәт бүлеге урынлашҡан бүлмәлә йәнә өс бүлектең хеҙмәткәрҙәре ултырғанлыҡтан, әҙиптәр аулағыраҡҡа – коридорға сығып, шунда килтергән ҡулъяҙмаларын уҡырға, фекер алышырға тотона. Ул саҡта “Тальян гармун” пьесаһы менән донъяны шаулатҡан, әле әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡарған Ғабдулла Әхмәтшин ағай “Егеттәр, бухгалтерияға ҡамасаулайбыҙ, әйҙәгеҙ” тип (барлыҡ гәзиттәрҙең бухгалтерияһы ла шундағы бер бүлмәлә ине) бөтәһен дә тышҡа уҡ алып сығып китә. Ана шулай шаулап торған тормош бара ине Карл Маркс урамындағы 25-се йортта. Шул көндәр мине тынғыһыҙ, күңелле әҙәбиәт тормошона тартып индерҙе лә инде.
Абдулхаҡтың йылғырлығына, һәр саҡ күтәренке кәйефтә булыуына һоҡланам. Уның бер-бер артлы шиғырҙары баҫыла тора, гәзиттә мәҡәлә, очерктары ла күренә.
Мин ошо тормошҡа ғашиҡ,
Һәр сәскәнән моң алам.
Турғай бала осорһа ла,
Хозурланам, ҡыуанам, –
тип йәшлек дәрте менән янып йәшәгән кеше генә яҙа алалыр.
Мин хәҙерге яҙыусылар тормошоноң төҫһөҙләнеберәк ҡалыуына, тарҡау йәшәүебеҙгә ҡарайым да 50-се йылдарҙы һағынып иҫкә алам.
Ул саҡта беҙҙең кеүек йәштәргә өлкән әҙиптәрҙең дә, Яҙыусылар союзының да иғтибары ҙур булды. Беҙҙе йыйылыштарға, әҙәби кисәләргә саҡыралар, матбуғатта күренгән яҙмаларыбыҙға ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтә киләләр, ҡайһы бер йәштәргә литфонд аҡса менән дә ярҙам иткеләй.
1954 йылда Башҡортостан яҙыусыла­рының II съезы булды. Шул саҡта Абдулхаҡ Игебаевтың йүгерә-атлап килеп ҡосаҡлап алыуы иҫтә ҡалған. “Ноғман, беҙҙе съезға саҡыралар!” – тип тик Игебайса ғына ат менгәндәй ҡыуанды ул. Съезда йәш шағирҙың шиғырҙар йыйын­тығы донъя күреүен билдәләп үтеүҙәре уны тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе. Шулай итмәй, тиҫтерҙәребеҙ араһында ул тәүгеләрҙән булып китап сығарҙы бит!
Ошонан аҙаҡ әллә күпме китабы донъя күрҙе инде уның, әммә балаларса ҡыуанысы бер ваҡытта ла баҫылманы. Шатлана белеү кешенең ғүмерен оҙайта икән тигәнде лә ишеткән бар.
Миңә Абдулхаҡ менән гәзиттә лә, “Ағиҙел” журналы редакцияһында ла бергә эшләргә тура килде. Мөкиббән китеп, ғәжәп бер яуаплылыҡ менән башҡара ине ул үҙенең бурысын. Кемдәрҙең генә яҙма­һы үтмәгәндер уның ҡулынан: танылған, тәжрибәле шағирҙар ҙа, башлап яҙыу­сылар ҙа уға күҙ төбәп килә. Абдулхаҡ үҙ фекерен бер ҙә ситләтеп тормай, асыҡ итеп, әммә әҙәплелек һаҡлап әйтә белә ине. Мин уның һис кем менән дә үҙ фекеренең дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн тауыш күтәреп һөйләшкәнен ишеткәнем булманы. Авторҙарҙың әҫәренә ҡарата талапсан да, ярҙамсыл да булғаны өсөн ул журнал редакцияһында егерме йыл буйы өҙлөкһөҙ эшләне лә.
