Силәбеләге Шәйехзада Бабич исемендәге китапханаға — 105 йылОшо көндәрҙә Силәбе ҡалаһындағы башҡорт һәм татар әҙәбиәтен берләштергән Бабич китапханаһы үҙенең 105 йыллығын билдәләй. Силәбелә был иҫтәлекле ваҡиғаға бәйле ғилми конференция, “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышыуҙар һәм юбилей кисәһе үтәсәк. Ошо уңайҙан китапхананың тарихы, бөгөнгө һулышы һәм киләсәк яҙмышы хаҡында уның мөдире Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы ӘЙҮПОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы, тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырһағыҙ ине...
— Мин Баймаҡ районының йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан данлыҡлы Буранбай ауылында тыуып үҫкәнмен. Шәжәрәбеҙ Буранбай сәсәнгә барып тоташа. Атайым — Рамаҙан Нәжметдин улы менән әсәйем — Миңнур Рамаҙан ҡыҙы (хәҙер мәрхүмдәр) Алтынбаевтар. Башланғыс белемде тыуған ауылымда алдым, Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ һәм Беренсе Этҡол урта мәктәптәрендә уҡыным, Күсей һәм Өмөтбай мәктәптәрендә эшләнем. Шунан яҙмыш мине Силәбегә алып килде.
Силәбелә утыҙ йылдан ашыу йәшәйбеҙ. Тормош иптәшем Альберт менән өс баһадир ул үҫтерҙек, ейәнебеҙ бар. Республиканан ситтә йәшәһәк тә, тыуған Башҡортостаныбыҙ менән йөрәгебеҙ бергә тибә. Балаларҙы ла халҡыбыҙ рухында тәрбиәләйбеҙ. Уҡытыусым Рәфҡәт Абдуллиндың: “Ситтә йәшәһәң дә, башҡорт ҡыҙы икәнеңде онотма, телеңде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡла, халҡыбыҙға ситтә лә хеҙмәт итеп була”, — тигән кәңәше һаман иҫемдә.
Бабич китапханаһында мин егерме йыл эшләйем: тәүҙә милли абонементта китапханасы булдым. 2006 йылдан уға етәкселек итәм, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашам. Ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт академияһын тамамланым. Беренсе һәм өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булдым, әле Силәбе өлкә ҡоролтайында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесемен. Башҡортостанға йыш ҡайтабыҙ. Туғандарҙы күреп, шишмә һыуын эсеп, күк Ирәндеккә бағып йәнемә көс алам. Тыуған яғымдан ҡанатланып, сәмләнеп ҡайтып, йәнә эшкә тотонһам, донъям көйләнә.
— Бер быуат артта ҡалған, китапхана икенсе йөҙ йыллыҡҡа атланы. Мөхтәрәм уҡыусының был тарихи китапхана тураһында күберәк белгеһе килә, шуға күрә уның үткәненә байҡау яһаһағыҙ ине.
— Китапхананың барлыҡҡа килеү ваҡыты әлегә бәхәсле. ХIХ быуат аҙағында Силәбелә Аҡ мәсет төҙөлә, мосолмандар өсөн мәҙрәсә һәм китапхана асыла. Бер нисә йылдан унда китап фонды булдырылғас, 1906 йылдың февралендә генә даими эшләй башлай — был уның тыуған көнө.
Унда тәүҙә йәмәғәт башланғысында Шакир Сәлимов менән уның ярҙамсылары эшләй. Китап фонды тулыланғас, китапханасы Әүхәҙи Хәкимов эшкә алына. Китапхананың тәүге мөдире булып ул ун йыл эшләй, шунан йәшерен революцион әҙәбиәт тотҡан өсөн уны ҡулға алалар. Ул ваҡытта китапхананың абруйы бик ҙур була. 1908 йылда китап фонды 980 дана тәшкил итә, уҡыусыларҙың һаны бер меңдән ашып китә. Унда көнөнә йөҙгә яҡын кеше китап уҡырға йөрөгән.
Китап фонды даими байый барған. Унда Мәжит Ғафури, Ғәлимйән Ибраһимов, Лев Толстой, Александр Пушкин, Антон Чеховтың һәм башҡа яҙыусыларҙың китаптары менән бергә ике меңгә яҡын китап туплана. Китапхананың йәмғиәттә абруйы арта, унда башҡорттар менән татарҙар ғына түгел, башҡа милләт халыҡтары ла ылыға.
