Бөйөк Ватан һуғышының бөтә михнәтен, ауырлығын үҙ елкәһендә кисергән Әбделхәй менән Ғәзизә Бәхтиғәни ҡыҙының ишле ғаиләһендә ун икенсе бала булып донъяға килә Ришат. Һуғыш, унан һуңғы ауыр йылдар эҙһеҙ үтмәй, аслыҡтан, төрлө сирҙән балаларҙың барыһын да һаҡлап ҡала алмай атай-әсәй – өсәүһе генә үҫеп буй еткерә.
Әбделхәй ағай колхозда таҡта ярыусы була, төҙөлөштә лә тир түгә, Ғәзизә апай сөгөлдөр үҫтерә. Атаһының төп таянысы булған Ришат, бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, эшкә егелә.– Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ атайым ҡул бысҡыһы менән таҡта ярырға өйрәтте, – тип хәтерләй ул бөгөн бала сағын. – Оҙон, йыуан бүрәнәне үлсәп, кәрәк тиклем өлөштәргә ҡәләм менән һыҙып сығалар ҙа, берәүең – өҫтә, икенсең аҫта тороп, ағасты буйға бысаһың. Имәндәй ныҡ ағайҙарҙың хәлен алырлыҡ эш инде ул...
Башта Игенйылғала, һуңынан Яңғыҙҡайын мәктәбенә йөрөп белем алған Ришат әрме хеҙмәтенә саҡырылғанға тиклем колхозда атаһы менән бергә төҙөлөш бригадаһында эшләй. Өс йыл һалдат һурпаһын тәмләгәндән һуң, 1969 йылда Өфө ҡалаһындағы нефть эшкәртеү заводына оператор-машинист булып эшкә урынлаша. Тик ҡала тормошон үҙһенә буламы ауыл балаһы, өҫтәүенә ата-әсәһе лә ярҙамға мохтаж. Ул саҡтағы колхоз рәйесе Рәшит Йомағужин да йәштәр менән тиҙ үк уртаҡ тел таба алған, бәләкәйҙән ойоштороу һәләтенә эйә егеткә “Победа” колхозының комсомол ойошмаһын етәкләргә тәҡдим итә. Буш ваҡытында ҡулынан гармунын төшөрмәгән, йыр-моңға әүәҫ егеткә клуб мөдире вазифаһын да йөкмәтәләр. Хужалыҡ етәкселеге тәҡдиме менән Ришат шул уҡ йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. 1974 йылда уны тамамлап, ҡулына махсус белемле зоотехник дипломы алған егетте “Победа” колхозына зоотехник итеп тәғәйенләйҙәр. 1980 йылдан хужалыҡтың баш зоотехнигы була.
Күмәк хужалыҡтарҙа эш гөрләп торған саҡ. Колхозда биш ферма, һыйыр малы һаны 1800 башҡа етә. Бынан тыш, сусҡа, һарыҡ аҫрала. Ҡыҙыл Дубровка һөтсөлөк фермаһы районда алдынғылар сафынан төшмәй.
Ә инде 1991 йылда Ришат Әбделхәй улын ауылдаштары “Победа” колхозы рәйесе итеп һайлап ҡуя. Бик ауыр, ҡоролоҡло йыл була ул.
– Ауыл эшсәндәренә, колхоздарҙың киләсәгенә ныҡлы һынау йылы булды ул, – тип уйҙары менән шул көндәргә әйләнеп ҡайта ветеран. – Апрелдән авгусҡа тиклем ямғыр яуманы. Дөйөм тырышлыҡ менән генә был йылды имен-аман үткәреп ебәрҙек. Үҫкән тиклем игенен йыйып алдыҡ, өмәләр яһап, ҡул салғыһы менән бөтә ҡыуаҡ араларындағы, уйһыу урындарҙағы үләнде сабып, бесән тупланыҡ. Бер төптән егелеп эшләнек...
Тәбиғәт көйһөҙлөгөнән дә бигерәк тотош илдең иҡтисады емерелә башлауы, колхоз-совхоздар яҙмышына битарафлыҡ күрһәтелеүе лә дөйөм хужалыҡтарҙың киләсәген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Тап ошо йылдарҙа районда бик күп колхоздар бөлгөнлөккә төшөп, тарҡалыу хәленә килә.
– Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең “Победа” иген үҫтереү, малсылыҡ продукцияһы етештереү йәһәтенән уңышлы эшләне. Төҙөлөш эштәре лә туҡтаманы. Ҡотлоғужала иген келәте, 200 башҡа иҫәпләнгән һарай төҙөлдө, Игенйылғала модуль-гараж ултыртылды, тирмән эшләй башланы. Игенйылғала һыу үткәргес торбалары һалынды, ауылға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү йәһәтенән проект төҙөтөү эштәрен башланыҡ, – тип артабан хәтер йомғағын һүтә ветеран. – Шуны әйткем килә: халыҡ эшсән, егәрле беҙҙә. Ниндәй генә шарттарҙа ла ауырлыҡты бергә күтәрҙеләр, дөйөм хужалыҡты һаҡлап ҡалырға тырыштылар. Уларға рәхмәтем сикһеҙ...
2002 йылдан Ришат Әбделхәй улын Бельский ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Хаҡлы ялға киткәнсе халыҡтың йәшәү шарттарын еңеләйтеү, яҡшыртыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү тәңгәлендә байтаҡ сара күрә.
Ришат Әбделхәй улын ауылдаштары һәйбәт ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай булараҡ та ихтирам итә. Мәмдүҙә Кәшфелбаян ҡыҙы менән 30 йыл самаһы татыу ғүмер итеп, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Тик тормошта шатлыҡ менән ҡайғы-хәсрәт, юғалтыу-табыштар һәр саҡ йәнәш йөрөй шул. Оҙайлы ҡаты сирҙән Мәмдүҙә апай баҡыйлыҡҡа күсә...
Ришат Әбделхәй улының Әлфиә Зәйнетдин ҡыҙы менән яҙмышын бәйләүенә лә хәтһеҙ генә ғүмер үтте. Ишле, үҙ-ара бик татыу ғаилә булып йәшәй улар бөгөн. Улдар-килендәр, ҡыҙҙар-кейәүҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр бер туғандай яҡын, татыу. Аҙна һайын төрлөһө төрлө тарафтан Игенйылғаға ашҡынып ҡайта. Яҡын, ҡәҙерле кешеләре бергә йыйылғанда, ғәҙәттә, Ришат Әбделхәй улы ҡулына гармунын ала, һәм өй эсе моңло, хисле йыр-моңға күмелә:
...Оло юлдың туҙанында
Ҡалды минең эҙҙәрем...