Дәүеренә моңдаш11.04.2017
Дәүеренә моңдашБашҡортостанда иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабанан алты саҡрым алыҫлыҡта боронғо атамалы Биҙәүләт тигән ауыл булған. Ғафури районы булдырылғас, уны Яңы Заһит тип атағандар. Үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында шул ауылда кескәй генә өйҙә буласаҡ яҙыусы Кәбир Мөхәммәтшәрип улы Аҡбашев тыуған. Күп йылдар үткәс, Кәбир Аҡбаш аҡылһыҙ сәйәсәт арҡаһында “перспективаһыҙ” тип туҙҙырылған нигеҙҙәр, етемһерәгән күңелдәр фажиғәһе хаҡында һағыш менән һуғарылған “Һуңғы хаттар” исемле повестар һәм хикәйәләр китабын яҙа, унда ауылдаштарын йылы тойғолар менән иҫкә ала.
Яңы Заһиттан киткән, Ватан һуғышында һәләк булып ҡалған 43 ауылдашына, шул иҫәптән атаһы Мөхәммәтшәрипкә Кәбир Аҡбаш, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан, Сәйетбаба ауылының “Дан” аллеяһында үҙ аҡсаһына стела-һәйкәл ҡуйҙыра (яланға ҡуйҙырып булмай ҙа инде!). Кәбир ағай үҫкән заманда Яңы Заһит менән Сәйетбаба араһындағы ат юлын байтаҡ тапай. Ул да күп яҙыусылар, шәхестәр үҫтергән ошо ауыл урта мәктәбен тамамлай. Белемгә ынтылышы көслө, күңелендә шиғриәт орлоҡтары шытып килгән Кәбир ағайҙы яҙмыш һуҡмағы Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының башҡорт филологияһы факультетына тарта.
Уны уңышлы тамамлағас, рус филологияһы факультетында ла уҡып белем ала. Буласаҡ яҙыусыны тыуған ауылыма – Яугилде мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. Әммә уға оҙаҡ эшләргә насип булмай, күп йәш егеттәр менән уны ла хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Яугилделә уҡытҡанда ла, хәрби хеҙмәттә саҡта ла ҡәләмен ташламай ул. Район гәзитенә мәҡәләләр ебәрә. Армиянан ҡайтҡан, гәзит биттәрендә мәҡәләләре күренгән юғары белемле һалдатты гонорар биреү һылтауы менән район гәзитенә саҡырып алалар ҙа тәржемәсе мөхәррир итеп алып ҡалалар. Бында эшләгәндә уның ижад офоҡтары киңәйә, әҫәрҙәре республика баҫмаларында күренә башлай.
Ул әҙәбиәткә балалар өсөн “Һаумы, ҡояшҡай!” (1986) исемле шиғри йыйынтығы менән килгән. “Сыйырсыҡ сәпәкәй итә” (1993), “Ни өсөн аҡҡош илай?” (2000) китаптарында балаларҙы тәбиғәт­тең ғәжәйеп серле донъяһы менән таныштыра. Ғө­мүмән, ул бер ҡасан да шиғриәттән айырылманы, республикабыҙҙың “Һәнәк” журналында әле лә юмор менән һуғарылған шиғырҙары баҫы­лып тора. Шағир кескәйҙәр өсөн ихлас, яғымлы, психологик нескәлек менән яҙҙы, өлкәндәр аудиторияһында ла ысын лирик, моңло, илһөйәр шәхес, юмор һәм сатира маһиры булып танылды. Кәбир Аҡбаш оҙаҡ йылдар Башҡортостан теле­радиокомитетының Стәрлетамаҡтағы радиоһын­да баш мөхәррир булып эшләне.
Көн ҡаҙағына һуҡҡан публицистика, ҡыҙыҡлы репортаждар, сатира һәм юмор, музыкаль тапшырыуҙар, шиғриәт минуттары – бөтәһе лә һыя ине радио тулҡындарына. Радио тыңлау­сылар уның: “Һаумыһығыҙ, хөрмәтле радио тыңлаусылар! Микрофон алдында — Кәбир Аҡбаш”, — тип башланған тапшырыуҙарын көтөп алды, улар әле лә милләттәштәрҙең, ҡәрҙәштәр­ҙең күңелендә йәшәй, аҫыл хәтирә булып һаҡла­на. Шул йылдарҙа үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған, радиоға тапшырыуҙар әҙерләп, үҙе эфирға тапшырған, тыңлаусыларҙың һөйөүен яулаған радиожурналист “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы, бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Кәбир Аҡбаш хаҡында гәзит-журнал уҡымаған радио тыңлаусылар ҙа белә, урамда ла уны таный.
Стәрлетамаҡ педагогия институтында 1934 йылдан бирле эшләп килгән “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгенең эше ҡала халҡына бөтөнләй билдәле булмаған йылдар ҙа бар ине. Уның ағзалары һөнәри белемгә эйә булғас, республиканың баш ҡалаһына йәки төбәктәренә тарала барған, билдәле шәхестәр, яҙыусылар булып республикала танылған. Шул хәл ҡалала даими эшләгән әҙәби оҫталыҡ мәктәбе булдырыу кәрәклеген дәлилләй. Көньяҡ төбәктең биш ҡалаһы һәм 11 районында ижади көстәрҙе берләштереү, әҙәбиәткә тартылыусы йәштәргә нәшер мәсьәлә­ләрендә ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостан Яҙыусылар союзына һәм КПСС-тың Өлкә комитетына барып, Стәрлетамаҡта яҙыусылар ойошмаһы асыуҙы юллаған кеше Кәбир Аҡбаш булды.