Октябрь революцияһынан һуң башҡорт-татар китапханаһы тип атала башлай, егерменсе йылдарҙа Шәйехзада Бабичтың исеме бирелә. 1925 йылда, яңы бинаға күскәс, китапханала драма, кейем бесеү һәм тегеү, йәш ат ҡараусылар түңәрәктәре ойошторола. Йәмәғәт тормошона ҡатын-ҡыҙҙарҙы әүҙемләштереү бурысы ҡуйыла. Наҙанлыҡты бөтөрөү курстары асыла. Китапхананың эшмәкәрлеге йәнләнә. Яңы заман уға үҙ һыҙаттарын өҫтәй бара.
— Китапхана фонды һәм уның эшмәкәрлеге менән дә таныштырығыҙ әле.
— Китапхана фонды йылдан-йыл байый һәм тулылана бара. Бөгөн уҡыусылар иғтибарына йөҙ меңдән ашыу китап тәҡдим итәбеҙ, шуларҙың 52 мең данаһы — башҡортса һәм татарса. Биш меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерәбеҙ. Унда дүрт бүлек эшләй. Милли бүлектә — Гүзәл Һунаршина, урыҫ әҙәбиәте бүлегендә — Нәфисә Ниғмәтуллина, күсмә уҡыу бүлегендә — Рәүиә Ғималова һәм уҡыу залында Хөснә Хәмзина кеүек тәжрибәле китапханасылар, юғары белемле белгестәр эшләй.
Бынан тыш, китапханала Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт һәм татар яҙыусыларын берләштергән әҙәби берекмә эшләй. “Шишмә” китап һөйөүселәр клубына хеҙмәт ветераны Рәбиғә Ғимаҙиева етәкселек итә. Яңыраҡ ҡына “Хазина” фольклор төркөмө ойошторолдо, унда йәш йырсы Мәрйәм Ниғәмәтова тарафынан йәш таланттар туплана. “Юлдаш” хәйриә фонды етәксеһе Марат Әхәтов тә ҙур әүҙемлек күрһәтә.
Йыл дауамында байтаҡ саралар үткәрәбеҙ. Ижад кисәләре, осрашыуҙар, яңы китаптарҙың исем туйҙары матур уҙа. Фәнни конференциялар, семинарҙар ойошторабыҙ. Беҙҙең фондта булған боронғо китаптар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Мәҫәлән, быйыл мосолмандарҙың изге китабы Ҡөрьән Кәримгә арналған күргәҙмә, йөкмәткеле кисә ойошторолдо. Әсәләр байрамын, Ололар көнөн, Бөйөк Еңеү байрамын даими билдәләйбеҙ.
Өлкә һәм ҡала ҡоролтайы, Татар конгресы менән берлектә эшләйбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына таянабыҙ. Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы менән бик йылы мөнәсәбәттәбеҙ, улар менән хеҙмәттәшлегебеҙ йылдан-йыл дауам итә. Китапхана директоры Азат Әхмәт улы Ибраһимовҡа, уның урынбаҫары Люциә Шәрифйән ҡыҙы Ильясоваға рәхмәтлебеҙ. Әйткәндәй, уларҙы 175 йыллыҡ юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!
— Хәҙерге китапхананың ҡаҙаныштары менән бергә ҡыйынлыҡтары ла барҙыр. Ғөмүмән, киләсәге нисек күҙаллана?
— Беҙҙең китапхана Силәбеләге ҡала китапханаларынан ныҡ айырыла. Беренсенән, ул ике туғандаш халыҡтың рухи ҡаҙанышын үҙендә туплаған милли китапхана булыуы менән хаҡлы ғорурлана. Икенсенән, Рәсәйҙә ҡаһарман шағир Шәйехзада Бабич исемен йөрөтөүсе берҙән-бер китапхана. Ошо исем менән ул майҙанға сыға, заман рухына ярашлы эштәр башҡарырға ынтыла.
Силәбелә берҙән-бер милли китапхана булараҡ, унда балалар китабының айырым бүлеге лә булырға тейеш. Әле шуны асырға ниәтләнәбеҙ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаға беҙгә ҙур иғтибар күрһәткәне өсөн айырым рәхмәт еткерәбеҙ. “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” тигән программа буйынса Башҡортостан “Китап” нәшриәте сығарған яңы китаптарҙы алдырабыҙ. Һуңғы килгәндәрендә балалар өсөн күп кенә китаптар булды, кескәй уҡыусыларҙы ылыҡтырырлыҡ матур-матур китаптар туплана. Йәнә тыуған яҡты өйрәнеү музейын асырға әҙерләнәбеҙ. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең ауылдарынан онотола барған халыҡ ижады өлгөләрен йыйып, уларға яңы һулыш бирәбеҙ. Силәбе төбәгенә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре менән милләттәштәребеҙҙе таныштырабыҙ.