Ул үҙенең яңы шиғырҙарын хеҙмәттәш­тәренә уҡып ишеттерә һәм уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала. Ә бына “Оран һала Ер-Әсә” поэмаһын журналдың мөхәрри­риәт ағзаларына уҡығаны һаман ап-асыҡ булып күҙ алдымда тора. Ул әҫәрҙәрен бик оҫта башҡара ине. Ә бына “Оран һала Ер-Әсә”не һөйләгәндә талпынып осоп китерме инде был, әллә ярһыуҙан йөрәге ярылырмы, ти торғайным. Ул поэмаһын уҡып бөткәс, бүлмәлә бер аҙға тынлыҡ урынлашты, шунан журналдың баш мөхәррире Хәким Ғиләжев: “Шәп!” – тип бер ауыҙ һүҙ әйткәйне, авторға хуплау һүҙҙәре яуҙы. Ысынлап та, был поэма Абдулхаҡ Игебаев ижадын бер баҫҡысҡа юғары күтәргән әҫәр булды һәм уға хаҡлы рәүештә Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелде (тағы ла тиҫтерҙәр араһында беренсе булып!).
Абдулхаҡ Игебаевтың һәр төрлө йыйындарҙа, кисәләрҙә ярһып-ярһып сығыш яһауын кемдәр генә белмәй. Ул бер ваҡытта ла ҡулына ҡағыҙ алмай, барлыҡ шиғырҙарын яттан һөйләй. Бер саҡ унан, әллә ҡасан яҙғандарыңды нисек итеп онотмайһың, тип һорағас, етди итеп: “Улар минең йөрәгемә ҡан менән яҙылған”, – тип яуап бирҙе. Дөрөҫтөр, уның шиғриәтендә мин, ҡайһы саҡта үтә лә балаларса ябайлыҡ тойһам да, яһалмалыҡ, мәғәнә тәрәнлегенә ирешәм тип, буш яңғырау күрмәйем.
Әлбиттә, әҙәбиәтселәр тормошонда, йыш ҡына күҙәтелеүенсә, теге йәки был әҫәргә төрлөсә ҡараш була. Игебаевты ла гел генә маҡтап-хуплап торманылар, хатта уның ижад баҡсаһына һис тә юҡтан таш ырғытҡандар ҙа булды. Бала сағы Абдулхаҡ кеүек үк етемлектә үткән атаҡлы шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәтиҙең тәнҡитсе­ләргә ҡарата: “Эшегеҙ булмаһа, Игебайҙы тәнҡитләгеҙ”, – тигән бик тә мәғәнәле һүҙҙәре хәтерҙә. Мин уның был һүҙҙәрендә Абдулхаҡтың ауыр балалыҡ яҙмышын уртаҡлашыу ҙа, уның ижадына ихтирам да күрәм.
Игебаевтың йәне баҡыйлыҡҡа күсте, әммә уның моңло тауышын көн дә тиерлек ишетәбеҙ. Әллә ни хәтлем онотолмаҫ йырҙар ижад итеп ҡалдырҙы бит ул. Улар ниндәй генә темаларға, кемдәргә генә арнап яҙылмаған, әммә Абдулхаҡҡа ғына хас моң-саздар яңғырай. Бала саҡтан уҡ иҫ киткес ауырлыҡтарҙан телгеләнгән йөрәктән шул хәтлем йыр-моңдар һарҡып сығыуына аптырап та ҡуям мин.