1984 йылда ойошма асылғас, Кәбир ағай радио комитетындағы эшен оҙаҡ йылдар дауам итте. Яңы меңйыллыҡ башында ғына Стәрле­тамаҡ яҙыусылар ойошмаһын астырыуға һиҙелерлек өлөш индергән, драматург булып танылған, ижади фекерле радиожурналисты ойошмаға яуаплы сәркәтип итеп саҡыралар. Ул ойошманы теүәл ун йыл етәкләне, йәш авторҙарға нәшер эшендә уңыштар яуларға ярҙам итте. Яҙыусы үҙе лә драматургия жанрында әүҙем ижад итте, егермегә яҡын драма һәм комедия яҙҙы. Кәбир Аҡбаштың әҫәрҙәре балалар, өлкәндәр тормошо хаҡында, улар тормошсан булыуы менән айырылып тора. Драматургтың күпселек драма әҫәрҙәре Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. “Ашҡаҙарҡай” (1973), “Китмә, Рөстәм” (1979), “Йәшлегем тирәктәре” (1989), “Өмөтөм һин, Аҡтолом” (1992), “Һипкелле ҡыҙ” (1996, 2015) музыкаль комедияһы һәм башҡа спектаклдәр театрҙың алтын фондына ингән. Башҡортостан төбәктәрендә лә халыҡ театрҙарының иллеләбе уның әҫәрҙәрен үҙ репертуарына алған һәм күп йылдар сәхнәнән төшмәй. Әбйәлил районының халыҡ театры, уның бер драмаһын сәхнәләштереп, республика конкурсында беренсе урынды алған. Стәрлетамаҡ башҡорт театрында ла уның “Ут күршеләр” драмаһы (2002), рус театрында балалар өсөн “Илама, бөркөтөм” (1977) оҙаҡ йылдар сәхнәләш­терелде. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ҡуйған “Һыу урлаусылар” (1975) тамашасыларҙың юғары баһаһына лайыҡ булды. “Сибәркәй” (1994) трагикомедияһы, “Һипкелле ҡыҙ” (1996) музыкаль комедияһы өсөн драматург ҡалабыҙҙың Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты булыуға өлгәште. Уларҙа кешеләр араһында булған төрлө мөнәсәбәттәр, мөхәббәт, низағтар тураһында шаян сәхнә теле менән һүрәтләп бирелә.
Мәжит Ғафуриҙың яҙмышы хаҡындағы пьесаһы өсөн уға Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһы ла тапшырылды. Яҡташтарым Кәбир Аҡбашҡа булған оло хөрмәтен шулай белдерҙе, район мәҙәниәт йортонда юбилейҙарын үткәрҙе.
Кәбир ағай Аҡбаш үҙен һоҡланғыс йырҙар авторы итеп тә танытты. Уның илленән ашыу шиғырына популяр композиторҙарыбыҙ көйҙәр яҙған. Улар — Роза Сәхәүетдинова, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Рәмил Ғимрани, Риф Дәминев... Улар – шиғри һүҙ сәнғәтен йыр сәнғәтенә әүерелдереп, тыңлаусының күңеленә май итеп яҡҡан шәхестәр. Шағирҙың “Юғалма юлдарымдан, юғалма”, “Сәрмәсән”, “Күңелдә һин, иркәм”, “Һин тыуған көн”, “Иманға ҡайтабыҙ” йырҙарын кем генә яратып тыңламай?! Ошо йырҙар мәшһүр башҡарыусыларҙың репертуарына ингән, туйҙарҙа, байрамдарҙа яңғырай, Башҡортостан радио каналдарынан тапшырыла. Ул йырҙар шағирҙың “Китап” нәшриәтендә 2007 йылда баҫылған “Юғалма юлдарымдан” тигән китабына ла ингән. Унда драматургтың биш драмаһы (комедиялары бар), бағышлауҙары, шаян шиғырҙа­ры, мәҙәктәре, балалар өсөн әкиәттәре, шиғыр­ҙары ла баҫылған. “Китап” нәшриәте 2012 йылда шағирҙың туғыҙ пьесаһы ингән “Йәшлегем тирәктәре” тигән китабының электрон вариантын сығарҙы, ул режиссерҙарға, актерҙарға кәрәк­лерәк тип уйланылған, күрәһең.
Мәҙәниәтебеҙгә индергән уңыштары өсөн шағирға, драматургка “Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем дә бирелде. Авторҙың 2008 йылда Стәр­летамаҡта баҫылған “Йырланмаған йырҙар бар әле” тигән йырҙар, бағышлауҙар, сатира-юморҙар китабындағы барлыҡ әҫәрҙәре лә заманға ауаздаш булыуы менән айырылып тора. Уның ижады дәүеренә моңдаш, тип әйтке килә. Яҙыусыбыҙ әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә сәсмә әҫәрҙәре, публицистик, лирик очерктары менән дә үтеп инде. 1996 йылда донъя күргән “Төнгө тауыштар” тигән китабы уны өлгөргән прозаик, тормошҡа уйсан баҡҡан, иле яҙмышындағы ролен тойған граждан итеп күрһәтте.
Уҙамандың етди проблемалар күтәргән күләмле әҫәрҙәре шәхес булараҡ та өлгөрөүе, ҡәләменең үткерлеге һәм фекеренең киңлеге хаҡында ла мәғлүм итә. Яҙыусыбыҙ хаҡында күп һөйләргә, драматургия, шиғриәт, проза жанрҙарына таянған ижады, кешелекле холҡо, теләктәшлек белдерергә әҙер йомарт күңеле, егәрлелеге, әҙип һәм йәмәғәтсе булараҡ әүҙем­леге, шәхес гармонияһы һәм башҡа күркәм сифаттарын теҙеп яҙырға була... Атаһы фронтта һәләк булғас, үҫмер йылдарында уҡ тормош ауырлыҡтарын күп күргән, тылдағы ауыр хеҙмәттә сыныҡҡан Кәбир Аҡбашевтың эшмәкәрлеге оҙаҡ йылдарҙан һуң лайыҡлы баһалана. Ул “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы һәм “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү­гә 50 йыл” юбилей миҙалы менән дә наград­ланған. Кәбир Аҡбаш — Стәрлетамаҡ яҙыусыла­рына маҡсатлы йүнәлеш биргән шәхес. Абруйлы ҡәләмдәшебеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади ҡомар, бөтмәҫ илһам теләйбеҙ.

