Береһе – аккомпаниатор, икенсеһе – “Миләш” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, “Мираҫ” ҡатын-ҡыҙҙар клубы етәксеһе. Икеһе лә Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда эшләй. Ғүмере буйы сәхнәлә йырлап-бейеп йәшәгән был һоҡланғыс парға донъя көтөү ауырлыҡтары ят кеүек. Береһе гармун күреген тартһа, икенсеһе моңло тауышы менән уға ҡушылып, тамашасыларҙың кәйефен күтәрә.Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ Рәшиҙә Тайып ҡыҙы Әбйәлил районының Ҡужан ауылында тыуып үҫә. Артабанғы тормошон сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтермәгән ҡыҙ артист булырға хыяллана. Әммә атаһы тәүҙә ҡыҙына һөнәр алырға ҡуша, шунлыҡтан ул Магнитогорск ҡалаһының индустриаль-педагогия техникумына уҡырға керә. Студент йылдарында Рәшиҙә Мортазина бер мәҙәни саранан да ҡалмай, киреһенсә, уның уртаһында ҡайнай. Кәрәк саҡта әбйәлилдәрсә ойотоп баҫып бейеп ебәрһенме, йә булмаһа күңелдәрҙе тетрәндерерлек йыр һуҙһынмы?! Сит өлкәлә милләттәштәренең рухын күтәрерлек, уларҙы берләштергән ансамбль төҙөү тураһында хыяллана. Ул йылдарҙа ҡалала төрлө милләт вәкилдәрен бергә туплаған Магнитогорск милләттәр мәҙәниәте үҙәге эш башлай.
Сәхнәнән башҡа тормошон күҙ алдына килтерә алмаған Рәшиҙә Тайып ҡыҙы үҙәктән саҡырыу алғас, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй: күптән хыялында йөрөткән ансамбль төҙөүҙе тәүге көндәрҙән тормошҡа ашыра. Төрлө йылдарҙа уның етәкселегендә “Ҡомартҡы” фольклор, “Ләйсән” бейеү, “Миләш” вокаль ансамблдәре барлыҡҡа килә. Ҡалала үткән “Наурыҙ”, “Һабантуй”, “Башҡорт һылыуҡайы” кеүек сараларҙың ойоштороусыһы һәм уларҙы оҫта алып барыусы булараҡ та яҡшы таныш ул Силәбе башҡорттарына. Ике телде яҡшы белгән Рәшиҙә Мортазина – ҡалала үткән күп байрамдарҙың алыштырғыһыҙ ойоштороусыһы, режиссеры һәм алып барыусыһы ла.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшиҙә Тайып ҡыҙының буласаҡ тормош иптәше, ошо коллективта оҙаҡ йылдар аккомпаниатор булып эшләгән Рафаил Мортазин – Магнитогорск ҡалаһы башҡорто.
– Ауылдарҙа йәшәгән күп олатай-өләсәйҙәр телдәрен вата-емерә үҙ ейән-ейәнсәрҙәренә урыҫса һөйләп маташҡанда, мин уларға үҙемдең Рафаилымды өлгө итеп ҡуям, – тип шаярта Рәшиҙә ханым. – Ҡалала тыуыуына ҡарамаҫтан, ул телен онотмай, киреһенсә, башҡорт халҡының йыр-моңона ғашиҡ булып үҫә. Бигерәк тә ретро йырҙарҙы яратып башҡара. Һуңғы йылдарҙа икәүләп йырларға тотондоҡ. Уның еңгәһе Сания Мортазина ижад иткән “Яҙмышыбыҙ” йыры визит карточкабыҙға әйләнде тиһәк тә була. Репертуарҙы бергә һайлайбыҙ, үҙ-ара кәңәшләшәбеҙ, бәхәсләшеп киткән саҡтар ҙа була.
Әле Рәшиҙә Мортазина “Миләш” вокаль ансамбленә һәм “Мираҫ” клубына йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләй. Яңынан-яңы йырҙар өйрәнәләр, төрлө бәйгеләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашалар. Ҡайҙа ғына сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан, һәр саҡ еңеү менән ҡайта улар, сөнки янында дәрт һәм ҡеүәт өҫтәгән, күңелдәрен ҡанатландырған тормош иптәше, ышаныслы терәге бар.