“Күңел моңо” күңелгә үтә18.04.2017
“Күңел моңо”  күңелгә үтә Минира Бикәнәсова-Үтәгәнованың үҙнәшер юлы менән “Күңел моңо” тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Ошо айҡанлы Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы Ғ. Ибраһимов исемендәге үҙәк китапханала әҙәби осрашыу үтте.
Минира менән Ғафури районының Сәйетбаба урта мәктәбендә бер осорҙа уҡыныҡ. Уның “Башҡортостан пионеры” гәзитендә донъя күргән хикәйәләрен, шиғырҙарын, мәҡәләләрен айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡый һәм шундай хәбәр­сенең үҙебеҙҙән булыуына ғорурлана инек. Тиҙҙән уға “Йәш хәбәрсе” тигән танытма ла бирелде. Мәктәптә сығып килгән стена гәзитенең дә мөхәррире ул булды. Ә инде бер мәл Минираның әүҙем яҙышҡаны өсөн Бөтә Союз пионер лагеры “Артек”ка юллама менән бүләк­ләнеүе мәктәбебеҙ өсөн оло ваҡиғаға әүерелде.
Гәзиткә яҙышҡандар башлыса филология факультетын һайлай. Был осорҙа химия һәм биология уҡытыусы­лары етешмәгәнлектән, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған атаһы Венер Исмәғил улы, ҡыҙына ҙур өмөт бағлап, ошо һөнәр буйынса уҡырға кә­ңәш бирә. “Үҙебеҙҙең мәктәпкә ҡайтыр­һың”, – ти.
Әммә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы башҡа­сараҡ яҙыла шул – Минира студент саҡта Башҡорт ауыл хужалығы институтында белем алған Урал исемле егет менән яҙмышын бәйләй. Ул ошо райондың Усман ауылынан була. Йәштәр бер нисә йыл Төрөмбәттә йәшәй. Бер аҙҙан Усман башланғыс мәктәбен туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртеү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Был яуаплы мәшәҡәт әле утыҙ йәше лә тулмаған Минира Венер ҡыҙына йөкмәтелә.
Дәртләнеп эшкә тотона ул. Белем усағының яңы бинаһын төҙөтөүҙе хәстәрләп, әллә күпме көс, ваҡыт талап иткән мәшәҡәтте йырып сыға, уҡытыу­сылар коллективы туплай. Үкенес: бына тигән заманса бина бөгөн йәнә башланғыс мәктәпкә ҡалдырылған. Уның буш бүлмәләре йүнләп йылытылмай, яғыулыҡ әрәм була бит. Йылылыҡ етмәгәнлектән, дым тыртып торған стеналарҙың бер заман емерелеп төшә башлауы ла хәүефләндерә уҡытыусыны.
Өс балаға ғүмер бүләк итә Минира: улы Айгиз Пенза ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итһә, Айгүзәл Ломоносов исемендәге Мәскәү технология университетында белем ала, буласаҡ биоинженер. Булат әлегә мәктәптә уҡый.
Һуңғы йылдарҙа Минира Венер ҡыҙы ижадҡа ныҡлап тотондо, баҫмабыҙҙың әүҙем хәбәрселәренең береһе ул. Уның ауылдағы тормош, уңғандар хаҡындағы мәҡәләләре, фәһемле хикәйәләре гәзиттең йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индерә. Тормоштоң үҙәгендә ҡайнап йәшәгәс, илдәге үҙгәрештәр, кире күренештәр йөрәк һыҙланыуҙары булып аҡ ҡағыҙ биттәренә күсә. Ауылдағы мәктәп ябылғас, ғүмерен өс тиҫтә йыл самаһы балаларға белем биреүгә арнаған тәжрибәле уҡытыусы бер нисә йыл эшһеҙ ята. Ярай әле күптән түгел Степановка урта мәктәбендә ярты ставкала булһа ла дәрес бирә башланы.
Минира Венер ҡыҙын бергә эшләгән дуҫтары талапсан, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусы булараҡ баһалай.
– Минираның китабын бер тынала яратып уҡып сыҡтым, – тине, уны ҡотлап, Талбазы үҙәкләштерелгән китапханаһы етәксеһе Замера Хөсәйенова. – Был йыйынтыҡтан моң һирпелеп тора. Автор ауылда, халыҡ араһында, уларҙың ысын тормошон, тын алышын тойоп йәшәй. Тап шуға ла уның шиғырҙарында барыбыҙҙы борсоған мәсьәләләр һүрәтләнә.
Район хакимиәтенән Фәүзиә Юламанова авторға китабын нәшерләүҙә тос ярҙам күрһәткән. Ул да шағирәне тәбрикләп, уның ижадында юғары гражданлыҡ тойғоһо сағылыуын, әҫәрҙәрендә тыуған йортҡа, еребеҙгә, телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүен айырым билдәләп үтте. Авторға үҙенең ихлас теләктәрен, йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен “Зәңгәр шишмә” әҙәби түңәрәге етәксеһе Вәрис Аҡбашев, шулай уҡ Эльверт Хәмәтшин еткерҙе. Ә инде Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Мәғлүм булыуынса, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте “Изге ҡулдарҙан китап” тип аталған хәйриә акцияһы ойошторғайны. Уның маҡсаты – милли китапты пропагандалау, йәш быуында китапҡа һөйөү тәрбиәләү, китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү. Һатып алынған китаптарҙы балалар йорттарына, мәктәптәргә, интер­наттарға, дауаханаларға, шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә тапшырырға мөмкин.
Минира Венер ҡыҙы ла ошо изге акцияға ҡушылып, ике тиҫтәнән ашыу китабын район китапханаларына, мәктәптәренә бүләк итте.


Вернуться назад