Халҡыбыҙҙың күңел көҙгөһө булған, фәлсәфәһе тупланған йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында беҙ китапхана янында фольклор-этнографик төркөм астыҡ та инде. Ул килен төшөрөү, никах туйы, аулаҡ йорт кеүек йолаларҙы күрһәтә. Хәҙер тотош бер быуат артта ҡалһа ла, бығаса барлыҡҡа килгән күркәм йолалар дауам итә.
Силәбе ҡалаһында ғына түгел, тотош өлкәләге башҡорт китапханаларын берләштереү хыялы менән йәшәйбеҙ әле. Ни тиһәң дә, Силәбе өлкәһендә милли китапханаларҙың эшен көйләү, уларға йүнәлеш биреү юҡ. Шуға күрә бөгөн Бабич китапханаһы өлкә статусын алырға ынтыла, әгәр ҙә ул өлкәләге милли китапханаларҙы берләштереп, уртаҡ план буйынса эшләһә, халҡыбыҙ өсөн күпкә отошлораҡ булыр ине. Был — хәҙерге заман талабы, республиканан ситтәге милләттәштәрҙең ихтыяжы. Тап ошо китапхананың киләсәге, уның икенсе йөҙ йыллығында тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелеүе, ысын мәғәнәһендә тарихи үҫеше булыр ине.
Район һәм ҡала китапханалары ла йыш ҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Беҙгә бөгөн үҙ-ара бәйләнеш, берҙәм эшләү етмәй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, беҙҙең тауышты ишетеп, китапхананың статусын үҙгәртеүҙә ярҙам итеүен теләйбеҙ.
— Силәбе башҡорттарына юл китапхана аша үтә, тиҙәр.
— Эйе, беҙҙең китапхана — Силәбеләге милли ойошмаларҙы сәйәси майҙанға сығарыусы уңдырышлы майҙан. Әгәр ҙә бында шағирҙар, журналистар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡанат нығытһа, үҙебеҙҙең милли сәйәсмәндәр ҙә ошонда үҫте. Урал Сафиуллин, Рамаҙан Шәғәлиев, Марсель Йосопов, Морис Йосопов, Марат Ҡанафин, Алһыу Сирғәлина, Сания Шевченко һәм башҡа ошондай лайыҡлы шәхестәрҙең эшмәкәрлеге китапханабыҙ менән тығыҙ бәйле.
Бөгөн беҙҙең китапхана Силәбелә халҡыбыҙға иркенләп һөйләшеү өсөн берҙән-бер урын. Ваҡытында Силәбе тракторҙар заводы театрында башҡорт труппаһы, Силәбе дәүләт филармонияһында башҡорт төркөмө, Силәбе дәүләт университетында Көнсығыш бүлеге бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тағандар ауа бара. Бабич китапханаһы тарих һынауҙары аша үтеп, милләттәштәрҙе рухландырып, ышаныс менән йәшәүен дауам итә.
Силәбе башҡорттарына юл китапхана аша үтә, сөнки китап бөтә нәмәгә лә баш, уның дуҫтары ла күп. Мостай Кәрим, Ғәзим Шафиҡов, Ғайса Хөсәйенов, Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибай, Рауил Бикбай, Әнисә Таһирова, Мәүлит Ямалетдинов, Рәмил Йәнбәк, Таңсулпан Ғарипова, Ирек Кинйәбулатов һәм башҡа башҡорт әҙиптәре тап ошонда уҡыусы менән осрашты ла инде. Әле лә әҙиптәребеҙ Бабич китапханаһына ашҡынып килә. Уның стеналары кемдәрҙе генә тыңламаған да кемдәрҙе генә күрмәгән?! Мин киләсәктә лә ошондай матур осрашыуҙар, аралашыуҙар һәм күңел байрамдарының күп булыуына ныҡ ышанам.
— Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Барлыҡ китапхана хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ. Шәйехзада Бабичтың ”Әйҙә, милләт!” тигән ораны хәтерегеҙҙән юйылмаһын!
Ҡамса МОРТАЗИН.
Силәбе ҡалаһы.