Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Спартак Ильясовтың “Биғылый” китабының исем туйы уҙҙы. Сарала роман, уның яҙылыу тарихы тураһында һөйләшеү булды. Шулай уҡ әҙиптең дуҫтары, ҡәләмдәштәре иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Был йәһәттән әҙиптең ҡасандыр бер бәләкәй генә “ихтилал” ойоштороуы, әлеге мәлдә ниндәй әҫәр өҫтөндә эшләүе лә бәйән ителде. Осрашыуҙа яҙыусының дуҫтары, ҡәләмдәштәре, ғалимдар һәм студенттар ҡатнашты.Сараның башында уҡ ҡунаҡтар “Романығыҙ ниндәй ваҡиғанан орлоҡ алды?” тип һорағас, әҙип аяғүрә баҫты. “Был булған хәл. Романдың төп геройы хаҡында урмансыларҙан ишеттем. Һуңынан тау-таш араһында йәшәгән кешенең үҙе менән барып таныштым, тарихын тыңланым”, – тип башланы ул һүҙен. Артабан бәйән итеүенән фашистарға әсирлеккә эләгеп, һуңынан немецтарҙың штрафбатына ебәрелеп, унан ҡасып та йәмғиәткә кире ҡайта алмаған кеше күҙ алдына баҫты. Ул ғына булһа әле, ғүмеренең ахыр сәғәте лә был әҙәмде шул тау-таш араһында тап итә...
Һөйләшеү дауам иткән арала йәнә “Тәҡдир” әҫәре лә телгә алынды, әле китапҡа инмәй ҡалған тарихи ваҡиғаларҙың барлығы асыҡланды, ләкин “Йәшереп йөрөткән тарихығыҙ бармы?” тигән һорауға әҙип “Бөтәһен дә һөйләп бөтөп булмаҫ”, – тип яуапланы.
Артабан инде ҡунаҡтар авторға әйтер һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе. Был йәһәттән яҙыусыны олуғ ғалимыбыҙ Рәшит Шәкүр, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы етәксеһе Зәки Әлибаев, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне. Әйтелгән һүҙҙәр араһында “Бәлки, киләсәктә ошо китап буйынса кино төшөрөлөр” тигән фекер ҙә яңғыраны. Ә роман иһә башҡорт әҙәбиәтенең кимәлен билдәләүсе әҫәр тип баһаланды. Рәшит Шәкүр үҙ сиратында әҙипкә арнаған “Хәтер һаҡсыһы” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Артынса Әхмәр Үтәбай Спартак Ильясовтың бер ихтилалын һүрәтләгән тарихын бәйән итте, “Спартак ихтилалы” исемле шиғырын уҡыны.
Баҡһаң, яҙыусы Әүештауҙағы әүлиә шишмәһенә индермәйенсә аҡса һурып торған “эшҡыуарҙарҙы”, халыҡты йыйып, ҡыуып ебәргән икән. Унан тыш, Мәскәүҙә бергә уҡыған дуҫтары һөйләүенән, студент ваҡытында уның яҡташтар ойошмаһын ойоштороп йөрөүе, көн вә төн ҡәләменән айырылмай яҙыу менән шөғөлләнеүе асыҡланды. Әлеге мәлдә ул “Ҡара мөһөр” исемле әҫәре өҫтөндә эшләй икән.
Спартак ихтилалы
Һәр саҡта ла ул йүнәлтә
Тарихҡа иғтибарын.
Ул башҡорттоң донъяһында
Спартак ихтилалы!
Гел унлыҡҡа тейә уғы,
Ҡоростай ихтыярлы.
Тарих һабағын биреүҙә
Спартак ихтилалы.
Гел еңеүсе, унда һис юҡ
Еңелеү ихтималы.
Рух көрәше феномены –
Спартак ихтилалы.
Тауышында тарих илай,
Моңдары “эх” тимәле...
Ул – Табын ҡағанатының
Спартак ихтилалы.
Октябрҙәр кәрәк түгел
Һәм уның инҡилабы,
Барһа әгәр йөрәктәрҙә
Спартак ихтилалы.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.