Телселәр һәм әҙәбиәтселәр йыйыны12.04.2017
Башҡорт дәүләт университетында “Рәсәй халыҡтары филологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы булды. Халыҡ-ара сарала ғалимдар, аспиранттар, магистранттар һәм студенттар ҡатнашты.
Конференция башҡорт ғалимдары Роберт Байымовтың тыуыуына – 80, Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға ҡарата үткәрелде. Сара иһә пленар һәм секциялар ултырышына бүленде. Тәүге өлөшөндә докладтар уҡылды. БДУ профессоры Ғиниәт Ҡунафин: “Конфе­рен­цияға мәҡәләләр бик күп килде, был ҡыуаныслы. Шуға ла йыйынтыҡ ике томдан торор”, – тип белдерҙе.
Секциялар эше иһә Рәсәй һәм милли әҙәбиәт, тел, фольклористика, журналистика йүнәлештәре буйынса бүленде. Һәр береһенең темаһына ҡағылышлы мәҡәләләр ҡаралды. Роберт Байымов менән Ким Әхмәтйәновтың ижадына төплө иғтибар йүнәлтелде. Ғилми хеҙмәттәр, Башҡорт­остандың төрлө юғары уҡыу йорттарынан тыш, Тверь, Краснодар, Белгород, Әстрхан, Ижевск, Ҡазан ҡалаларынан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Дағстан, Үзбәкстандан, Украина, Бүрәт, Ҡалмыҡ республикаларынан килгән.


Вернуться назад