Абдулхаҡ менән бергәләп төрлө сәфәрҙәргә лә йөрөлдө, төрлө кешеләр алдында сығыш яһарға тура килде. Ниндәй генә шарттарҙа ла мин уның үҙен бөхтә тотоуына, теүәллегенә, хатта бөтмөр­лө­гөнә иғтибар итә инем. Ошо урында бер генә хәлде иҫкә төшөрөп үтәм. Мәскәүгә СССР яҙыусылары съезына барғайныҡ. Бындай саҡта ҡунаҡханала һәр саҡ икәү бер бүлмәгә урынлашабыҙ. Ҡунаҡхана бүлмәһенә инеү менән, ул барлыҡ әйберҙәрен – кейем-һалымын, йыуыныу-ҡырыныу приборҙарын – теүәлләп, бөхтәләп урынлаштырырға тотона, кеше араһына барғанда кейә торған салбар, күлдәктәрен үтекләп ҡуя. “Мәскәүҙәр, былар кемдәр, былар бит Урал бөркөттәре, тип торһон”, – тигән булып ебәрә.
Шулай Мәскәүгә сираттағы съезға килгәнебеҙҙә иртәнсәк кейенеп тора инек, бер бәлә килеп сыҡты: Абдулхаҡтың пинжәк еңе осондағы бер төймә өҙөлә яҙып, ебендә һәлберәп тора. Унда ла, миндә лә энә менән еп булмай сыҡты. Тамам хафаға ҡалды, был көйө кеше араһына бара алмайым, ти. Төймәңде өҙөп алып, кеҫәңә һал да ҡуй, мин әйтәм, уның юҡлығын кем күрә, ҡайтҡас тағырһың әле. Абдулхағым ҡапыл шул тиклем асыу­ланып китте, хатта бүлмәгә һыймаҫтай булып йөрөп әйләнде.
– Һин ниңә дошман һүҙен һөйләйһең?! Мин бит һине дуҫым тип күреп йөрөйөм, ә һин мине әҙәм мәсхәрәһе итергә уйлайһың! – ти.
Быны төрлөсә тынысланды­рырға итеп ҡарайым, юҡ бит, мин был көйө съезға бармайым, ти ҙә ҡуя. Берәй әмәлен табырға кәрәк ине. Ҡунаҡхананың үҙебеҙ урынлашҡан ҡатындағы дежурныйға барҙым – юҡ, буфетсынан һорап ҡараным – юҡ, унан пассажирҙарға билет һатыусылар эргәһенә барып, энә менән еп таптым. Төймәһен тағып тынысланғас, Абдулхаҡ, әллә ниндәй ҙур бәләнән ҡотолғандай:
– Ярҙамың өсөн мин һиңә Урал тауын бүләк итәм! – тине.
Ғәжәп киң күңелле, тоғро­лоҡло, намыҫ сафлығын ныҡ һаҡлаған кеше ине Абдулхаҡ. Уның был кешелек сифатын эштә лә, кешеләргә, бигерәк тә ғаиләһенә ҡарашында бик асыҡ күреп була ине. Ул Маһиҙәһе менән институт ишегенән үк ҡулға-ҡул тотоношоп сыҡты ла, алтмыш биш йыл буйы тормоштоң ҡатмарлы баҫҡыс­тарын бергә атлап үтте, ғаиләм – минең ҡәлғәм, тип йәшәне.
Мөмкинме һуң дәртле йөрәк хисен
Һүҙҙәр менән генә аңлатыу?
Иң ҡайнары йөрәк йырҙарымдың –
Тәүге һөйөү – тәүге яратыу, –
тигән һүҙҙәре бына ошо ҙур тойғоно раҫлай ҙа инде.
Абдулхаҡ күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте, оло таланты менән әҙәби ижадтың иң абруйлы түбәләрен яуланы: Башҡорт­остандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, иң мөһиме – халыҡтың ихлас яратыуы. Үҙ тормошона, ижад юлына күҙ ташлап:
Кем инем мин, Урал, йә кем инем?
Атылған бер шоңҡар инемме?
Йән-фарманға сапҡан саҡта сәсәп
Ергә ауған толпар инемме? –
тип үҙ-үҙенә һорау биреүе лә уның һуңғы көнгәсә үткәненә күҙ ташлап, киләсәге тураһында уйланып йәшәүен аңлата.



Вернуться назад