Кәбир АҠБАШ

Һөйөү бәхетенең нуры
Күңелдәрҙә бәүелә


Һөйөү бәхете

Һөйөү бәхете моң булып
Ҡайҙарҙан килә икән?
Һөйөү бәхете наҙҙарын
Ғашиҡтар белә микән?

Әллә һөйөү бәхеткәйе
Яҙҙар булып киләме?
Әллә ямғыр гөлдөр-гөлдөр
Бәхет алып киләме?

Әллә ҡояш ғашиҡтарҙы
Яратып йылытамы?
Әллә нескә тойғоларҙы
Елдәрҙәй уятамы?

Әллә һөйөү бәхеткәйе
Айҙан килеп төшәме?
Көйәнтәле Ай ҡыҙынан
Бәхет булып күсәме?

Ә һандуғасҡай талдарҙа
Һағыш булып түгелә,
Һөйөү бәхетенең нуры
Күңелдәрҙә бәүелә.

Һандуғастар бәхеткәйҙең
Серҙәрен белә икән.
Һөйөү бәхете һәм яратыу
Моңдарҙан килә икән.

Һөйөү бәхете һәм яратыу
Яҙмыштан килә икән.
Бәхеттәргә насип итеп,
Һағыштан килә икән.


Шағир

Шағирҙарҙы сер әһеле тиеп
Әйтеп ҡуя ҡайсаҡ кешеләр.
Эйе, диуана ла шағир,
фәйләсүф тә
Пәйғәмбәрҙең яҡты ишелер.

Йөрәктәрҙе шағир уҡый ала,
Күңелдәрҙе сәскә аттыра.
Шағир әгәр йылмайҙиһә,
Бөтә яҙмыш кинәт яҡтыра.

Хәсрәттәрҙе шағир иретә лә
Ҡайғыларҙың ура һағышын.
Моң-йырҙарға урап күңел хисен
Уртаҡ итә халыҡ яҙмышын.

