Яҙ шауы(Дуҫтарға)
Тот ураган прошел.
С. Есенин
Әллә ҡайҙан тоноҡ шаңдау тоям —
Хәтерҙәме ҡалған яҙ шауы?
Әйтерһең дә, кемдәрҙеңдер
унан
Был тарафҡа сәфәр башлауы —
Яҙҙар күпкә яҙҙарыраҡ яҡтан,
Һағышлыраҡ яҡтан йыр-моңдар...
Уларҙымы ҡаршыларға сыҡҡан —
Моңһоу йөрәк, һалмаҡ — аҙымдар.
Йән дуҫтарым — йәшлек яҙҙарымдың
Күңелемдә бөгөн дауамы,
Кем ҡояшы әле ҡайһы йылды
Кире сыҡмаҫ өсөн байыны?..
Мин — йәштәш һәм рухташ, сиңде һаҡлап
Ҡалдырылған юҡ-бар баҫыуҙан,
Үҙем хәҙер, был яҡтарҙан ялҡып,
Һеҙҙең тарафтарға ашығам, —
Сөнки бында күптән яҙ яҙ түгел,
Йөрәк һыҡрандырмай йыр-моңдар...
...Серле һағыш, тоноҡ шаңдау тоям
Тәбиғәттең яҙғы туйында.
БаламТөрлө хәлдә һине төштә күрәм:
Йә машина бәрә, йә ҡаҙ суҡый...
Ҡартлыҡ тойған ата күңелендә
Сабый булырһың һин ғүмер баҡый.
Сабыйлыҡ ул беҙгә лә бик таныш.
Тик ҡыҫҡамы булды? Төш булдымы?
Ҡайтҡылай ул ҡайсаҡ яҡты һағыш —
Кире ҡайтмаҫ гүзәл илдең тыны...
Ул илдәрҙә ҡурҡыу белмәнек беҙ.
Ҡаҙҙар таныш сөнки, машина — юҡ.
Ваҡыт ҡайҙа — өйгә ашығырға,
Атай-әсәй шөбһәләрен тойоп?
Ҡуласа шул ваҡыт. Хәҙер үҙем
Атай булып бөткәс, төштә, ана,
Олатайың, өләсәйең өсөн
Шул йылдарым минән үсен ала...
Социаль селтәргә кергәсВиртуаль уҡ түгел донъя. Бында
Һүрәттәр бар, хатта — таныштар.
Фанилыҡта толҡа тапмағандан
“Ишетегеҙ!” — тигән тауыш бар...
Был ҙур тормош — һанһыҙ ихлас күңел
Үҙе теләп кергән казарма.
Бар тигәне — уртаҡ, юҡ тигәнде
Мендәр аҫтарынан сығарма.
Иҫкә төшә Герцен, Вера төшө...
(Әйтеп ҡара классик түгел тип!)
Кеше менән кеше араһында
Тулҡын йөрөй, хәбәр йүгертеп, —
Быныһы ла таныш. Әкиәтме,
Фантастанмы шунда... Бар инде.
Хәтереңә ышанмаһаң, яҙ ҙа —
Кәрәк яуап, бына, табылды!
Кешелектә сираттағы аҙым.
Тик кем белһен — алға, артҡамы?
“Мостай тиһәк, әллә бүлешкәндән
Аҡыл ғына беҙҙә артамы?..” —
Риторик был һорауымды бирәм
Шул виртуаль оло донъяға —
Күп аҡылға дөйөм келәт булған
Селтәр тигән яңы Аллаға;
Көттөрмәне яуап, балҡып килде
(Интернетта тиҙлек нимә? — Һи!..)
Бына шунда белдем кемлегемде:
“Что-за чудик с ником Шарафи?..”
СМС-хәбәрләшеүБолоттарға ашып ташып, йәнем
Йыһандарға, гүйә, олғашҡан...
Бер кем күрмәҫ, һиҙмәҫ сәләмдәрең
Килә лә һуң тап шул тарафтан!
Йылдар аша тартылғанмы бер сым,
Тылсымымы заман шаңының?!
Усҡа ғына һыйған экран аса
Күңелеңдең алсаҡ сағымын...
Ул миндә лә — тик саф нурлы эҙе
Алыҫ-алыҫ-алыҫ усаҡтың.
Устарымда янған тын һүҙҙәрҙе
Йәшлек илсеһенә оҡшаттым.
Яуабына минең йөрәк сыңы
Экраныңа сығып теҙелә —
Ваҡыт, йыһан даръяларын бергә
Ҡуша алған бында — беҙ генә.
Ысын уттан ҡәҙерлерәк һымаҡ
Ус аяһы мираж-сағымдар.
“Мин дә...” тигән уй-ихласлыҡ тора
Донъя ялмар осҡон һағында...
АкрошиғырЯңғыҙлыҡтан йонсоғанда,
Рух һынғанда сыралай,
Алдарымда пәйҙә булдың,
Тылсымлы таң нурылай.
Аҫыллыҡтың өлгөһө һин,
Матурлыҡтың илаһы!
Һүҙ табалмам аңлашырға,
Инде ниҙәр ҡылаһы? —
Нисек һинең хыялдарың
Етер маяҡ булаһы?..
БашҡортлоҡИх, башҡортлоҡ, сәхнәләрҙән төшкәс,
Һүтеп ырғытылған толомдай...
Рәйес Түләк.
Заман боҙған тәбиғәтле,
Ерһеҙ генә илле башҡорт
Үҙенә лә етмәгәнде
Башҡаларға йөрөй ташып...
Салауат һәм Урал тиеп,
Яугирлекте әләм итеп,
Күңелендә тарих уйнай,
Өҫтән әмер, фарман көтөп.
Донъя тигән ҡуласала
Алыш та бар, һалыш та бар.
Ҡай заманда ҡай булмышың
Сәхнәләргә алып сығыр,
Илле, телле, рухлы башҡорт —
Ҡай тарафта киләсәгең?
“Мин юҡмы ни улар менән?” —
Таң ҡалыуы Ер-әсәнең.
“Мин дә юҡмы ул теҙемдә?” —
Быны наян хөрлөк һорай.
“Һағышыма индерермен,
Йылъяҙмасы мин”, — ти ҡурай...
* * *
Бала саҡта —
ишек алды,
Ер шарылай иркен саҡта;
Аҡтырнаҡ һәм ала һыйыр
Һинән күпкә өлкән саҡта;
Бала саҡта —
кескәй инеш
Сумып сығыр тәрән саҡта;
Атай-әсәй ҡуйындары
Мәңгелектер, тигән саҡта;
Ағайҙарҙан өлгө алып,
Әй үҫәһе килә хатта!..
Ә уйлаһаң, бар ғүмерең —
Бала саҡта, бала саҡта...
Дамир Шәрәфи