Халыҡ шағирына һөйөү сикһеҙ05.04.2012
Халыҡ шағирына һөйөү сикһеҙ“Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады” альбом-китабының исем туйы булып үтте
— Әлегә тиклем бындай баҫманың беҙҙә донъя күргәне юҡ ине, — тине Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов, “Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады” тигән альбом-китапты ҡулына алып. — Ошоғаса күренекле шәхестәребеҙ Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Фәриҙә Ҡудашева һәм башҡалар тураһында сығарғандарынан ул йөкмәткеһе, күләме, биҙәлеше (рәссамы — Марат Рәхимов), сифаты менән дә күпкә айырылып тора. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға нәшриәт шундай ҙур бүләк эшләне.
Ысынлап та, “Замана йырсыһы”, “Замандаштары”, “Йөрәк тауышы”, “Көндәлектәр”, “Мәңге хәтерҙә”, “Арнауҙар”, “Ғаиләһе” тип аталған ете бүлектән торған был альбом-китап һәр йәһәттән тик һоҡланыу тыуҙыра. Төҙөүселәре — шағирҙар Ҡәҙим Аралбаев менән Ирек Кинйәбулатов ҙур эш башҡарған. Был үҙенсәлекле баҫманы хатта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тормошо һәм ижадының ҡыҫҡаса энциклопедияһы тип әйтергә лә мөмкин.
“Замана йырсыһы” тигән тәүге бүлектә халыҡ шағиры, ҡәләмдәш дуҫы Рауил Бикбаевтың башҡорт телендәге мәҡәләһе әҙиптең тормошон һәм ижадын, уның бөйөклөгөнөң сере халыҡсанлыҡта, илем, ерем, телем тип йәшәүендә икәнлеген күрһәтә. Азамат Юлдашбаевтың яҙғаны шағир хаҡындағы фекерҙәрҙе урыҫ уҡыусыларына еткерә.
Был альбом-китап ике телдә сығыуы менән дә әһәмиәтле. Унда Рәми Ғарипов тураһында ижадташтары, дуҫтары иҫтәлек, хәтирәләре менән уртаҡлаша. Халыҡ шағирына һөйөү сикһеҙӘҙиптең әҫәрҙәре башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бирелә. Көндәлектәре аша уҡыусы шағирҙың ниндәй хис-тойғолар менән янып йәшәүен күҙ алдына килтерә. Уға арнап яҙылған бик күп шағирҙарҙың әҫәрҙәре лә урын алған. Иң һуңынан ғаиләһе, балалары тураһында бәйән ителгән мәҡәлә бирелгән.
Рәми Ғарипов ижады уның вафатынан һуң бәхетле ғүмер кисерә. Тәүге китабын 22 йәшендә генә ҡулына алып, үлемһеҙ әҫәре “Туған тел”де — 25 йәшендә, тарихыбыҙҙың ҡанлы биттәрен үҙ эсенә һыйҙырған “Табыныу” поэмаһын 32 йәшендә ижад иткән шағир мәңгелеккә халыҡ хәтерендә уйылып ҡалды. Халыҡ шағирының ижадын юҡҡа ғына айсберг менән сағыштырмайҙар. Үҙе иҫән саҡта уның бер өлөшө генә уҡыусыларға барып етһә, һыу аҫтында ҡалған өлөшө ғүмеренән һуң һаман әҙәбиәт һөйөүселәрҙе шаҡ ҡатыра. Йылдар шағирҙы беҙҙән йырағайтҡан һайын уның ижады халҡына яҡыная, яңынан-яңы яҡтары менән балҡый бара.
Ҡайһы ижадсыға шундай бәхетле яҙмыш тәтей әле. Шағирҙың йәне күктәргә ашҡанға инде 35 йыл. Шул ваҡыт эсендә ҡалын-ҡалын китаптары, өс томлыҡ һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе. “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Тыуған Халыҡ шағирына һөйөү сикһеҙтөйәге Арҡауылда йорт-музейы төҙөлдө. Өфөлә ул уҡыған мәктәп-интернат, республика гимназияһына әйләнеп, Рәми Ғарипов исемен йөрөтә. Йорт-музейы алдында ла, гимназия алдында ла, Сибай ҡалаһында ла бюсы ҡуйылды. Уның тураһында фильм төшөрөлдө. Шағир исемендәге премия булдырылды. Уға бихисап шиғыр арналды. Бик күп замандаштарының хәтирәләренән иҫтәлектәр китабы донъя күрҙе. Рауил Бикбаевтың “Рәми” исемле әҫәре баҫылды. Спектаклдәр эшләнде. Уның исемендәге урамдар барлыҡҡа килде... Халыҡ шағирына халыҡ һөйөүенең сиге юҡ.
— Әле алда башҡараһы эштәр тағы ла байтаҡ, — тип юҡҡа ғына әйтмәне үҙенең сығышында шағир Ирек Кинйәбулатов. — Рәми Ғариповты беҙгә асаһы ла асаһы.
Альбом-китаптың исем туйы “Башҡорт китап йорто”ндағы бәләкәй генә залда үтеүенә ҡарамаҫтан, унда байтаҡ әҙәбиәт һөйөүселәр, ғалимдар, шағирҙар килгәйне. Йыйылыусылар алдында күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар, билдәле ғалим, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов, ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Америка-Башҡорт интерколледжы уҡытыусыһы Линдси Пигей һәм башҡалар сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина менән Фәнүнә Сиражетдинова Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған киң танылған йырҙарҙы башҡарҙы.
Шағирҙың улы рәссам Азамат Ғарипов менән ҡыҙы Гөлнара нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә атайҙарының юбилейына шундай ҙур бүләк әҙерләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәми ағайҙың ейәнсәре, Гөлнараның ҡыҙы Рәмилә олатаһының яратҡан йыры “Сыңрау торна” көйөн скрипкала уйнап ишеттерҙе.
“Китап” нәшриәте Рәми Ғариповтың “Көндәлектәр”ен дә баҫып сығарған. Тик ул “Мәктәп китапханаһы” серияһында донъя күреү сәбәпле, унда барлыҡ яҙмалары ла инмәгән. Ошо серияла баҫылғас, шағирҙың мәктәптә уҡыған саҡтағы көндәлектәре лә бирелһә, уҡыусылар өсөн тағы ла фәһемлерәк булыр ине. Ундағы яҙмалар балаларға ғына түгел, беҙҙең кеүек өлкән кешеләргә лә ҡыҙыҡлы. Бәләкәй саҡтан Рәми ағай үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән һәм шуға өлгәшергә ынтылған. Бер минут ваҡытын да бушҡа әрәм итмәгән. Шуға ла ул 45 йәшендә мәңге үлемһеҙ әҫәрҙәр ҡалдырған. Был йәш быуынға өлгө алырлыҡ миҫал булыр ине.
Киләсәктә Рәми Ғарипов тигән исемде ысынлап та асаһы ла асаһы әле. Уҡыусыларға уны оҫта тәржемәсе, тынғыһыҙ эҙләнеүсе фольклорсы, публицист, уҡытыусы, әҙәбиәт тураһында төплө фекер йөрөтөүсе ғилми тикшеренеүсе булараҡ күрһәтәһе лә бар. Ә хаттары, матбуғатта донъя күрмәгән архивы...
Ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡы йәшәһә, Рәми Ғариповтың ижады ла ғүмерле буласаҡ. Был бәхет — халҡым, илем, телем тип йәшәгән, ижад иткән халыҡсан шағирҙар өлөшөнә генә тейгән яҙмыш.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.


Вернуться назад