Шағирҙарҙы дыуамалдар тиеп,
Күңеленә уның теймәгеҙ.
Нахаҡ һүҙҙәр ҡалһа ишетелеп,
Ғәйбәттәргә баштар эймәгеҙ.

Шағир шаян һүҙҙәр әйтһә әгәр,
Дошман булып ҡабул итмәгеҙ.
Шик һалмағыҙ әҙип аҡылына,
Мөтәһүҙҙәр унан көтмәгеҙ.

Шағирҙар ғүмергә намыҫ ҡоло,
Улар һипкән гөлдәр шиңмәһен.
Шағирҙар үлгән хатта дуэлдәрҙә,
Тик шиғыры ғына үлмәһен.

Шағир Сократ кеүек Кеше эҙләй,
Кеше булып нурҙар ағыҙа,
Һүнеп барған бәғзе йөрәктәргә
Йылдар өҫтәп уттар ҡабыҙа.

Хыянат та итә белмәй шағир,
Үҙ намыҫы уның – батырлыҡ.
Мөхәббәттә әгәр һөйә ҡалһа,
Йыр булып тыуа матурлыҡ.

Һаумы, тиеп уға ҡулыңды һуҙ
Һәм йылмайсы унда нур күреп.
Донъяға ул йәшәү алып килә,
Күңеленә һүнмәҫ моң үреп.


Булды бер миҙгел генә

Гармун моңло йәшлек үтте,
Һағыш һалып тиҙ генә.
Ҡолағымда һаман сыңлай,
Онотолмаҫ, түҙ генә.

Ҡабатланмаҫ туйҙар килде,
Бәхеттәргә тиң генә.
Мөхәббәткә сорналыуҙар
Булды бер миҙгел генә.

Юбилейҙар үтеп торҙо,
Гүйә, бер яҙгөл генә.
Сәскә ҡунған аҡ ҡарҙар ҙа
Булды бер миҙгел генә.

Ғүмер шулай дауам итте,
Йылдар үтте тиҙ генә.
Ул йылдарҙың һәр береһе
Булды бер миҙгел генә.

Кисә генә мин йәш инем,
Күңел һаман гөл генә.
Баҡһаң, бөтә ғүмеркәйем
Булды бер миҙгел генә.


Онотмаҫтыр Ашҡаҙар

Мөхәббәтем ҡаршыланы
Йәшлегем таңдарында,
Һандуғастар һайрай ине
Ашҡаҙар талдарында.

Йыл да талдар сәскә ата
Ҡояшҡа үрләп кенә.
Һандуғастар моң өләшә
Талдарҙа гөрләп кенә.

Ашҡаҙарҡай һис онотмай,
Көтә ағылып ҡына.
Һағышланып тулҡын ҡаға
Яҙҙы һағынып ҡына.

Мин юҡ, тиеп борсолма һин,
Килә алмам яндарыңа,
Һандуғас булып ҡунырмын
Ашҡаҙар талдарына.

Йылдар һайын яҙҙар килер,
Сәскәләрен йыш ҡаҙар.
Моңдар менән йәшлек улын
Онотмаҫтыр Ашҡаҙар.


Ләлә көтә машина

– Үтте, – ти Ләлә, – бисәңдең
Йәйәүләп йөрөр сағы.
Замана арбаһы кәрәк,
Күпме көтөргә тағы?

Право ла һатып алдым,
Машина кәрәк миңә.
Ниңә мине тыңламайһың,
Күпме әйтергә һиңә?
Ҡатыны даулағас, Ғәләй
Машина ала һалды,
Ә Ләләһе шатлығынан
Ҡосаҡлап үбеп алды.

Көн дә хәҙер Ләлә елә
Һәр теләгән яғына.
Тик йыш ҡына һуғыла ул –
Уныҡы һәр бағана.

– Бағана, – ти, – юлға сығып
Мине көтөп ултыра.
Ә машина уны күреп,
Рулде шул яҡҡа бора.

Бағананы әрләй Ләлә,
Ҡайтҡан мөгөҙ сығарып.
– Машина ла ғәйепле, – ти, –
Киттем хатта ағарып.

Бүтән машина ал, – ти ул. –
Бынан сыҡмай бер файҙа.
Бының кеүек һөмһөҙ тимер
Юҡтыр бүтән бер ҡайҙа!

Ләкин тағы яңыһының
Төшөп ҡалған ишеге,
Ә кузовта ауаз һалды
Әллә нисә тишеге.

Ләлә тағы пыр туҙына:
– Сит илдекен ҡара! – ти. –
Миңә хәҙер йә “Сузуки”,
Йә “Шевроле” бара, – ти.

Ғәләй китте яңыһына,
Ҡалманы шашынаһы.
Шап иттереп алып ҡайтты
Кер йыуыу машинаһы..


Вернуться назад